Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Май 2022, 11:51

Үҙидаралыҡтың бизнес менән хеҙмәттәшлеге: проблемалар, яңы мөмкинлектәр

Баҙар иҡтисадына яраҡлашып йәшәүебеҙгә лә хәтһеҙ ваҡыт үтеп китте. Булдыҡлы кешеләр был ҡатмарлы осорҙа ла тәжрибә туплап, заман ағышын үҙенсә бороп, уның өҫтөнлөктәре менән файҙаланырға өйрәнде. Шуныһы ҡыуаныслы: йүнсел кешеләр көндән-көн күбәйгәндән-күбәйә генә бара. Улар килем алыуҙан тыш, йәмғиәт өсөн дә әллә күпме файҙалы эштәр башҡара. Баҙар иҡтисады - башлыса үҙ ҡанундары менән үҙаллы көн күргән система, бында дәүләтебеҙ ҡыҫылып ниндәйҙер үҙгәрештәр индерә алмай. Әммә ҡайһы бер эксперттар кризис осоронда, инфляция, эшһеҙлек йә иһә башҡа төрлө иҡтисади ҡаршылыҡтар булған осраҡта, дәүләттең ҡыҫылыуына ла ирек бирә.

Үҙидаралыҡтың бизнес менән хеҙмәттәшлеге: проблемалар, яңы мөмкинлектәр
Үҙидаралыҡтың бизнес менән хеҙмәттәшлеге: проблемалар, яңы мөмкинлектәр

Иҡтисад өлкәһендәге ҡайһы бер мәсьәләләрҙе көйләү, был йүнәлештәге хоҡуҡтарҙы дөрөҫ файҙаланырға өйрәтеү маҡсатында дәүләт төрлө йүнәлештә эш алып бара. Эшҡыуарлыҡ өлкәһе үҫешен контролдә тота, уңышлы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, субсидиялар бүлә, төрлө дәүләт программалары ҡабул итә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең күп кенә социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүен, урындағы бюджетты нығытыуын, ябай халыҡҡа лайыҡлы тормош булдырырға ярҙам итеүен аңламаған етәксе юҡтыр бөгөн. Белорет район хакимиәте лә был йәһәттән эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға, был өлкәне үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала. Үҙидаралыҡ органдары, ауыл биләмәләрендә бизнес үҫешенә ярҙам итеү менән бергә, был өлкә эшмәкәрлеген иғтибар үҙәгендә тотоу, уға дөрөҫ йүнәлеш биреү бурысын да үҙ өҫтөнә ала. Шуға күрә лә бизнес әһелдәре менән ауыл хакимиәте башлыҡтары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу көн ҡаҙағындағы актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора ла инде.

“Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Тирлән ауылында ойошторолған семинар ҙа бизнес вәкилдәре менән хакимиәт башлыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға, урындарҙа эшҡыуарлыҡ эшенә уңайлы шарттар булдырыу һәм коммерция булмаған ойошмалар ресурстарын файҙаланыу юлдарын өйрәнеүгә арналды. “Үҙидаралыҡ органдарының бизнес менән хеҙмәттәшлеге: проблемалар, яңы мөмкинлектәр” тип аталған был сараға баш ҡаланан вазифалы ҡунаҡтар, күрше Учалы һәм Әбйәлил райондары вәкилдәре, райондың ауыл хакимиәте башлыҡтары, социаль эшҡыуарлыҡ буйынса үҙ эшен асырға теләүселәр саҡырылды.

Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоротайы рәйесе Юлдаш ЙОСОПОВ, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры Ирина АБРАМОВА, республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директор урынбаҫары Роман НИЗАМЕТДИНОВ, “Эшлекле Рәсәй“ Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Айҙар ЗӨБӘЙЕРОВ - социаль эшҡыуарлыҡ, коммерция булмаған ойошмаларҙың йүнәлеше һәм санкциялар осорондағы иҡтисади эшмәкәрлек темаһына эшлекле һөйләшеү алып барҙы.


Кем ул социаль эшҡыуар, улар менән урындағы проблемаларҙы хәл итеп буламы?

Социаль эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың яңы секторы һанала, әлегә был йүнәлеш үҫеш юлында. Бизнестың был төрө закон тарафынан 2019 йылда ғына раҫланған. 2020 йылдың авгусында 2,9 мең кеше социаль эшҡыуар булып теркәлһә, быйылғы ғинуар айында был һан алты меңдән ашыу булған. Бөгөн бөтә Рәсәйҙә иһә был өлкәлә 5,5 млн. кеше шөғөлләнә, 2030 йылға уның тағы ла бер миллионға артыуы күҙаллана. Был йүнәлеш йәмғиәт өсөн файҙалы маҡсаттарға ирешеүгә, актуаль проблемаларҙы хәл итеүгә һәм көйләүгә юл алған. Заман менән бергә атлаған ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтары күп кенә проблемаларын нәҡ ошо юл менән хәл итә лә инде.

Социаль эшҡыуарлыҡты мәрхәмәтлек менән бутарға ярамай. Мәҫәлән, әгәр ҙә кемдер кейем тегеү, уны һатыу менән шөғөлләнә икән, был бары тик бизнес-модель һанала, ә инде ошо кешелә мөмкинлектәре сикләнгән инвалидтар эшләй икән, был иһә социаль эшҡыуарлыҡҡа миҫал булып тора. Тағы ла бер миҫал: кемдер һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә икән - был ғәҙәти бизнес, ә инде ошо производствола элек төрмәлә ултырып сыҡҡандар, яңғыҙ әсәләр, пенсионерҙар эшләй йә булмаһа был ризыҡтар инвалид балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән икән - был иһә, социаль эшҡыуарлыҡ тип атала.

Эшмәкәрлеген хәйриә иҫәбенә ойошторған мәрхәмәтлек фондтары һәм коммерция булмаған ойошмалар социаль эшҡыуарлыҡҡа инмәй. Шул уҡ ваҡытта инвалидтар өсөн тауар етештергән йәки уларҙы һөнәргә уҡытҡан компаниялар социаль статус юллауға хоҡуҡлы. Был хоҡуҡты алған осраҡта, мәғлүмәт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестрына индерелә һәм уны йыл һайын раҫлап тороу кәрәк, был эшләнмәгәндә - хоҡуҡтан мәхрүм ителә.

Социаль эшҡыуар, тәү сиратта, йәмғиәттәге проблемаларҙы хәл итергә бурыслы. Был йәһәттән уның эшмәкәрлеге сикләнмәгән, шуға күрә лә ул туризм, һаулыҡ һаҡлау, спорт, социаль хеҙмәтләндереү, мәҙәни белем биреү йәһәтенән файҙалы эштәр башҡара ала. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ғына популяр булып киткән был йүнәлештең нескәлектәрен барыһы ла аңлап етмәй әле. Әлбиттә, артыҡ мәшәҡәте булмаған бындай йүнәлеш килеп сығыуы дәүләт һәм йәмғиәт өсөн бик тә ҡулайлы. Тик миҙалдың икенсе яғы нисегерәк икән һуң? Күптәрҙә бындай социаль секторҙа килем алып буламы, был осраҡта этик һәм мораль ҡиммәттәр менән финанс балансты нисек көйләргә тигән һорау ҙа тыуа. Ысынлап та, социаль эшҡыуар йәмәғәт проблемаларын хәл итеү юлы менән уңышҡа ирешә аламы? Ул бит ниндәйҙер конкрет проблеманы ғына хәл итеп ҡалмай, ә баҙар талабына ярашлы сифат өсөн дә яуап бирергә тейеш.

2021 йылда дәүләт тарафынан бизнес өлкәһенә бик ҙур үҙгәрештәр индерелде. Шул арҡала социаль эшҡыуарҙарға ла бөгөн күберәк иғтибар бүленә, уларға конкурс шарттары менән ҙур күләмдәге гранттар биреү ҡаралған. Был ярҙамды бизнес алып барыу өсөн бина арендалауға, эш өсөн кәрәкле йыһаздар алыуға, инженер-коммуникациялар селтәре үткәреүгә, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә тотонорға мөмкин. Шуныһын да әйтеү мөһим: социаль эшҡыуар статусына һәм дәүләт ярҙамына был йүнәлештә конкрет маҡсаттар менән бер йыл эшләгән кешеләр генә дәғүә итә ала.

Ә ниндәй маҡсаттар социаль йәһәттән файҙалы тип һанала һуң? Дәүләт социаль эшҡыуарҙар эшләй алған дүрт өҫтөнлөклө йәмәғәт проблемаһын атай:

- һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикле, социаль яҡтан ҡыйырһытылған граждандарҙы эш менән тәьмин итеү;

- инвалидтарға тауар һатыу, уларға хеҙмәт күрһәтеү;

- инвалидтар йә иһә социаль яҡтан ҡыйырһытылған граждандар етештергән тауарҙы һатыу;

- социаль әһәмиәтле хеҙмәт күрһәтеү.

Социаль яҡтан ҡыйырһытылған граждандар иҫәбенә һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгәндәр һәм инвалидтар; яңғыҙ бала тәрбиәләгән йә иһә күп балалы ата-әсәләр; пенсионерҙар һәм пенсия йәшенә еткән кешеләр; балалар йортонда тәрбиәләнгән 23 йәшкә тиклемге йәштәр; хөкөм язалары юҡҡа сығарылмаған элекке хөкөмгә тарттырылыусылар; ҡасаҡтар һәм күскенселәр; аҙ тәьмин ителгән граждандар; аныҡ йәшәү урыны булмаған һәм социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булыусылар инә.

Теләгәндәргә үрҙә һанап кителгән йүнәлеш буйынса ла әллә күпме эш асырға булыр ине. Нәҡ ошондай социаль эшҡыуарҙарға Рәсәйҙекенә өҫтәмә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан да бик күп ярҙам төрҙәре ҡаралған. Мәҫәлән, социаль эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға финанс сығымдарын ҡаплау өсөн 500 мең һумлыҡ максималь субсидия бирелә. Мәҫәлән, 2021 йылда 116 социаль эшҡыуар дөйөм күләме 50 млн. һум самаһы булған ошондай ярҙам менән файҙаланған.


Коммерция булмаған ойошмаларҙың урындағы власть менән хеҙмәттәшлеге

Бөгөн иҡтисад өлкәһенең өс секторы бар, тәүгеһе - дәүләт секторы, икенсеһе - коммерция секторы, өсөнсөһө - коммерция булмаған ойошмалар. Мәҡәләнең һуңғы өлөшөндә һүҙ нәҡ ошо өсөнсө сектор хаҡында.

Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар (мәктәптәр, дауаханалар, ҡарттар һәм балалар йорттары, университеттар һ.б.) дәүләттең үҙ граждандары алдындағы бурыстарын үтәү буйынса төп терәге булып тора. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа коммерция һәм коммерция булмаған ойошмалар ҙа ҡайһы бер социаль проблемаларҙы хәл итеүгә ныҡлап йәлеп ителә башланы, сөнки улар ярҙамынан тыш дәүләт үҙе генә бурыстарын тулыһынса үтәп бөтә алмаясаҡ. Шуға күрә лә, был ойошмаларҙың йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, уларға ярҙам итеү йәһәтенән айырым дәүләт сәйәсәте булдырылған. Шуларҙың береһе - мөһим социаль проекттарға грант системаһы аша ярҙам күрһәтеү. 2019 йылда, социаль әһәмиәткә эйә проекттар менән эшләүсе коммерция булмаған ойошмаларға булышлыҡ итеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Башлығының берҙәм грант операторы булдырыу тураһындағы Указы сыға. Уға ярашлы республикала Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды булдырыла. Быйыл Фонд тарафынан ойошторолған тәүге конкурсҡа коммерция булмаған ойошмаларҙан 552 заявка ҡабул ителгән. Муниципалитеттар араһында иң әүҙемдәре булып Өфө (261), Стәрлетамаҡ (23) ҡалалары, Ғафури районы (17) тора. Әйткәндәй, грантҡа заявка биреүселәр араһында ғафуриҙар һәр йылда ла алда килә, мәҫәлән, 2020 йылда улар һигеҙ грант юллап, икәүһе менән еңеүгә ирешһә, 2021 йылда 14 проекттың етәүһе менән дәүләт ярҙамы алған. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең Белорет районы ошо йылдар эсендә алты проект тапшырып, береһендә лә маҡсатына ирешә алмаған.

Бөгөн һәр ерҙә лә тиерлек ауылдың үҫеше, лайыҡлы тормош булдырыу өсөн файҙалы булған социаль проекттар тәҡдим итерлек әүҙем кешеләре бар. Шуға ла урындағы власть органдары менән эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара килешеп эшләүенә күп нәмә бәйле. Ә инде хакимиәт биләмәһендә терәк булырҙай коммерция булмаған ойошмалар бар икән, был иһә тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәләр һәм уртаҡ маҡсаттарға тиҙерәк ирешеү мөмкинлеге бирә. Бары тик хакимиәт башлыҡтарына бындай инициативалы кешеләрҙе ваҡытында күрә белеп, дөрөҫ йүнәлеш биреп, ярҙам итеп ебәрергә генә кәрәк. Бындай хеҙмәттәшлек күптәр өсөн отошло. Мәҫәлән, кемдер ташландыҡ өйҙө төҙөкләндереп, шунда ауылдаштары өсөн спорт клубы йә иһә башҡа берәй социаль объект аса икән, ташландыҡ йорт та тәртипкә килтерелә, өҫтәмә эш урыны ла булдырыла, ял ваҡытын дөрөҫ ойоштороуға урын да була. Йә булмаһа, кемдер ауылдағы яңғыҙ ҡалған кешеләрҙе ҡарауға алып, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә икән, был да урындағы социаль проблеманы хәл иткән бизнес төрө һанала.

Ауылдарҙа коммерция булмаған секторҙы үҫтереү өсөн, тәү сиратта, хакимиәт башлыҡтары менән бизнес әһелдәренә бар ресурстарҙы ла дөрөҫ файҙалана белеү кәрәк. Төрлө кимәлдәге власть органдары был йәһәттән шарттар булдырыуға өлөш индерә икән, һис шикһеҙ, һөҙөмтәләр ҙә ыңғай була. Тирлән ауылында уҙғарылған семинарҙан һуң Шығай, Үрге Әүжән, Асы, Сосновка, Әзекәй хакимиәте башлыҡтары үҙенең инициативалы кешеләре менән был йәһәттән ныҡлы эш башлаған да инде. Был, әлбиттә, бик тә ҡыуаныслы.

Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.

Автор:
Читайте нас: