Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Ноябрь 2021, 14:59

Һәр саҡ именлек һағында

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте.

Һәр саҡ именлек һағында
Һәр саҡ именлек һағында

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, был һөнәрҙең ҡатмарлы, тынғыһыҙ булыуын һәм был өлкәлә һәр кемдең эшләй алмауын билдәләне, ҡыйыулыҡтары, үҙ бурыстарына тоғролоҡтары һәм хеҙмәт вазифаларын яуаплы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Андрей Иванович эшенә яуаплы ҡарағаны һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары менән Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы, полковник Ришат Рәшит улы Баймырҙинды, подполковник Ришат Рәшид улы Вәлиевты, эске эштәр органдары ветерандарын - отставкалағы полковник Александр
Викторович Борисковты, отставкалағы подполковник Николай Павлович Сметанинды, отставкалағы майор Сәмиғулла Сәитгәрәй улы Ильясовты һәм отставкалағы капитан Азамат Вәхит улы Заһитуллинды бүләкләне.

Муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән майор Алик Илдар улы Камалетдинов, капитан Азамат Рәжәп улы Ишмөхәмәтов, өлкән лейтенант Юнир Таһир улы Таһиров, майор Лилиә Зариф ҡыҙы Кучукова, капитан Руслан Урал улы Мөхөтдинов, капитан Рәсих Фирғәт улы Ғарифуллин, майор Эльвира Зариф ҡыҙы Нәғимова, майор Ләйсән Рәхим ҡыҙы Таһирова, өлкән лейтенант Салауат Ислам улы Динеев, сержант Айҙар Риф улы Исмәғилев, отставкалағы прапорщик Фәнис Даян улы Нафиков, сержант Гөлназ Марат ҡыҙ  Ғәлимова, капитан Айнур Зәйнулла улы Астанов, капитан Гүзәл Харис ҡыҙы Әхмәтова, өлкән лейтенант Алмас Рәхмәтулла улы Мәғәфүров, өлкән лейтенант Рушан Айрат улы Мөхәмәҙиев, прапорщик Радик Шәкирйән улы Мораҙымов, өлкән сержант Айҙар Зариф улы Ғайсин, өлкән сержант Владислав Николаевич Волков, юстиция капитаны Анна Юрьевна Митюшкина, юстиция лейтенанты Зарина Фаяз ҡыҙы Рәхмәтова бүләкләнде.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: