Белореттың «Һөт кухняһы»на үҙенсәлекле сәйәхәт «Хәүефһеҙ продукт» акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Саҡырыуҙы гимназистар класс етәкселәре Гөлсинә Әсғәт ҡыҙы Башарова менән ихлас ҡабул итеп алды һәм тәғәйенләнгән көндә һөт иленә сәйәхәт ҡылды. Балаларҙы ишек алдында уҡ подразделение начальнигы Дилә Ҡорбанова ҡаршы алып, ҡунаҡтарға махсус кейем, битлек таратҡандан һуң, фабрика-кухня буйлап йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Етәксе балалар эремсеге, һөт һәм йогурт етештереү процесын: һөт ҡабул ителеп, пастеризациялауҙан әҙер продукцияны сығарғанға тиклем күрһәтте. Балалар эремсекте һауыттарға тултырыу конвейерын яҡындан күрҙе. Һәр һауыт ультрафиолет менән эшкәртелгәндән һуң, билдәле күләмдә эремсек һалына һәм «Һөт кухняһы» тигән логотиплы фольга йәбештерелә. Дилә Заһит ҡыҙы, «Һөт кухняһы»нда етештерелгән һөт ризыҡтарының ҡала-район мәктәптәренә, махсус таратыу пункттарына таратылыуын да әйтеп китте.
Уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. «Апай-ағайҙарға ниңә махсус кейемдәрҙә генә йөрөргә рөхсәт ител?», «Ҡорамалдар нисек һәм нимә менән йыуыла?», «Таратыу пункттары ҡайҙа урынлашҡан?», «Һөт ризыҡтарын һатып та алырға буламы?» кеүек һорауҙарҙы яуҙырҙы ғына. Шулай ҙа экскурсияның иң көткән өлөшө – һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарау булғандыр. Гимназистарға барыһы ла оҡшаны. Улар атай-әсәйҙәренән таратыу пункттарынан һатып алдырасаҡтарын да әйтте.
- Бындай экскурсия сәләмәт һәм файҙалы ризыҡтарҙы һайларға өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Кемдәргәлер киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итә. Бындай сараларҙы артабан да үткәреп торасаҡбыҙ, - тине подразделение начальнигы Дилә Ҡорбанова.
2019 йылда асылған Башҡортостан “Һөт кухняһы” дәүләт автономлы учреждениеһының Белореттағы айырым территориаль-структур подразделениеһы кескәй йәштәге, тәрбиәгә алынған балаларҙы, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм имеҙгән әсәләрҙе махсус һөт аҙыҡтары менән бушлай тәьмин итә. Ташламалы категорияға Белорет, Учалы ҡала һәм райондары, Межгорье ҡалаһы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарынан 1800 граждан, шуның 44-е – йөклө ҡатын-ҡыҙ, 49-ы – имеҙгән әсә, опекала торған – 4 һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге 1703 бала, ҡарай.
Һөт ризыҡтарын 12 таратыу пунктынан алалар, шуның 4-әүһе фирма пункты.Дәүләт заданиеһы сиктәрендә эшмәкәрлек алып барыуҙан тыш, учреждение бюджеттан тыш эшмәкәрлекте лә әүҙем үҫтерә. «Һөт кухнялары» продукцияһы федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә лә тәҡдим ителә. Дәүләт дарыуханаһында һөт продукцияһы, ҡоро ҡатнашмалар һатыла. Ә 8 тораҡ пунктҡа автокибеттәр барып тарата.
2022 йылдың 9 айында Белорет һөт фабрика-кухняһында 263072,861 килограмм һөт эшкәртелгән. 423 068 порция – һөт, 224 435 порция – эремсек һәм 370 065 порция йогурт етештерелгән.