Туберкулезға ҡаршы көрәштә Белорет туберкулез диспансерының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 1932 йылда уҡ нигеҙләнгән медицина учреждениеһы Белорет, Учалы ҡалаларын һәм райондарын, Бөрйән районын, Межгорье ҡалаһын хеҙмәтләндерә. 2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса, Белорет ҡалаһы һәм районында туберкулезды 40,1% кеше йоҡторһа, сирлеләрҙең дөйөм һаны 98,3% тәшкил итә. Уҙған йылда районда был ауырыуҙан үлем осрағы теркәлмәгән.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәттәре буйынса, туберкулездан СПИД, малярия кеүек ауырыуҙарға ҡарағанда кеше күберәк үлә. Ерҙә әлеге сирҙән 10 секунд һайын 1 кеше вафат була, 4 секунд һайын бер ауырыу өҫтәлә. Әлеге ваҡытта донъяла 9 миллион кеше туберкулездан яфа сигә, йыл дауамында 3 миллион кеше үлә. Белгестәр иҫәпләүенсә, 2021 йылда планетала туберкулез менән сирлеләр һаны 1 миллиардҡа етеүе ихтимал.
Туберкулез менән төрлө йәштә ауырырға мөмкин. Айырыуса йәш балалар, үҫмерҙәр, ауырлы йә бәпәй тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән уҙған өлкән кешеләр тиҙ бирешеүсән. Әйткәндәй, ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда йышыраҡ сирләй...
Нәжип ФӘЙЗУЛЛИН яҙған мәҡәләнең дауамын гәзиттең 24-се һанында уҡырға мөмкин.