Ошондай һәм башҡа һорауҙар буйынса Сосновка ауыл хакимиәтенең II категориялы белгесе Луиза Мөхәмәтйәрованың эш телефоны бер туҡтауһыҙ шылтырай, йә булмаһа көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында
тура уға мөрәжәғәт итә ауыл халҡы.
Ауыл хакимиәттәре власть структуралары араһында халыҡҡа иң яҡын торғаны. Халыҡ та һәр төрлө ярҙам һорап, башта урындағы властарға мөрәжәғәт итә. Сосновка ауыл биләмәһенә дүрт ауыл - Сосновка, Рысыҡай, Арский ташы һәм Сланцы ҡарай. Хакимиәттә барлығы 1409 кеше иҫәпләнә. Ауыл хакимиәтендә биләмә башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, эштәр идарасыһы Альбина Хилаева, ерҙе файҙаланыу буйынса белгес Гөлназ Асылбаева һәм II категориялы белгес Луиза Мөхәмәтйәрова халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен, шәхси мөрәжәғәттәрен хәл итеү, ярҙам итеп ебәреү, уларҙың көнитмешен яйлыраҡ, уңайлыраҡ итеү маҡсатында халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Хакимиәт водителе Рәил Исрафилов һәм техник хеҙмәткәр Гөлнара Әүбәкирова ла эштәренә намыҫлы ҡарай.
Архив белешмәләрен әҙерләү, хужалыҡтар иҫәбе буйынса белешмәләр биреү, хәрби иҫәп алып барыу, янғын хәүефһеҙлеге (автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйыу), һыу ятҡылыҡтарында үҙеңде тотоу
ҡағиҙәләре буйынса иҫкәртеү эштәре алып барыу, водителдәргә юл ҡағыҙы биреү, материаль яҡтан ҡиммәтле тауарҙарҙы иҫәпкә алыу кеүек эштәрҙе атҡарыу нәҡ Луиза Радик ҡыҙына ышанып тапшырылған да инде.
Сосновка ауыл хакимиәтендә эшләү осоронда тәжрибәле белгескә дүрт хакимиәт башлығы, өс эштәр идарасыһы менән эшләргә тура килә. Луиза Радик ҡыҙы уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел таба белеү, йәш
белгестәргә ярҙам итеп ебәреү, коллективты Иң ҙур баһа - халыҡ ихтирамы берҙәмләштереү кеүек ыңғай сифаттарға эйә булыуы менән айырылып тора.
Луиза Мөхәмәтйәрованың Сосновка ауыл хакимиәтендә кассир вазифаһында хеҙмәт юлы 2009 йылда башлана. Һуңынан ерҙе файҙаланыу буйынса белгес эшен ышанып тапшыралар. Әле күп йылдар дауамында ҙур тәжрибә туплаған ханым - II категориялы белгес. Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәре булып киткәнсе, Луиза Мөхәмәтйәрова “Бухгалтер иҫәбе” һөнәре буйынса Башҡорт кооператив техникумын тамамлап, йүнәлтмә менән Сосновканың ҡулланыусылар йәмғиәтендә тикшереүсе сифатында хеҙмәт юлын башлай. Йәмғиәттә
үҙгәртеп ҡороуҙар, эш урындары ҡыҫҡартылыу сәбәпле, һатыусы, икмәкхана мөдире, балалар баҡсаһында, ауыл мәктәбендә хужалыҡ буйынса мөдир булып эшләй.
Аҙнағол ауылынан Сосновкаға килен булып төшкән Луиза Радик ҡыҙы бына ун өсөнсө йыл урындағы үҙидаралыҡта лайыҡлы хеҙмәт юлын үтә. Тырыш ханым “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлегенең урындағы бүлексә секретары ла. Сосновка ауыл биләмәһе халҡы менән уртаҡ тел таба, уларҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эш итә белгән хеҙмәткәрҙе коллективында ла ихтирам итәләр, тәжрибәле белгестең кәңәшенә ҡолаҡ һалалар. Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Бергә һәм берҙәм эш ҡасандыр булһа ла ҙур һөҙөмтәләргә килтерә. Был йәһәттән ауыл хакимиәте ауылдың башҡа ойошмалары менән дә ойошҡанлы эшләй. Саралар мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары ярҙамында үтә.
2017 йылда Луиза Радик ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль райондың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында “Белорет районы муниципаль районының иң яҡшы муниципаль
хеҙмәткәре” номинацияһында еңеү яулай. Шулай уҡ хәрби иҫәп, һайлауҙарҙа һөҙөмтәле эшләүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн бихисап Рәхмәт хаттары, дипломдары менән бүләкләнгән.
Луиза Мөхәмәтйәрова Сосновка ауылының мәҙәниәт, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Күп тармаҡлы ауыл клубында ойошторолған “Килендәр” бейеү ансамбле ағзаһы. Спортты ла ярата, бигерәк тә саңғы
спортын үҙ иткән ул. Луиза Радик ҡыҙы тормош иптәше Салауат менән ул һәм ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән. Ғаилә башлығы ла Сосновка ауыл хакимиәтенең янғын машинаһы водителе. Ҡыҙҙары Рита - суд приставтары хеҙмәткәре, икенсе разрядҡа эйә өлкән белгес. Марат улдары Магнитогорскиҙың янғын-ҡотҡарыу часында водитель.
21 апрелдә Урындағы үҙидаралыҡтар көнө билдәләнә. Был көн, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, ун йыл элек барлыҡҡа килде. Урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ танылды, ул - демократик
йәмғиәттең нигеҙе, уның ҡала һәм райондарҙың социаль-иҡтисади хәлен нығытыуҙа өлөшө ҙур. Беҙ ҙә, үҙ нәүбәтебеҙҙә, Луиза Мөхәмәтйәрованы һәм район-ҡала мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән башҡа коллегаларын
һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!