Ун айҙа Куйбышев тимер юлының тимер юл транспорты объекттарында хәрәкәт итеүсе составтың төкөтөүе һөҙөмтәһендә бәлиғ булмағандарҙың йәрәхәтләнеүенең 6 осрағы теркәлгән.
Тимер юл транспорты объекттарында бәлиғ булмағандар менән бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәптәре булып үҫмерҙәрҙең һаҡһыҙлығы һәм тимер юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен (мәҫәлән, билдәләнмәгән урындарҙан капюшонды бөркәнеп үтеү, телефон аша һөйләшеү, килгән поездың алдынан йүгереп үтеү һәм тимер юл япмаһы эргәһендә булыу) үтәмәүҙәре тора.
Хөрмәтле граждандар! Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, уларға тимер юл тирәһендә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Һеҙҙең ҡулда иң мөһиме – үҙегеҙҙең һәм балағыҙҙың ғүмере. Тимер юл транспорты хәүефле булыуын иҫтә тотоғоҙ, шуға күрә тимер юлда һәм поезда булғанда ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ һәм башҡаларға ла "Халыҡтың һәм бәлиғ булмағандарҙың инфраструктура объекттарында булыу ҡағиҙәләрен" боҙорға юл ҡуймағыҙ.
Марина НӘБИЕВА, Белорет юл дистанцияһының хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.