“Егет кеше етмеш һөнәр эйәһе булырға тейеш”, - ти ҙә атайым һәр бер үҙләштергән һөнәрен көндәлек дәфтәренә яҙып ҡуйыр ине. Унда “коляскалы мотоциклды йөрөтөргә өйрәндем”, “бөгөн үҙем һалған мейестә ут тоҡандырып ҡараным, төтәмәй”, “малайым менән кәбән һалдыҡ, матур итеп осларға өйрәттем” тигән яҙмаларҙы табып була. Һөнәрҙәре етмешкә тулмаһа ла, атайым, Нурислам Фәтхелислам улы Шәйхулов, күп нәмәгә үҙаллы өйрәнеп, эшләп ҡуя торғайны. Әсәйем дә, Сафия Әхмәтша ҡыҙы, ғаилә башлығынан ҡалышмай, беҙҙең менән йәшәгән өләсәйем Зөһрә лә бик бөтмөр, егәрле ине...
Күмәк булдыҡ: ете бала, әсәйем, өләсәйем - бөтәһе туғыҙ кеше, аҡса эшләгәне - бер ғаилә башлығы, ләкин һис ҡасан икмәк-шәкәрһеҙ ултырманыҡ, кейемһеҙ йонсоманыҡ. “Көн нисек булһа ла үтә ул, эшләһәң дә, тик ятһаң да. Ҡыйыны шул тик ятыу”, - тиер ҙә йә хайран ҡалырлыҡ келәм, йә шифоньер-шкафын эшләп ҡуйыр ине атайыбыҙ.
“Балаларығыҙ күп тип ишеткәйнем, ҡайҙа һуң улар?” - тип һорағандары булды. Ә беҙ кемдеңдер килеүен күрһәк (депутатҡа ни халыҡ күп йөрөнө), тиҙ генә мейес башына менә лә, кеше артынан ишек ябылғансы шым ғына ултырабыҙ. Әсәйем, өләсәйем шулай өйрәткән. “Көлгән булып, “Ниңә һеҙгә малай бирмәйҙәр ул?” - тиһәләр, атайығыҙ: “Минең ҡыҙҙарым һеҙҙең малайҙарығыҙҙан ун артыҡ”, - тип яуап бирә ине”, - тип һөйләй торғайны әсәйем ғорурлыҡ менән. Бер ваҡыт балаһыҙ күршеләребеҙ инде. Һеҙҙең балаларығыҙ күп, тағы булыр әле, бәлки, бер ҡыҙығыҙҙы беҙгә бирерһегеҙ, яратып ҡына үҫтерер инек, тиҙәр. Беҙ ҡурҡып ултырабыҙ. Бүлмәлә тынлыҡ. Ә атайым иҫе китмәй генә: “Нисәү булһалар ҙа, үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Улар бөтәһе лә минеке, артыҡ балам юҡ”, - тип кенә һөйләшеүҙе тамамлап ҡуйҙы.
Шуныһы әле лә йәштәргә бер миҫал итеп һөйләрлек: тәрбиә эше ауыр икәнен яҡшы аңлайбыҙ, атайым менән әсәйем нисек шундай тыңлаусан, үҫкәс үҙҙәренә яуаплылыҡ йөкмәтерлек, эшлекле балалар тәрбиәләгәндәр икән? Иң мөһиме, уларҙың балаларына талаптары бер үк булған: әсәйем беҙҙе мөйөшкә ҡуямы, йә үҙенсә яза бирәме, атайым ни өсөн икәнен генә һораша ла, өндәшмәй, ныҡ ҡына ҡарап ҡуя, беҙгә шул ҡараш етә. Ә атайым асыуланһа, әсәйемдең йәлләүен, йыуатыуын көтмә лә. Атайым беҙҙең аранан киткәс, бер ҡыҙыҡ хәл булды. Беҙҙең балалар: “Әһә, беҙгә олатайыбыҙ түгел, өләсәйебеҙ яза биргән, имеш! Ә беҙҙе олатайың тип кенә ҡурҡытҡан!” - тип көлдөрҙөләр. Ысынында, ғаилә башлығынан бөтә ғаилә ҡурҡып, уны ихтирам итеп торорға тейеш, тип әйтер ине әсәйебеҙ. Кем һеҙҙе тәрбиәләне, тип һораһалар, беҙ: “Атай- әсәйебеҙҙең ҡарашы, уларҙың йылмайыуы”, - тибеҙ. Ун биш-ун алты йәштәрҙә егеттәрҙән хаттар килә башлағас, әсәйем асыулана, ә атайым көлөмһөрәп кенә: “Ҡыҙҙар булған өйгә егеттәр яҙа инде ул, күреп тор, яусы ла килә башлар әле”, - тип оялта торғайны.
Ысынлап та, бер-бер артлы ҡыҙҙар ҙа, ике малай ҙа башлы-күҙле булып бөттөләр. Әсәйем шунда: “Таш һымаҡ батығыҙ, кем менән аҡ булғанһығыҙ, шуның менән ҡара булығыҙ”, - тине...
Атайыбыҙ бер ҙә йомшаҡ күңелле, бөтәһенә лә яҡшатлы кеше булып күренергә тырышманы. Әйтһә, тураһын әйтер ине. “Ир кеше кешенекен алмаҫ, үҙенекен дә бирмәҫ” - шул әйтемде яратты. Бер ваҡиға хәтерҙә уйылып ҡалған. Бесәнлектә күршебеҙ апаруҡ еребеҙҙе сабып һалып ҡуйған. Ныҡ асыуланды атайым. Бер күбәләй урынды беҙгә йыйырға ҡушып, үҙе сик боҙоусылар менән бик ҡаты ғына һөйләшеп алды. Бүтән тегеләр беҙҙең яҡҡа сыҡманы. Атайымдың шунда: “Әҙ генә ер, ярар, тип ҡул һелтәп ҡуйһаң, аҙаҡ бесәнлекһеҙ ҙә ҡалырһың”, - тигәне әле лә иҫтә.
Атай депутат булғас, кеше беҙҙән өҙөлмәне. Егәҙегә, ауыл хакимиәтенә түгел, төрлө һорауҙар менән төбәп уҡытыусы депутатҡа киләләр. Сөнки ышаналар, өмөт менән йөрөйҙәр, Нурислам белә ул, яҙып бирер, ярҙам итер, тиҙәр. Кәрәк икән, балта-бысҡыһын тотоп, ауылда беренсе булып эш башлай. Шунан эргәһенә ир-егеттәр йыйылып, бергәләшеп тамамлап ҡуялар. Шулай бысраҡ урамдарҙа тротуар, күперҙәр һалына, яҙлы-көҙлө йырындар таҙартыла. Ялтырап ятҡан тротуарҙан йөрөй башлағас, һаҙлыҡтан бата-сума һыу ташыған хоҙайбирҙеләр сикһеҙ рәхмәтле булды депутаттарына.
Мәктәп бинаһында складҡа әйләндерелгән бүлмәнән Ҡыҙыл мөйөш эшләп ҡуйғанын да халыҡ онотмай. Таҙартып, ипләп, бильярд өҫтәле, шахмат, шашка алып килеп, өйҙән китап-журналдар ташып китапхана эшләп ҡуйғас, кем йөрөмәһен шул яҡты ергә?! Шулай юлһыҙ, клуб-китапханаһыҙ, кәрәсин шәме менән ҡараңғылыҡта көн күргән халыҡты йыйып, күңелле турнирҙар, концерттар ойоштороп, үҙе эшләгән ҡурсаҡ театрында спектаклдәр күрһәтеп йәшәне беҙҙең атайыбыҙ - ҡул оҫтаһы, остазыбыҙ Нурислам Шәйхулов.
Йор һүҙле, юморист, сатирик булараҡ, дәрестәрен әкиәт, йыр һымаҡ үткәрер ине. Үҙенең биш балаһына беренсе уҡытыусы булды, бүтән уҡыусыларына биш ҡуйһа, беҙгә бер балға кәмерәк. Үпкәләһәк, әсәйем: ”Һеҙҙе нығыраҡ тырышһын, күберәк белһен, ти, инде атайығыҙ, үпкәләмәй генә өйҙә яҡшыраҡ әҙерләнегеҙ”, - ти ине. Ә кистәрен атайым менән әсәйем беҙгә китап уҡыйҙар. Фотограф булыу хәҙер бер кемде лә аптыратмай, ә беҙ атайым менән фотоларҙы мунсала эшләй инек. Үәт, мөғжизә! Ап-аҡ шыма ҡағыҙҙы ”проявитель” тип яҙылған һыуға һалғас, таныш күҙҙәр ҡарай һиңә, бәй, был бит Зифа апайым! Бына беҙҙең мәктәп урманда, утын әҙерләгән сағында. Ғаилә альбомдары күп булды, һәр балаға - икешәр бит, фотолар бер-ике айлыҡ саҡтан үҫеп еткәнгә тиклем.
Ә инде хеҙмәт дәрестәрендә ҡурсаҡ театрына папье-машенан ҡурсаҡ баштарын йыябыҙ. Уҡытыусы пластилиндан батша, айыу йә төлкө башын әҙерләй, беҙ иҫке гәзит киҫәктәрен вазелинға буяп йәбештереп, киптерәбеҙ, шунан лезвие менән икегә бүлеп, пластилинын сығарабыҙ ҙа яңынан йәбештерәбеҙ. Акварель йә гуашь менән буяйбыҙ. Ваҡ эш, ләкин һоҡланғыс ҡурсаҡтар килеп сыға. Хәҙер шуны аңлайым: моғайын, беҙҙән һуң уҡытыусы үҙе яңынан эшләгәндер уларҙы, беҙ улай уҡ матур итеп эшләй алмағанбыҙҙыр... Ә әсәйем теген машинаһында ҡурсаҡтарға костюм тегә, беҙ уларҙы кейендереп мәктәпкә алып барабыҙ. Хәҙер мәктәптәрҙә “дөйөм эш” тип яр һалалар, беҙ иһә, шул төпкөлдә ятҡан ерҙә, спектакль менән күрше ауылдарға йөрөй инек. Бына һиңә уртаҡ эш, бер-берең менән аралашыу! Ә спектакль ҡарап ултырғандар: “Ҡар аәле, ҡара, хәҙер төлкөһө бахырыңды ашап ҡуя бит, ә!” - тип ҡысҡырыша башлаһа, беҙгә бәхет инде, ғүмерҙә онотмаҫлыҡ! Ышандылар! Ышандырҙыҡ!
Беҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҙе ни тора ине һуң! Башҡорт кейемдәре беҙҙә юҡ ине, уҡытыусыбыҙ уларҙы һүрәткә төшөрә, беҙ сәскә-үҫентеләр, тамырҙар, төрлө таштар йыйып килтерәбеҙ. Бөтәһенәлә оҡшай ул дөйөм эш, шатландыра.
Элегерәк алдынғы мәктәптәргә“Шатлыҡ мәктәбе” (“Школа радости”) тигән исем бирелә ине. Хоҙайбирҙе мәктәбе ысын мәғәнәһендә Шатлыҡ мәктәбе булды. Бер ниндәймәктәптә лә ул ваҡытта ҡайнар ашашатып ултырғандары юҡ ине әле. Беҙҙең мәктәп иһә әкиәт донъяһынан күскән һымаҡ. Шундай белем усағынбулдырған кеше - атайым ине.
Альбомдар, ғаилә фотолары, китап, портреттар - бына шундай ҡомартҡылар ҡалдырҙы беҙгә атайыбыҙ менән әсәйебеҙ. Рамазан ҡустыбыҙ - рәссам, Нижневартовск ҡалаһында университетта уҡыта. Ул йөҙйәшәр Зөһрә өләсәйем, уның ғаиләһенә ҡағылған кешеләр, ваҡиғалар тураһында роман яҙып бөттө. Әле был китап Мәскәүҙә баҫылыу өҫтөндә, экранизация кәрәк, тиҙәр китапты нәшер итеүселәр. Улда атайыбыҙ һымаҡ Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, профессор. Атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр рухына йыл һайын аяттар уҡытабыҙ. Атайым иҫтәлегенә биш йыл һайын район кимәлендә хәтер кисәһен үткәреү изге йолаға әйләнгән. 70 йыллығын әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөгән, Нурислам Шәйхуловты үҙҙәренең уҡытыусыһы тип һанаған Сафуан Әлибаев, Тайфур Сәғитов, Сабир Шәриповтар менән ҡала лицей-интернатында, 75 йыллығын - Егәҙе ауыл мәҙәниәт йортонда, 80-ен - Ботай ауылында, Сермән китапханаһы һәм балалар йортонда, 85-ен - Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубында, 90-ын Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында яҡты иҫтәлектәр менән бүлешкән, уны ихтирам иткән уҡыусылары менән бергә уҙғарҙыҡ.
2017 йылда ғаиләбеҙ менән хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Хоҙайбирҙе ауылына иҫтәлек ташы ҡуйып, ауылдаштарҙы байрамға саҡырғайныҡ.Шунда Шәйхулов исемен телгә алмаған кеше булмағандыр. “Йөрөгәнереңдә эҙ ҡалдыр”, - тип ҡабатларға яратты атайыбыҙ. Беҙ, уның балалары, шуға инандыҡ: эҙ ҡалдырыу - халыҡ араһында эшең, ғүмер юлың тураһында яҡты иҫтәлектең һаҡланыуы ул.
Быйыл 16 февралдә Нурислам Шәйхуловтың тыуыуына 95 йыл. Белорет ҡалаһының “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәгендә йәш китап һөйөүселәрменән хәтер кисәһе ойошторола. Йәйгеһен иһә Егәҙелә Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” берлеге ағзалары ҡатнашлығында яҙыусыға бағышланған ҙур сара күҙаллана.
Гөлсөм МОСТАФИНА(Шәйхулова),
педагогика һәм журналистика ветераны.