Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март 2025, 16:20

Бөгөнгө туризм ниндәй булырға тейеш?

Үҙенсәлекле тәбиғәт ландшафтары, тауҙарҙың һәм һыу ятҡылыҡтарының күплеге, ҡунаҡсыллыҡ һәм төбәк властарының туриндустрияны үҫтереү мәсьәләһенә иғтибары республикаға туристарҙы йәлеп итә. Туристар ағымының артыуы ял итеүселәргә, туҡланыуҙан һәм йәшәүҙән алып өҫтәмә күңел асыуҙарға тиклем, юғары кимәлдәге сервис күрһәтергә кәрәклеген аңлата. Республика уникаль тәбиғәте менән генә түгел, ә дәүләт тарафынан әүҙем ярҙамы менән дә билдәле, был инде төбәктә туризмдың динамик үҫешенә булышлыҡ итә. Хөкүмәт башланғыстары һәм эшҡыуарҙарға ярҙам программалары туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра. 

Бөгөнгө туризм ниндәй булырға тейеш?
Бөгөнгө туризм ниндәй булырға тейеш?

ЗАМАНСА УҢАЙЛЫ...
Заманса торлаҡ объекттары, уңайлы транспорт маршруттары һәм күңел асыу комплекстары туристарға Башҡортостан киңлектәре менән һоҡланыу, төрлө иҫтәлекле урындарын күреү мөмкинлеген бирә. Был ял итеүселәргә ҡунаҡсыллыҡ һәм юғары класлы хеҙмәтләндереү мөхитен булдырып,  төбәктәге ялды ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ итә. Инфраструктура үҫеше менән бер рәттән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ижтимағи мәҙәниәт тә формалаша, был үҙ сиратында урындағы эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр аса һәм өҫтәмә эш урындары булдыра. Шулай итеп, Башҡортостандың тәбиғәт байлығын системалы дәүләт ярҙамы һәм үҫешкән инфраструктура менән берләштереү төбәк туризмы өсөн яңы офоҡтар аса.
Башҡортостан йыл һайын 2 миллиондан ашыу ял итеүсене ҡабул итә. Уларға уңайлы шарттар булдырыу өсөн яңы глэмпинг-кемпингтар, турбазалар төҙөлә, номерҙар фонды арта. Быйыл Башҡортостан туризмды үҫтереүгә 260 миллион һумдан ашыу берҙәм субсидия алды, был 2024 йылға ҡарағанда 100 миллионға күберәк. Улар глэмпинг-кемпингтар, пляждар төҙөкләндереү өсөн файҙаланыласаҡ. 2025 йылда төбәк туристик локацияларҙы ҡыҙыҡлы идеялар һәм тәҡдимдәр менән тулыландырырға ниәтләй. Өҫтәүенә, дәүләт үҙ эшен яңы башлаған йәки уны киңәйтергә теләгәндәргә төрлө ярҙам саралары күрһәтә. 
Республикала социаль эшҡыуарлыҡ та йылдам үҫешә һәм Башҡортостан был йүнәлеш буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. 2024 йылға 618 социаль эшҡыуар теркәлгән. 2021 йылдан алып республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү проекттарына дөйөм суммаһы 203 миллион һумлыҡ 433 грант бүлде. Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында 593 меңдән ашыу кеше мәшғүл, был милли проект буйынса маҡсатлы күрһәткестән 20 процентҡа күберәк. Республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәре 22 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мөһим һәм әһәмиәтле күрһәткестәрҙең барыһы ла яҡшы тиерлек, эшегеҙ өсөн рәхмәт, тигәйне оператив кәңәшмәләрҙең береһендә. “Әммә эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлар өсөн осрашыуҙар үткәрергә һөйләштек, шуға күрә хакимиәт һәм Хөкүмәт аппараты менән бергә әҙерләнегеҙ”, - тине республика етәксеһе. 
Күрәһең, бындай урындағы осрашыуҙар ысынлап та кәрәк һәм мөһим. 

“САМРАУ” КЕҮЕК...
Урал Швейцарияһы - «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортын ҡайһы берҙә шулай атайҙар. Ваҡыт үтеү менән билдәле туристик урынға әүерелгән үҙәккә күрше ҡалаларҙан ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән тау саңғыһы, сноуборд спортын һөйөүселәр килә. «Абҙаҡ» үҙәге үҙенсәлекле тәбиғәт матурлығы һәм шыуыу миҙгелен башҡа курорттарға ҡарағанда алдараҡ асыу мөмкинлеге менән дә йәлеп итә. Абҙаҡта тәбиғәттең ысын матурлығын баһалаған, шул уҡ ваҡытта заман уңайлыҡтарынан да баш тартмаған туристар өсөн глэмпинг-кемпингтар, турбазалар, эко-отелдәр төҙөлә. 
“Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәгенән алыҫ булмаған Яңы Абҙаҡта “Samrau Glamp” проектын шәхси эшҡыуар Азамат Ғайсин тормошҡа ашыра. 2024 йыл аҙағында районда “Самрау” тигән матур бренд аҫтында ҡунаҡхана комплексы асыла. Йәш эшҡыуар тормошҡа ашырған проект сифатлы ҡунаҡхана хеҙмәтенә һорауҙың артыуына яуап биреп кенә ҡалмай, 30-40-лап яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. 2024 йылда эшҡыуар кемпинг-йорттар төҙөү өсөн дәүләт субсидияһы алыуға өлгәшкән.
Йәш һәм амбициялы Азамат Ғайсин хыялын тормошҡа ашырып, өс йыл эсендә магазин, ике ашхана, икмәкхана һәм 20 номерҙан торған ҡунаҡхана комплексы төҙөүгә ирешә. Ҡунаҡтар оҙағыраҡ ҡалырға теләһә, ҡунаҡхана уларҙы ҡабул итергә һәр саҡ әҙер. Комплекста 14 бер бүлмәле "люкс" номерҙар һәм 6 "апартамент" иҫәпләнә. Ошо уҡ бренд аҫтында тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн бер нисә модулле йорттан, ял итеү зоналарынан, тандыр, чандан торған глэмпинг эшләй. 
Икмәк бешереүҙе, ҡамыр ризыҡтары әҙерләүҙе лә яйға һала, көн һайын яңы бешкән тәмле ашамлыҡтар урындағы халыҡты һәм туристарҙы ҡыуандыра. Ашханала бәләкәй ҡунаҡтар өсөн балалар менюһы әҙерләнгән. Киләсәктә хәләл ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү ҡаралған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Азамат Ғайсиндың проекты ял итеүселәрҙең  генә түгел, урындағы халыҡтың да иғтибарын йәлеп итте. Шулай итеп, йәш эшҡыуар үҙенең бизнес-идеяларын тормошҡа ашырып ҡына ҡалманы, ауыл үҫешенә лә тос өлөш индерә, төрлө юҫыҡта ярҙам итә. Был йәһәттән, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев тә йүнселде маҡтап телгә ала. 
Коплекста балалар өсөн уйын зонаһы булдырылған, ҡунаҡтар өсөн уңайлы туҡталҡа бар. Шулай уҡ ял итеүселәр ҡунаҡхана комплексы биләмәһендә техниканы ҡуртымға алып, Иҙел башының хозур тәбиғәте, матур урындары буйлап сәйәхәт ҡыла ала. 
- Башҡортостандың тау саңғыһы курорттары Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән туристарҙы күпләп йәлеп итә, ләкин уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн юғары кимәлдәге сервис, бөтә өлкәләрҙә лә хеҙмәттәр сифатын күтәрергә кәрәк. Килем артынан ҡыуырға түгел, ә шарттар булдырыу мотлаҡ. Сервис үҫешкән, заманға тап килгән булырға тейеш. Халыҡ та бит хәҙер  талапсан, - ти эшҡыуар. 
Үҙе лә сәләмәт тормош алып барған, спорттың биатлон төрөн үҙ иткән, спорт мастерлығына кандидат Азамат Ғайсин “Сәләмәт һуҡмағы”н булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ номерҙар фондын арттырыу һәм хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү, һыбай йөрөү маршруттарын ойоштороу ниәте менән яна.

Ирина СИМОНОВА, хакимиәттең эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы, йәмәғәт лидеры: 

- Иҙел башында 2662 эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекты, шулай уҡ 7071 (үткән йыл – 5100-ҙән ашыу) үҙмәшғүл теркәлгән. Уларҙың күбеһе яҡлауға мохтаж һәм ярҙам һорап тейешле структураларға мөрәжәғәт итә лә инде. 
Ярҙам федераль, республика, шулай уҡ муниципаль программалар буйынса тормошҡа ашырыла. Муниципаль программала түбәндәге төп йүнәлештәр буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған: стартап, төп сараларҙы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн, лизинг түләүҙәрен һәм инженер инфраструктураһына тоташтырыуға сығымдарҙы ҡаплау, муниципаль программа буйынса финанслау күләме сағыштырмаса аҙ, шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын эшҡыуарҙар конкурста ҡатнаша һәм субсидия алыуға өлгәшә.
Һуңғы ваҡытта эшҡыуарҙар туризм үҫеше өсөн субсидиялар формаһында федераль һәм республика гранттары конкурстарында әүҙем ҡатнаша, алынған аҡсалар модулле глэмпингтар урынлаштырыуға һәм ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Бында төп шарттарҙың береһе булып туристик эшмәкәрлек алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһы һәм проект буйынса сығымдарҙы финанслау мөмкинлеге булыуы тора. 
Районда 2023 һәм 2024 йылдарҙа туризм буйынса субсидиялар алынған һәм уңышлы тормошҡа ашырылған. Хәҙер ҙә ғаризалар ҡабул ителә. Йыл һайын эшҡыуарҙар өсөн төрлө ярҙам программалары эшләй. Мәҫәлән, 2022-2023 йылдарҙа район-ҡала эшҡыуарҙар йәштәр һәм социаль эшҡыуарлыҡ программаларында әүҙем ҡатнашты. Йәштәр тураһында һүҙ йөрөткәндә, мотлаҡ шарт: кандидат 25 йәшкә тиклем һәм билдәле бер капиталы булырға тейеш. 
Шулай ҙа райондың иҡтисади потенциалы - туризм. Йылдан-йыл туристар ағымы үҫә. 2024 йылда уларҙың һаны уртаса 240 мең самаһы тәшкил иткән. Ысынында иһә улар күберәк, сөнки һандар ял көнө туристарын иҫәпләмәй. Ә бит күрше ҡалаларҙан, фатирҙы тәүлек әйләнәһенә ҡуртымға алған һәм үҙаллы сәйәхәт ҡылғандар ҙа күп.  Отелдәр, глэмпингтар һаны ла арта. Бөгөн район биләмәһендә 60-тан ашыу урынлаштырыу сараһы (ҡунаҡханалар, глэмпингтар, турбазаларҙы ла иҫәпкә алып) бар. 
2024 йыл йомғаҡтары буйынса туризмды үҫтереү буйынса ике проект республика гранттар конкурсында еңеү яуланы. Улар - Абҙаҡтағы «Самрау» һәм Сосновка ауылы янындағы «Шыршыяр». 2024 йылда дәүләт ярҙамын  Николаевка һәм Ҡағы ауылдарында проекттарҙы ғәмәлгә ашырған компаниялар алды. Туристар Иҙел башына теләп килә, шуға күрә районда юл буйы сервисы ла әүҙем үҫешә. 2024 йылда дүрт кафе, дүрт яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, бер сауҙа объекты, бер ҡунаҡхана һәм бер күп функциялы юл буйы комплексы сафҡа индерелгән. Улар араһында Белоретта аккумуляторлы электр транспорты өсөн электр заправкалау станцияһы, Абҙаҡ ауылында «Бәрәкәт» кафеһы, Инйәрҙә «Родина» ҡунаҡханаһы, Үткәл ауылы янында «Таш Яр» юл буйы комплексы, шулай уҡ 12 юл яны сервисы объекты яңыртылды.
Социаль эшҡыуарҙар өсөн шарттар башҡа. Тәү сиратта тейешле реестрға инергә кәрәк. 
“Оzон" маркетплейсында "Башҡортостанда эшләнгән" төбәк витринаһы булдырылған. Витринаға 240 селлер һәм урында етештерелгән 5 меңдән ашыу тауар инә. Маркетплейста республиканан бөтәһе 28 мең һатыусы теркәлгән. Был интернет-магазиндарҙа Белорет етештереүселәре лә бар.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас