2021 йылда торлаҡ алыуға 900 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе һәр саҡ көн үҙәгендә тора. Ошо көндәрҙә республиканың маҡсатлы программаһы сиктәрендә муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тантаналы рәүештә Роман Андрияновҡа асҡыс тапшырҙы һәм фатирлы булыуы менән ҡотланы. Уға иң алда махсус һөнәргә эйә булып, ҡулына диплом алырға һәм рәсми рәүештә эшкә урынлашырға, тормошта алға маҡсат ҡуйып йәшәргә һәм яҡты киләсәккә ынтылырға саҡырҙы.
Роман Үҙән балалар йортонда дүрт йыл тәрбиәләнгән. Унан һуң ҡаланың металлургия колледжына уҡырға инә. Әммә, уны тамамлай алмай. Әле ул төҙөлөштә эшләй, йыл башында өйләнеп ғаилә ҡорған. Фатир асҡысын алыуға сиратҡа 2017 йылдан алып торған. Октябрьский биҫтәһенең Овчаренко урамында урынлашҡан йорттан бирелгән фатирҙы шәхсән үҙе барып ҡараған: “Йорт тулыһынса бөгөнгө көндән йәшәргә яраҡлы, яҡшы ремонт, иҫәп-хисап приборҙары кеүек тейешле әйберҙәр бар, барыһы ла төҙөк. Фатир менән ҡәнәғәтмен. Хәҙер беҙгә тормош иптәшем менән ҡуртымға бирелгән фатирҙарға аҡса түгергә түгел. Барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм”, - тине ул.
Беҙ ҙә Романды фатирлы булыуы менән ҡотлап, тормош иптәше менән бәхетле ғаилә усағында сәләмәт балалар үҫтереп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.