Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала биләмәһе Советы рәйесе Елена Булавко, район-ҡаланың Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалы директоры Светлана Павкина, “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге етәксеһе Юлия Казанцева, Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Наталия Колчина, “Изегелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльвира Ғайсина социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрикләп, изге теләктәрен, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр.
- Бөгөнгө ауыр, тотороҡһоҙ заманда һеҙҙең хеҙмәт оло әһәмиәткә эйә. Үҙ мәшәҡәттәрегеҙҙән тыш, һеҙҙең иңдә әллә күпме кеше яҙмыштары, мохтаждар тураһында хәстәрлек ята. Бары тик үҙ һөнәрен тәғәйенләнеш итеп ҡабул ҡылғандар ғына был өлкәлә эшләй ала. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем, - тине үҙ сығышында Андрей Иванович.
Ә инде социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт йөгөн тартҡан, фиҙаҡәрлеге арҡылы район-ҡалала хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең, район һәм ҡала Советтарының Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Эйе, мохтаждарға ярҙам итеү - әхлаҡлы, аңлы кешенең юғары рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе изге ниәт-ғәмәлдәрҙең береһе, күңел талабы. Ундайҙар, ғәҙәттә, ихласлығы, эскерһеҙлеге, сабырлыҡ вә шәфҡәтлелеге менән айырылып тора.
“Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Таңһылыу Фуат ҡыҙы ҒӘЛИКӘЕВА ла үҙ ҡарамағындағы ярҙамға мохтаж оло быуын вәкилдәре өсөн изге фәрештә төҫлө. 17 йыл дауамында Новобелський һәм Шығай ауылдарының өлкән йәштәге инәй-апаларын ҡурсып, хәстәрләп тора ул.
Ике генә йәшендә атаһынан ҡалып, әсәһе һәм ике өләсәһе ҡарамағында үҫкән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ өлкәндәргә ярҙамсыл, хәстәрлекле булып буй еткерә. Тиҫтерҙәренән игелеклелеге, инсафлығы, тилберлеге менән айырылып тора.
2006 йылда Таңһылыу Фуат ҡыҙының һорауы буйынса, тыуған ауылы Новобельскийҙа социаль хеҙмәтләндереү зонаһы булдырыла. Бөгөнгө көндә уның ҡарамағында ике ауылдың 20 ҡарт-ҡороһо иҫәпләнә. Был иһә ике тиҫтә кешенең бөтөн донъя мәшәҡәте тигән һүҙ. Иҙән, һауыт-һаба йыуыу, кибеттән аҙыҡ-түлек килтереү, һыу ташыу, ҡан баҫымын үлсәү, ҡаланан дарыу-фәлән алып ҡайтыу һәм башҡа эш-көш, бурыстар менән бер рәттән, йәнә һәр ҡайһыһына психологик ярҙам күрһәтеү ҙә фарыз. Хатта ҡайһы берәүҙәр яҡындарына һөйләмәҫ эс серҙәре менән бүлешә, күңел кисерештәре менән уртаҡлаша икән.
- Эшемде һәләк яратам. Мохтаждарға ярҙам итеү, терәк-таяныс булыу - үҙе бер мөҡәддәс ғәмәл ул. Инәй-апалар үҙ күреп көтөп тора, кисерештәре менән бүлешә, кәңәшләшә икән, тимәк, һин үҙ бурысыңды лайыҡлы башҡараһың. Әлбиттә, әхлаҡи һәм физик йәһәттән эшебеҙҙе еңел тип әйтеп булмай. Түшәктә ятҡандарға, мәҫәлән, көнөнә бер нисә барып урау зарур. Ҡайҙалыр китергә тура килгәндә, урыныма мотлаҡ кеше ҡалдырам. Шулай ҙа, бер нигә ҡарамаҫтан, һөнәрем тик ыңғай тойғолар, матур тәьҫораттар ғына бүләк итә. Хеҙмәттәштәремдән, етәкселәремдән уңдым. “Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльвира Ғайсина, урынбаҫары Марина Скурлатова һәр йәһәттән ярҙам итеп, дәртләндереп торалар. Шуға ла, хаҡлы ялға сығып, ике ейәнгә өләсәй булһам да, яратҡан эшемдән китергә уйламайым, - ти ихлас йылмайып Таңһылыу Фуат ҡыҙы.
Үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары айҡанлы ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ырыҫлы имен тормош теләйбеҙ!