Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Март 2022, 14:45

Вейпинг: тәмәкенән ҡотолоумы, әллә йәнә отолоумы?

- Бынау бармаҡ буйы малай-шалай көпә-көндөҙ урамда төтөн борхотоп тәмәке тарта. Вәт килде замана, оят та, ҡурҡыу ҙа юҡ! - Тәмәке түгел, вейп тигән нәмә ул, зыянһыҙ, тиҙәр ҙәһә... Такси көтөп торған арала өлкән йәштәге ике күршемдең подъезд алдында гәп һатыуына ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалдым. Ысынлап та, үҫмерҙәр, йәш-елкенсәк араһында популярлыҡ яулай барған был замана хикмәте шулай уҡ зыянһыҙ микән? Ғөмүмән, нимә ул вейп? Тәү сиратта, әсәй кеше булараҡ, әлеге һорауҙарыма яуап эҙләп, мәғлүмәти сығанаҡтарҙың арҡырыһын-буйын иңләнем.

Вейпинг: тәмәкенән ҡотолоумы, әллә йәнә отолоумы?
Вейпинг: тәмәкенән ҡотолоумы, әллә йәнә отолоумы?

Хәүефле мода

Төтөн һурыу өсөн тәғәйенләнгән был ҡоролманы йыш ҡына ғәҙәти тәмәкегә зыянһыҙ альтернатива булараҡ пропагандалайҙар. Электрон тәмәке һәм мини-кальяндарҙан тыш, һатыуҙа йәнә вейптарҙы заправкалау өсөн төрлө хуш еҫле шыйыҡсалар ҙа бар. Составында глицерин, пропиленгликоль һәм хуш еҫле өҫтәмәләр ҡулланыла. Ә инде никотиндың бармы-юҡмы икәнлеге ҡабында күрһәтелә. Төҙөлөшө йәһәтенән вейп ингаляторға оҡшаш: эсендәге шыйыҡса ҡайнау һөҙөмтәһендә, һурыу өсөн пар бүленеп сыға.

Тәмәке тартыусыларҙың “яңы төрөн” вейперҙар тип йөрөтәләр. Улар араһында төрлө ярыштар уҙа, махсус биналар асыла, ҡоролмалар иһә эксклюзив дизайнда сығарыла.

Нисек кенә парадоксаль тойолмаһын, ғәҙәттә, тап тәмәке ташларға теләүселәр вейпер булып китә лә инде. Тәмәке составындағы төрлө канцероген матдәләр арҡаһында сәләмәтлеккә зыян килә. Әйткәндәй, бәғзе бер тәмәке тартыусылар тәмәкенең зыяны уның насар еҫенә һәм даими рәүештә аҡса сарыфлауға ғына ҡайтып ҡала тигән фекерҙә.

2020 йылдың сентябрендә Америка кардиология ассоциацияһының журналында электрон тәмәке йәһәтенән уҙғарылған тикшеренеү баҫыла. Ғалимдар төрлө ингаляцияларҙың тәьҫирен - никотинлы һәм никотинһыҙ парҙы, шулай уҡ тәмәке төтөнөн һәм ғәҙәти һауаны сағыштыра.

Тикшереү күрһәтеүенсә, таҙа һауа “һулаған” ҡомаҡтарҙа респираторлы дистресс һәм башҡа сирҙәр ҡуҙмай. Төрлө ҡатнашмалар менән пар еҫкәгән 18 хайуандың 14- енең тын алыуы ауырлаша, уларҙа ғыжылдау барлыҡҡа килә, әүҙемлектәре кәмей, ә бер ҡомаҡ үлеп ҡуя.

Вейпинг ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә; эндотелий дисфункцияһы ҡуҙыу һөҙөмтәһендә миокард инфаркты һәм инсульт хәүефе арта. Һуңғы йылдарҙа электрон тәмәкеләр менән ҡулланыусылар араһында үпкә сирҙәре бермә-бер күбәйгән, тип билдәләй ғалимдар. Шулай уҡ йәш ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар киҫкен респираторлы ауырыуҙар, шул иҫәптән тын ҡыҫылыу, йүткереү, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу, биҙгәк тотоу, арыу кеүек билдәләр менән яфалана. Рентгенографияла табиптар электрон тәмәке арҡаһында зыян күреүселәрҙә ике яҡлы үпкә инфильтраттарын, гистология һөҙөмтәһендә иһә пневмонит, бронхиолит, альвеоляр йәрәхәттәрҙе асыҡлай.

Вейпинг өсөн тәғәйен шыйыҡсала организм өсөн үтә зарарлы химик матдәләр бар. Вейп менән мауығыу арҡылы барлыҡҡа килгән үпкә сирҙәрен табиптар яңы быуын үпкә ауырыуҙары тип билдәләй.

Бәғзе бер шыйыҡсалар составында барыбыҙға ла яҡшы таныш никотин ҡулланыла. Билдәле булыуынса, ул үҫмерҙәрҙең мейеһе үҫешен тотҡарлай, хәтерҙе, иғтибарҙы насарайта, үҙ-үҙеңде контролдә тотоу һәм белем эстәү һәләтен юҡҡа сығара.

Ҡайһы бер электрон тәмәкеләр флешка формаһында етештерелә. Улар компьютерҙан йә ноутбуктан ҡеүәт йыя ала. Капсулалағы никотин кимәле иһә бер ҡап тәмәкегә торошло. Никотинһыҙ вейптарҙың да кире эҙемтәләре бихисап. Мәҫәлән, улар менән даими мауығыу иммунитетты ҡаҡшата, үпкә һәм йөрәк туҡымаларын зарарлай, шулай уҡ когнитив боҙолоуҙар күҙәтелә.

Күптән түгел уҙғарылған тикшеренеүҙәрҙә ғалимдар электрон тәмәкегә өҫтөнлөк биргән, электрон тәмәкене ғәҙәтиләренә өҫтәмә рәүештә ҡулланған һәм бер ваҡытта ла тәмәкегә оронмаған үҫмерҙәр төркөмөн өйрәнә. Һөҙөмтәлә, беренсе төркөмгә ҡараған үҫмерҙәрҙең кесе ярауында төрлө ағыулы химик матдәләр, шул иҫәптән акрилонитрил, акролеин, пропилен оксиды, акриламид һәм кротонлы альдегид бер нисә тапҡырға күберәк була.

 

Нимә зарарлыраҡ: вейпмы әллә тәмәкеме?

Ғалимдар ғәҙәти тәмәке тартыусыларҙың һәм вейперҙарҙың сәләмәтлеген тикшергән. Тәжрибәлә 21-45 йәшлек 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Улар артерия күҙәнәктәрен өйрәнеү өсөн анализдар биргән. Ғәҙәти тәмәке менән мауығыусыларҙың да, вейперҙарҙың да һөҙөмтәһе бер була: ике төркөмдә лә табиптар ҡан тамырҙарының һиҙелерлек йәрәхәтләнеүен, күҙәнәктәрҙә кислород кимәленең түбән булыуын һәм тамыр көбөнөң юғары ҡатылығын билдәләй.

Медицина хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, электрон тәмәке йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә тарыта, шуның өсөн уны ғәҙәти тәмәкенең зыянһыҙ альтернативаһы итеп ҡарарға ярамай. Тәмәке кеүек үк вейп үпкәгә генә түгел, организмдың башҡа системаларына һәм дөйөм торошҡа кире тәьҫир итә. Белгестәр әйтеүенсә, электрон тәмәкене балалар, үҫмерҙәр һәм йөклө ҡатындар бөтөнләй ҡулланырға тейеш түгел.

 

Зарарһыҙ вейп буламы?

Вейп продукцияһын етештереүселәрҙең бәғзеләре вейпингтың организм өсөн зарары юҡ, тип ышандырырға маташа. Әммә тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хатта никотинһыҙ вейптар ҙа кеше сәләмәтлеген һиҙелерлек ҡаҡшата. Кире эҙемтәләр күп осраҡта электрон тәмәке өсөн файҙаланылған шыйыҡсаға бәйле. Уның составында аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡулланылған GRAS сертификатлы ингредиенттар бар. Тәмәке тартҡанда ошо өҫтәмәләр йылынып пар бүленә һәм организмды ағыулай. Мәҫәлән, глицерин менән пропиленгликоль йылынған саҡта формальдегид бүлеп сығарған берләшмә барлыҡҡа килә. Был матдә 1-се төркөмлө канцерогендарға ҡарай, йәғни яман шешкә дусар итеүе мөмкин.

Йыш төтөн һурыу ауыҙ ҡыуышлығының, тамаҡтың ҡороуына килтерә. Пропиленгликоль һәм глицерин арҡаһында тын юлдары зарарлана. Хатта бер генә тартыу ҙа лайлалы тиресәне ҡуҙғытыуы ихтимал. Хәйер, тәмәке тартыу - кальянмы ул, вейпмы, айырма юҡ, физик һәм психологик бәйлелек тыуҙыра. Бәйлелек иһә “бәхет гормоны”ның бүленеүе менән аңлатыла. Тәмәке тартҡан мәлдә кеше тик ыңғай эмоциялар ғына кисерә. Өҫтәүенә тәмәке тартыусы вейптың зыянһыҙ булыуына ихлас ышанһа, ул саҡта организмда дофамин, серотонин, норадреналин, окситоцин бүленә. Был матдәләр еңелсә эйфория һәм шатлыҡ тойғоларына тейендерә.

Ғөмүмән, психологик бәйлелек - тәмәке тартҡанда барлыҡҡа килгән етди проблемаларҙың береһе ул. Тәмәке тартыу арыуҙан, көсөргәнештән ҡотолдорған ритуал кеүек ҡабул ҡылына. “Тәмәкеселәр” билдәләүенсә, тәмәке һурғанда кеше менән аралашыуы, уртаҡ тел табыуы еңелерәк, имеш. Хатта төтөн йә пар һурыу-сығарыу процесы ла психологик бәйлелек тыуҙыра икән. Һәм, әйтергә кәрәк, әле билдәләп үткән факторҙарҙан ҡотолоуы бик ауыр.

Тимәк, ғәҙәти тәмәкенән арыныу өсөн вейпҡа күсеүҙең бер мәғәнәһе лә юҡ. Ҡайһыһын ғына алма, сәләмәтлек өсөн үтә зарарлы. Ғөмүмән, тәмәке тартыуҙың зыянһыҙ төрҙәре бөтөнләй юҡ. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, тын юлы ауырыуҙары сирҙәр араһында беренсе урынды биләй. Әйҙәгеҙ әле, һаулығыбыҙға төкөрөп ҡарамайыҡ, насар ғәҙәттәр йәһәтенән йәш быуынға аңлатыу эштәре алып барайыҡ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: