Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге, РФ Тәфтиш комитеты, район хакимиәте ҡарамағындағы Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия хеҙмәткәрҙәре медицина колледжындаа студенттар менән осрашыу ойошторҙо. Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ тәртип һәм законһыҙ ғәмәлдәр өсөн яуаплылыҡ тураһында һөйләнеләр. Әйткәндәй, I һәм II курс уҡыусылары менән бындай осрашыуҙар ойоштороу традицияға әүерелде.
Юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы, полиция капитаны Евгений Изотов үҙенең сығышында быйыл Белорет районында 50 юл-транспорт ваҡиғаһы булыуын, уларҙа 15 кеше һәләк булыуын һәм 60-тан ашыу кеше йәрәхәтләнеүен билдәләне. Ул бәлиғ булмаған водителдәрҙең һәм уларҙың ата-әсәләренең, әгәр улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре нормаларын һәм талаптарын үтәмәгән осраҡта ниндәй яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында һөйләне. Евгений Михайлович йәштәрҙең мототранспор менән идара итеүенә баҫым яһаны һәм ҡала шарттарында юлдарҙа хәүефһеҙ тәртип нигеҙҙәре тураһында аңлатты.
Енәйәт эҙләү бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы, полиция майоры Ринат Ғилманов студенттар менән һөйләшкәндә бер юлы бер нисә тема күтәрҙе. Ул тыңлаусыларға “терроризм” һәм “экстремизм” төшөнсәләренең мәғәнәһен, уларҙың енәйәтсел асылын аңлатты, социаль селтәрҙәрҙә үҙ эшмәкәрлеген пропагандалаған рәсми булмаған берләшмәләрҙә ҡатнашыу өсөн яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Ринат Ғәзиз улы мутлашыуҙар тураһында иҫкәртеүгә ваҡыт бүлде, аферисттарҙың популяр хәйләләре һәм уларға ҡаршы тороу ысулдары тураһында аңлатты. Фекер алышыуҙың тағы бер темаһы - насар ғәҙәттәр, атап әйткәндә, наркотик матдәләр ҡулланыу. Әлбиттә, медицина колледжы студенттары наркотиктарҙың зыяны тураһында бик яҡшы белә, әммә уларға был хаҡта иҫкәртеү артыҡ түгел. Полиция хеҙмәткәре тыйылған матдәләрҙе һаҡлау һәм таратыу өсөн енәйәт яуаплылығы ниндәй йылдарҙан башланыуы тураһында һөйләне. Ринат Ғилманов үҙенең сығышын Интернетта хәүефһеҙ тәртип һәм социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙың дөйөм ҡағиҙәләре менән йомғаҡланы.
Тәфтиш комитетының район-ара тәфтиш бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Максим Абдуллин аудиторияға ятроген енәйәттәрҙең үҙенсәлектәре, йәғни медицина хеҙмәткәрҙәренең медицина ярҙамы күрһәтеү процесында ҡылған енәйәттәре тураһында һөйләне. Максим Айҙар улы табиптарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһе нисек хәл ителеүен, ниндәй факттар енәйәт-хоҡуҡи баһаға дусар ителеүен, тәфтишселәр ниндәй экспертизалар ярҙамында дөрөҫлөктө асыҡлауын һөйләне.
Лекцияны Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның әйҙәүсе белгесе Наталья Вандышева тамамланы. Ул суденттарға намыҫты йәштән һаҡларға кәрәк, тигән фекерҙе еткерергә теләне. Наталья Николаевна егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы бер генә уйланмаған, еңелсә эш яҡшы тормошҡа пландарҙы юҡҡа сығарырға мөмкинлеген иҫкәртте. Ул енәйәт ҡылған кешенең бер ҡасан да хоҡуҡ яҡлау органдарында, мәғариф, тәрбиә, медицина, социаль- мәҙәни учреждениеларҙа эшләй алмаясағын иҫкә төшөрҙө.
Осрашыу һуңында студенттар ҡунаҡтарға бер нисә һорау бирҙе һәм файҙалы әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге зеҙмәткәре.