Ҡағы ауылында ойошторолған күләмле сарала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Илһам Шакиров, үҙ-йөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник хәлен күҙәтеү секторы төп белгес-эксперты Нияз Искәндәров, муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Олег Поздеев, муниципаль район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын, хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге мөдире Максим Сөләймәнов, Белорет районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Зәбир Ҡазин, Ҡағы ауыл хакимиәте башлығы Юрий Платонов, “Ҡағы” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы етәксеһе Михаил Засов һәм шулай уҡ Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондары, Сибай, Межгорье ҡалалары Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальниктары, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмәне асып, Илһам Миңлехан улы иң элек уның маҡсат-бурыстарын аңғартты, төбәктә үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу процесында ҡағиҙә боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса уҙғарылған техник күҙәтеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
- Республикала үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялауға етди иғтибар бүленә. Был йәһәттән Белорет районында ла эштәр тейешле кимәлдә ойошторолған. Бөгөнгө көндә Дәүләт техник күҙәтеүҙең Белорет район-ҡалаһы буйынса инспекцияһында 1170 берәмек үҙйөрөшлө техника һәм 146 тағылма (шәхси хужалыҡтар) иҫәптә тора. Шуныһы мәслихәт: йылдан-йыл кешеләр шәхси техниканың торошона, хәүефһеҙлек талаптарының үтәлешенә яуаплыраҡ, етдирәк ҡарай, - тип билдәләне етәксе.
Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Олег Поздеев ҡала-районда былтыр үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау йәһәтенән ойошторолған планлы рейдтарға йомғаҡ яһаны. Уның һүҙҙәренсә, водителдәрҙең күбеһе техник күҙәтеү талаптарын һанлап, үҙ-
йөрөшлө машиналар, тракторҙар һәм уларҙың тағылмалары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәгән, шулай ҙа талапарға буйһонмаған, үҙенең генә түгел, әйләнә-тирәләгеләрҙең сәләмәтлеген, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән хоҡуҡ боҙоусылар ҙа булған. 2020 йылда йәмғеһе 73 төҙөк булмаған техника менән файҙаланыу осрағы теркәлгән; техник күҙәтеү үтеү 63 процентты тәшкил иткән. Иң мөһиме, 2019 йылға ҡарағанда былтыр был процесс күпкә әүҙемерәк барған.
Сығыш яһаусылар шулай уҡ үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялауға ҡағылышлы һорауҙа ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы менән берҙәм булырға, мәғлүмәт биреү һәм ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Үҙ сиратында, Ҡағы ауыл хакимиәте башлығы Юрий Платонов Белорет районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы менән үҙ-ара килешеп эшләү һөҙөмтәләрен бәйән ҡылды.
Сараның ғәмәли өлөшөндә Илһам Миңлехан улы һәм Зәбир Мөхәррәм улы йыл һайын тракторҙар һәм уларҙың тағылмаларының торошон баһалау маҡсатында үткәрелгән техник күҙәтеүҙең тәртибе менән таныштырҙы. Майҙан уртаһына сығарылған тағылмалы трактор миҫалында үҙйөрөшлө машиналар, тракторҙар һәм уларҙың тағылмалары менән файҙаланғанда водителдең һәм әйләнә-тирәләгеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итер талаптар, ҡағиҙәләр барланды, юлға сығарылған, эштә файҙаланылған машинаның техник торошо, шулай уҡ тракторсының техника менән идара итеүгә хоҡуҡ биргән танытмаһы, теркәлеү тураһында таныҡлығы, ОСАГО страховка полисы тикшерелде.
Ҡағы ауыл хакимиәтенә ҡараған шәхси трактор-тағылмаларҙың техник торошон тикшереү конкурс рәүешендә уҙҙы. Хәйер, оҙон бер рәткә теҙелгән, буяуҙары яңыртылып, йыуылып ҡояшта ялтырап торған техника, ысынлап та, күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ ине. Ни бары бер сәғәттәй ваҡыт арауығында Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы белгестәре тарафынан 36 үҙйөрөшлө машина тикшерелде, шуларҙың 28-ҙе хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы тип табылды. Етешһеҙлеге булған техниканы иһә 20 көн эсендә ремонтлап, өлөшләтә генә техник күҙәтеү үткәрергә була. 21-се көнгә техник тикшереү тулыһынса ҡабатлана. Әйткәндәй, Белорет районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы тарафынан урында ойошторолған мобиль эш урыны үҙйөрөшлө машина хужаларына шунда уҡ техник күҙәтеү үтеү тураһында таныҡлыҡ алыу мөмкинлеген бирҙе.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә “Ауылдың иң яҡшы тракторы” конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Ауыл эшсәндәре Леонид Тронов, Юрий Сорокин, Николай Серегин, Дмитрий Лисовский, Сергей Трифонов техник күҙәтеүгә сифатлы әҙерлек өсөн Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде.