Физкультурниктар көнө алдынан Белорет эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Башҡоротостан Республикаһының Самбо федерацияһының уҡыу-күнекмә йыйыны барған “Ар ташы” турбазаһында булдылар. Беҙҙең районға бөтә республиканан килгән самбосылар һәм дзюдосылар Ағиҙел йылғаһында һыу процедуралары менән сынығырға, матур урындар буйлап сәйәхәт итергә килгән.
Мөһим миссия менән базаға тәфтишсе Зарина Рәхмәтова һәм шәхси состав менән эшләү бүлеге белгесе Вадим Әҙелмырҙин килде. Юстиция лейтенанты Зарина Рәхмәтова самбо һәм дзюдо буйынса спорт мастерлығына кандидат. Ул спорт буйынса кесе “коллегаларын” сәләмләп, ныҡлы күнекмә алдынан тәнде яҙыу мөһим икәнлеген билдәләне. Был һүҙҙәр шунда уҡ эш менән раҫланды. Полицейскийҙар балаларға күнекмәләр һәм хәрәкәттәр күрһәтте, уны барыһы ла ҙур ҡәнәғәтлек менән үтәне. Күнекмә шат тауыштар, шаяртыуҙар менән үрелеп барҙы.
Һөҙөмтәлә спортсылар ҙа, полицейскийҙар ҙа ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды. Сара һуңында хоҡуҡ һаҡсылары барлыҡ ҡатнашыусыларға һаулыҡ, спорт уңыштары һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләне, ә улар үҙ сираттарында, ҡунаҡтарға күнекмә өсөн рәхмәт белдерҙе.
Гүзәл Дронова,
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.