Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы - халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан иң ҙур һәм ҡеүәтле ойошма, уның сафында биш йөҙ меңләп кеше иҫәпләнә. Бөгөн профсоюздар эш биреүсе менән коллектив килешеүҙәр төҙөү, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуғын яҡлау, производство өлкәһендә хеҙмәтте һаҡлау һәм техник хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеү, закондар сығарыу, комитет эшмәкәрлегендә ҡатнашыу кеүек яуаплы бурыстарҙы йөкмәй.
Төбәктең Профсоюздар федерацияһы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Милли банкы тарафынан әҙерләнгән форумда 2020-2022 йылдар арауығында Республика килешеүенең үтәлеү йомғаҡтары, территориаль өс яҡлы комиссияларҙың эше ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Үҙәк округы вәкиле Нина Ардаширова хеҙмәт өлкәһенең социаль партнерлыҡты үҫтереү саралары менән тәьмин ителеше йәһәтенән күҙәтеү һөҙөмтәләрен барлаһа, аппараттың хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы, төп техник хеҙмәт инспекторы Василий Сазонов производствола имгәнеүҙе профилактикалау саралары тураһында һөйләне. Бынан тыш, семинарҙа хеҙмәт ҡануниәтендә үҙгәрештәр, халыҡтың финанс белемен үҫтереү кеүек мөһим темалар яҡтыртылды.
Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған байрам тантанаһында иң яҡшы профсоюз активы вәкилдәре, социаль партнерҙар тәбрикләнде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре төбәк профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәил Ғәзизов, Башҡортостандың тау-металлургия профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Дамир Сабуров, Рәсәй сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Ирина Исламова һәммәһенә лә изге теләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, лайыҡлыларҙы Почет грамоталары, юбилей миҙалдары менән билдәләнеләр.
Мәҡәләне тулыш килеш гәзиттең 42-се һанында уҡырға мөмкин.