Ҡалабыҙҙа башҡорт рухын, мәҙәниәтен күтәрәм тип йөрөгән Лилиә Камалетдиноваға ғаиләһе тураһында яҙыу ниәтен белдергәс, башҡортҡа хас тыйнаҡлыҡ менән: “Беҙҙән дә өлгөлө, матур ғаиләләр бар бит”, - тигәйне. Эйе, район-ҡалала парлы ғүмер кисергән, күп йылдар бергә татыу йәшәгән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған олпат, ихтирамлы ғаиләләр күп. Уларҙың үҙ йәшәү тәжрибәһе, йәштәр ҙә бындай ғаиләләрҙең аҡыллы кәңәштәренә мохтаж. Йәштәр миҫалында ла ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләгән, заман менән бергә атлағандарҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Улар араһында ла өлгө алырлыҡтары бихисап.
Лилиә Белорет ҡала лицей-интернатында, һуңынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында белем алғандан һуң, илебеҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарына инеп, студент тормошо уртаһында ҡайнай. Рәсәй дәүләт гуманитар университетының Мәғлүмәт фәндәре һәм хәүефһеҙлек технологиялары институты студенты, республика гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү түңәрәгенә йөрөп, 2013 йылда “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының гран-приһына лайыҡ булған ансамбль бейеүсеһе, Мәскәүҙә лә юғалып ҡалмай. Тырышып уҡыуынан тыш, “Алтын ай” бейеү ансамблендә конкурс-фестивалдәрҙә, баш ҡалала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға (әйткәндәй, гимназияны ла алтын миҙалға бөтә) тамамлап, бер нисә йыл Мәскәүҙә эшләй. 2016 йылда Боғанаҡ егете Вадим менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бер нисә йылдан йәштәр, ғаилә башлығының Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты булыу сәбәпле, Белоретҡа күсеп ҡайта. Йәш ғаилә булараҡ дәүләт программаһы һәм атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы менән фатир алыуға өлгәшә.
Бәләкәй Шамил менән декретялында булыуына ҡарамаҫтан, матурлыҡҡа, нәфислеккә ынтылған, тырыш Лилиә “Йыһан” башҡорт бейеүҙәре студияһын да асып ебәргән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зауыҡлығын, нескәлеген күрһәткән бейеүҙәребеҙҙе төрлө йәштәге гүзәл заттар өйрәнә һәм был мөхиттә тормош мәшәҡәттәренән бер мәлгә булһа ла айырылып тора.
Икенсе яртыһы Вадим да ғаиләнең ҡурсалаусыһы һәм таянысы.Оҫта ҡуллы ғаилә башлығы быға тиклем “Железный двор” йәмғиәтендә эшләһә, әле заказдар буйынса урынға сыға. Алты йыл элек донъяға килгән Камил, әле бер йәшен дә тултырмаған бәләкәй Шамил да татыу һәм бер-береһенярты һүҙҙән аңлап торған ғаиләләүҫә. Уландарҙы тәрбиәләүҙә Лилиә менән Вадим бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә киреһенсә, ярҙам итергәтырыша. Берәүһе нимәнелер тыйһайәки, киреһенсә, рөхсәт итһә, икенсеһе лә уның менән тулыһынса килешә. Хәҙер йәштәр балаларының киләсәген алдан хәстәрләй. Лилиә һәм Вадим Камалетдиновтар балаларының яуаплы һәм рухи үҫешкән, камил кеше булып үҫеүентеләй. Өлкәндәре Камил менән дәтөрлө темаларға күп һөйләшәләр, яҡшы һәм кире һыҙаттарына иғтибар итәләр, тормошҡа ҡарашын үҫтерәләр. Камил менталь арифметика менән шөғөлләнеүҙән тыш, көрәш, ҡаяға үрмәләү буйынса, робототехника секцияларына, ҡала музыка мәктәбенә йөрөй. Тырыш малай “Бэби-клуб”ҡа йөрөргә лә ваҡыт таба. Шиғыр һөйләргә ярата ул. Күптәр уны социаль селтәрҙәрҙә тасуири, йөрәктәргә үтерлек итеп һөйләгән шиғырҙары аша ла белә.
Ғаилә бергә үткәрелгән һәр көндө ҡәҙерләй, шуға күрә буш ваҡыттарын бергә үткәрергә тырыша.Боғанаҡта йәшәгән өләсәй-олатайҙарына, әсәй-атайҙарына баралар,тәбиғәткә сығалар.
Билдәле ашнаҡсы Поль Бокюз“Тормош ул - бәләкәй аш бүлмәһе.Унда беҙ “Бәхет” тип аталған ризыҡтар әҙерләйбеҙ”, - тигән. Эйе,был аш бүлмәһендә үҙебеҙ ашнаҡсы, һәм беҙ генә аш-һыуға ниндәйингредиенттар ҡушырға кәрәклеген хәл итәбеҙ. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: универсаль рецепт юҡ,шулай булғас, ижад итегеҙ, яңыларын һынап ҡарағыҙ. Һәм, бәлки,һуңында һеҙҙе бүләк тә көтәлер.Камалетдиновтар ҙа үҙҙәренә ҡулайлаштырып “Бәхет” тигән үҙризығын әҙерләгән. Әле лә уларбыл рецепты тағы ла ныҡлы, татыуитеп камиллаштырыу өсөн үҙ ингредиенттарын ҡуша...