Ә күптәр эш хаҡын, пенсияһын, хатта кредит аҡсаһын да картала һаҡлай. Был түләүҙәр һәм аҡса операцияларын башҡарыу өсөн бик уңайлы һәм тиҙ. Донъяның ниндәй генә өлөшөндә булһаң да, карталар менән эш итеү беҙҙе ҙур уңайһыҙлыҡтарҙан ҡотҡара. Тәү ҡарашҡа аҡса банк карталарында бик ышаныслы һаҡлана кеүек, бары тик пин-кодты дөрөҫ ҡулланыу ғына етә. Телефонға күпме аҡса тотоноуың тураһында смс-хәбәр ҙә килеп тора. Әммә хакерҙар тарафынан банк карталарын һәм кеҫә телефондарындағы мобиль банкты ҡулланып граждандарға ҡарата мутлыҡ осраҡтары йышая, кешеләр аҡсаһыҙ тороп ҡала. Мутлашыусылар карта иҫәбенән аҡса урлау маҡсатында баш етмәҫлек схемалар, махинациялар уйлап таба.
Үткән йома район хакимиәте бинаһында журналистар Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының Башҡортостандағы Милли банкы хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы урынбаҫары Наил Вәкил улы ҒӘБИҘУЛЛИН менән осрашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙеләр.
- Эйе, тормош алға барған һайын, мутлашыу төрҙәре лә арта. Картанан аҡса урлауҙың ысулдары ла күбәйә. Компьютер хакерҙары яңынан-яңы схемалар уйлап таба. Мутлашыусылар тураһында күп иҫкәртһәләр ҙә, телевизорҙан һәм башҡа мәғлүмәт сараларынан күрһәтеп, яҙып торһалар ҙа, карталарҙан, клиенттарҙың банк иҫәбенән аҡса юғалыу осраҡтары арта бара. Күптәр мутлашыусыларҙың йоғонтоһона бирелеп, аҡсаны үҙ теләктәре менән үҙҙәре күсерә йәиһә интернеттан осһоҙораҡ хаҡҡа әйбер һатып алам тип алдана. Бындайҙар иҫәбенә бик күп граждандаринә. Бигерәк тә оло быуын кешеләре һәм урта быуын вәкилдәре. Уларҙың бер ҡатлылығын бурҙар оҫта файҙалана. Мутлашыусылар тарафынан иң таралған ысулдарҙың береһе - карта эйәһенә уның картаһы блокировкаланыуы тураһында йәки уның аҡсаһын урларға итәләр тигән һымағыраҡ смс хәбәр килә. Уны блокировканан сисеү йәки аҡсаны урламаһындар - өсөн икенсе иҫәпкә күсерә һалырға кәрәк тигән смс-та күрһәтелгән банк операторы номерына шылтыратыу һорала. Мутлашыусылар смс-хәбәр ебәрмәй, үҙҙәре лә шылтыратҡан осраҡтар күп. Шунан шылтыратыусы үҙен банк хеҙмәткәре итеп таныштырып, картаны блокировканан сисеү өсөн йәки аҡсаны урлап ҡуймаһындар тигән һылтау менән йәшерен мәғлүмәтте, карта номерын, код-һүҙен, пин-код һандарын һорай. Әлбиттә, кеше юғалып ҡала, тулҡынлана. Ошо тәьҫир нигеҙендә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Әгәр кеше был мәғлүмәтте бирә икән, мутлашыусы һеҙҙең аҡсағыҙҙы тиҙ арала үҙенең иҫәбенә күсерә һәм бәйләнешкә ингән телефон номерын юҡ итә. Шуның өсөн бер кемгә лә үҙегеҙҙең банк картаһының номерҙарын әйтмәгеҙ. Улар менән һөйләшмәгеҙ, телефонығыҙҙы һүндерә һалығыҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре шылтыратҡан хәлдә лә, һеҙҙе ундай хәбәрҙәр менән борсомай. Әгәр ошондай операциялар була ҡалһа, улар үҙҙәре картаны блокировкалап, һеҙҙе банк бүлегенә саҡыра. Картағыҙҙың мәғлүмәттәрен, килгән смс-кодын, пин-кодты, телефондағы онлайн банктың логин һәм паролдәрен бер ваҡытта ла һорамай. Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
- Был осраҡта бурҙың һеҙҙең карта менән һатыу нөктәләрендә әйбер һатып алыуы тураһында телефонығыҙға смс килер. Һатыу нөктәләрендә чиплы карта менән бер мең һумға тиклем әйбер алып була. Шул ваҡытта һеҙ телефонығыҙҙағы мобиль банк аша картағыҙҙы блокировкалай алаһығыҙ. Быны үҙегеҙ эшләй алмаһағыҙ, банк операторына шылтыратығыҙ. Банкомат аша картанан пин-кодһыҙ аҡса алып булмай.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар бик күп. Мутлашыусылар бында йѳҙѳп йѳрѳп "эшләй". Бер ҡатлы һатып алыусыларҙың аҡсаһын урлау ѳсѳн кешене ҡыҙыҡһындырып, бик осһоҙ хаҡҡа әйбер, кейем-һалым тәҡдим иткән Интернет-магазиндар асалар. Түләү тик Интернет ярҙамында ғына. Аҡса иҫәпкә тѳшѳү менән бындай магазиндар юҡҡа сыға. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарып булмай.
- Бының өсөн өс дөрөҫ аҙым эшләп өлгөрөр кәрәк: тиҙ арала банк картаһы артында яҙылған телефон һандары буйынса банкка шылтыратырға, банк сайтындағы шәхси кабинет, телефондың мобиль ҡушымтаһы аша смс ебәреп тә картаны блокировкалап була. Банк яҡын урынлашһа, үҙегеҙ тиҙ арала унда барып етегеҙ. Карталағы аҡса юғалыуы тураһында ризаһыҙлығығыҙҙы белдереп, бындай операция эшләмәүегеҙ тураһында ғариза яҙырға, бүлек хеҙмәткәренең әйткәнен эшләргә. Ғаризаның бер данаһына банк хеҙмәткәре ҡул ҡуйып һеҙгә тапшырырға тейеш. Унан һуң полицияға барып, ғариза яҙыу мотлаҡ. Закон буйынса банк һеҙгә аҡсаны ҡайтарырға тейеш. Әгәр һеҙ ике шартты мотлаҡ үтәһәгеҙ. Беренсе: картағыҙҙан аҡса юғалыуы тураһында шул уҡ көндө хәбәр итһәгеҙ. Әгәр икенсе көн генә, банк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре һеҙгә сәйер операция булыуы тураһында шылтыратҡандан һуң ғына хәбәр итһәгеҙ, банктың һеҙгә аҡсаны кире ҡайтармаҫҡа хоҡуғы бар. Икенсе: әгәр һеҙ картағыҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе мутлашыусыларға телефон аша үҙегеҙ әйтһәгеҙ, пин-кодты картағыҙ менән бергә һаҡлаһағыҙ. Картағыҙға пин-кодты яҙһағыҙ, уны таныштарығыҙға ҡулланырға бирһәгеҙ, аҡса кире ҡайтарылмай. Банк һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙә лә был турала иҫкәрткән. Әгәр үрҙә һанап үтелгәндәрҙе дөрөҫ үтәһәгеҙ, банк аҡсаны кире ҡайтарырға баш тартҡан осраҡта, суд аша ҡайтарыу юлы бар. Тикшереү үткәндән һуң, аҡсағыҙ юғалыуында һеҙҙең ғәйебегеҙ булмаһа, банк аҡсаны кире ҡайтара. Хакерҙар Рәсәй территорияһында мутлашһа, тикшереү 30 кѳн бара, әгәр халыҡ-ара булһа - 60 кѳн. Шулай ҙа, юғалған аҡсаны ҡайтарыу бик ауыр, бигерәк тә пин-код ҡулланылған осраҡта. Күптәр мутлашыусыларҙың йоғонтоһона бирелеп, аҡсаһын үҙ теләктәре менән күсерә, тикшереү ваҡытында был асыҡланһа, операция уғрылыҡ тип иҫәпләнмәй, аҡса ҡайтарылмай. Картағыҙҙа аҡса йыймағыҙ. Ҙур суммаларҙы депозитта тотоу яҡшы. Мутлашыусылар депозитты Интернетта һәм банкоматтарҙа күрмәй. Ағымдағы түләүҙәр ѳсѳн һеҙ айырым банк картаһын булдырып, кѳндәлек түләүҙәрегеҙ ѳсѳн күпме кәрәк, шул тиклем аҡса тота алаһығыҙ. Был осраҡта мутлашыусыларға эләккән хәлдә лә, юғалтҡан аҡсағыҙҙың суммаһы ҙур булмаҫ.
- 2021 йылдың 9 айында Рәсәй банкы Башҡортостанда 12 законлы булмаған финанс компанияһын билдәләне. Уларҙың исемлеген июнь айынан бирле Рәсәй банкы үҙенең сайтында күрһәткән һәм исемлек яңыртылып тора. Был исемлек тулы түгел, уларҙың һаны 27-нән ашыу. Әлегә 12-һе генә тикшереү үткән һәм улар законһыҙ тип табылған. 27 - шикле компания исемлегенә 22 законһыҙ кредит биреүсе (ломбардтар, Рәсәй Банкы реестрында теркәлмәгән микрокредит ойошмалары), 5 ойошма - финанс пирамидаһы. Был компанияларға ышанған кешеләрҙең дә аҡсаһын кире ҡайтарыу бик ауыр. Күп осраҡта енәйәтселәрҙе билдәләп булмай, улар бер нисә регионда мутлаша һәм бер нисә кешенән торған тѳркѳм оҫта планлаштырылған схема буйынса эш итә. Әгәр енәйәтселәр тотолһа, бер юлы бер нисә енәйәт эше асыҡлана. Ошондай компанияларға барып эләкһәгеҙ, килешеү тѳҙѳгәндә уларҙың законлы рәүештә эшләйме-юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Бының ѳсѳн Рәсәй Банкы сbr.ru сайтына инеп, "Финанс ойошманы тикшерергә" тигән бүлеккә инеп ҡарағыҙ, үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ.
- Рәсәй Үҙәк банкы белдереүенсә, былтыр мутлашыусылар банктар клиенттарын 580 мең тапҡыр талаған. Банк карталарынан 6,5 миллиард һум аҡса урланған. 2021 йылдың икенсе кварталында бурҙар Рәсәй халҡының 3 миллиардтан ашыу аҡсаһын урлаған. Был 2020 йылдың ошо осорона ҡарата 40 %-ҡа күберәк. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлау бик ҡатмарлы, сѳнки шылтыратыуҙар килгән телефон номерҙары урланған, юғалған документтарға теркәлгән була. Шулай уҡ сим-картаны документһыҙ ҙа һатып алыу мѳмкинлеге бар. Шуның ѳсѳн банк клиентының үҙенә карта менән бик һаҡ, иғтибарлы, ҡабаланмай эш итергә кәрәк. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының ҡыҙыу линияһы телефонын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 8-800-300-3000.