- Бында килгәндән-килге килә. “Бахтино”ла күңелебеҙ менән ял итәбеҙ. Яҙын да булдыҡ, йәйен дә ял иттек. Көҙҙөң матурлығын да бында күрергә ниәтләйбеҙ...
- Радмир һәм Светлана, ялыбыҙҙы ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Өйҙә бөхтәлек һәм таҙалыҡ хөкөм һөрһә, террасанан башҡорт тәбиғәтенең матурлығы асыла. Хозур тәбиғәт, тау-ҡаялар, йылға, мунса... Башҡа тағы нимә кәрәк?! Элемтә булмауы был ялды тағы үҙенсәлекле һәм онотолмаҫлыҡ итә! Беҙ, Саха (Яҡут) ҡунаҡтары, бөтәһенә лә шулай ял итергә кәңәш итәбеҙ!
Ял итеүселәрҙән бына ошондай һәм башҡа бик күп рәхмәт һүҙҙәре килә Уҫманғәле ауылынан йыраҡ түгел хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Бахтино” глэмпингы хужалары - Шәриповтар ғаиләһе исеменә.
Күптәр ҡала шау-шыуынан һәм ығы-зығыһынан ял итеү өсөн тәбиғәткә сығырға хыяллана. Бындай ял итеүҙе хуп күреүселәр ике категорияға, тәбиғәттә палаткалар ҡороп һәм уңайлыҡтарға мохтаждар, бүлергә мөмкин. Инйәрҙән Светлана һәм Радмир Шәриповтар бер-береһенә тап килмәгән шул ике категорияны берләштереүгә өлгәшкән. Ғаилә Инйәр йылғаһы буйында А-фрейм-өйҙәр төҙөп, йыл әйләнәһенә ял итеүселәрҙе, туристарҙы ҡабул итә. Әйткәндәй, бында Интернет та тотмай, бәйләнеш тә юҡ тиерлек. Быны ла Шәриповтар ял итеү базаһының фишкаһына әйләндергән: ҡала мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, тәбиғәттең рәхәтен генә күр! Бында төбәктең хозур тәбиғәте, саф һауа, таҙа йылға һәм һеҙ генә. Ҙур ер менән бәйләнеш һәм ҡала ығы-зығыһы ла юҡ, тик тынлыҡ, һиллек, ылыҫ еҫе һәм ҡоштар һайрауы. Тынлыҡты ла тик балаларҙың шат тауышы, йылға буйында урынлашҡан ауыл мунсаһынан сығып һыуға сумған, ҡышын көрткә һикергән тауыштар ғына боҙа. Ә кистәрен ял итеүселәр усаҡ янында йыйылып, киләсәккә пландары менән уртаҡлаша, аралаша, ял итә.
Гармония һәм уңайлылыҡ булдырып архитектура менән тәбиғәттең осрашҡан үҙенсәлекле урынында урынлашҡан "Бахтино" глэмпингы (https://vk.com/baxtyno?from=groups). А-фрейм өйҙөң һәр элементы тиерлек ысын сәнғәт. Бейек А-образлы ҡыйығы, антресоль-йоҡо бүлмәһе һәм панорама быялаһы менән һеҙҙе урманда йәшеренгән әкиәт өйөнә алып барып еткергәндәй. Бейек түшәм һәм тотош фасад быялаһы иҫәбенә йылға һәм тауҙарға, хозур тәбиғәткә иҫ киткес күренеш асыла, тәбиғәттең һәр миҙгеле, мәле менән ләззәтләнергә мөмкинлек бирә. Компакт ҙурлығына ҡарамаҫтан, йорттоң уңайлы йәшәү өсөн бөтә нәмәһе - көнкүреш техникаһы һәм һауыт-һабаһы менән заманса аш-һыу мөйөшө, уңайлы ҡунаҡ бүлмәһе һәм саф һауала ваҡыт үткәреү өсөн терраса бар. Бында, бигерәк тә, Светлана Рим ҡыҙының тырышлығы һәм күңел йылыһы һалынғаны күренеп тора.
Республикала 600 ҡунаҡхана һәм санаторий-шифахана, 120 глэмпинг, шуларҙың 101-е йыл әйләнәһенә, эшләй. Туристар ағымының йыллыҡ үҫеше 20-25 процент тәшкил итә, маҡсат - йылына 3 миллионға тиклем туристы йәлеп итеү. Иҙел башында ла һуңғы йылдарҙа кемпинг-глэмпинг, ял итеү базалары күпләп төҙөлә. Популяр геолокациялары булған тау-ташлы Инйәр төбәгендә лә улар байтаҡ һәм күптәре туристар, ял итеүселәр араһында билдәлелек яулап өлгөргән дә инде. Бында туризмдың тирмә кемпингы, глэмпинг кеүек ял итеү урындары ялдың төрлө төрҙәрен тәҡдим итә.
Өфө урман техник техникумын, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған Радмир һәм Урал дәүләт физик культура университетында туризм тармағы буйынса махсус белем алған Светлана бынан өс йыл элек тәбиғәттең хозур мөйөшөндә - Инйәр йылғаһы, Әпләзе, Аҡтүш тауҙары итәгендә "Бахтино" глэмпингы асып, яңылышмаған. Бөгөн Шәриповтар күңелдәренә хуш килгән эш менән шөғөлләнә. Дәүләттән ярҙам көтөп тормай, туғандары, яҡындары ярҙамы менән ике ҡыуыш формаһындағы өй төҙөгән. "Бахтино" глэмпингы Иҙел башының билдәле урындарына яҡын урынлашыуы менән отошло. Тау-ҡаяларҙы яулауҙы үҙ иткән туристар ҙа бында туҡталырға, ял итергә ярата. Туристар донъя мәшәҡәтенән ял итеп кенә ҡалмай, улар өсөн бер көнлөк турҙар, маршруттар ҙа ойошторолған. Квадроцикл-ҡаргиҙәрҙәрҙә Айғыр ҡаяларына, йәиһә Шәреташ, Бәләкәй Ямантау кеүек билдәле урындарға ла алып барыуҙы тәьмин итә Шәриповтар. Өс йыл дауамында "Бахтино"ла даими ял итеүселәре лә барлыҡҡа килгән. Ҡазан, Силәбе, Ырымбур, Өфө кеүек республика, өлкә һәм ҡалаларҙан килгән туристар ял итергә ярата бында. Яҙғы миҙгелдә, һыуҙың мул мәлендә, ял итеүҙең экстремаль төрөн яратыусылар катамарандарҙа аҡһа, йәйен балыҡ ҡармаҡлап, сапбордтарҙа йөрөүҙе үҙ иткән глэмпингта ял итеүселәр. Шулай уҡ ҡышын ҡаргиҙәрҙәрҙә урман ҡыҙырырға, ғаилә менән "банан"дарҙа йөрөргә, тюбингта шыуырға ла мөмкин.
Яңыраҡ шундай "Инвестсәғәт"тәрҙең береһендә Радмир Фәиз улы ҡатнашҡан ине. Эшҡыуарҙың теләге - ғаилә бизнесын юғарыраҡ кимәлгә күтәреү һәм быға күрше районды ла йәлеп итеү. Ял итеүселәргә туризмдың йылға буйлап ағыу төрөн тәҡдим иткәндә, Инйәр йылғаһы буйлап Архангелгә тиклем ағырға тура киләсәк.
Шундайҙарҙың береһе - Асы һәм Берештамаҡ ауылдары араһында яңы тимер юл туҡталышы - "Шәреташ" пункты. Шәреташ туристар һәм тәбиғәтте яратыусылар араһында киң билдәле. Ҡаяларҙан Инйәр үҙәненең һәм тирә-яҡ һырттарының панорамаһы асыла. Элек "Асы" станцияһынан ҡая һуҡмағына тиклем туристарға яҡынса 4 саҡрым барырға тура килһә, хәҙер был юл 600 метрға тиклем ҡыҫҡартылған. Ҡаялар итәгендә урынлашҡан туҡталышта алты ҡала яны поездары, шул иҫәптән популяр туристик маршрут "Айғыр" тау экспресы туҡтай. "Тимер юл туризмы" конференцияһында ҡатнашҡан республика Башлығы Радий Хәбиров яңы туҡталышҡа телекүпер аша старт бирҙе.
Эйе, был башланғыс та Инйәр төбәгендә экотуризм йүнәлешенең, шул иҫәптән тырыш Шәриповтарға ла, үҫешенә мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, "Айғыр" тау экспресы йәйге миҙгелде рекордлы һан - 50 мең пассажир (майҙан сентябргә тиклем) менән тамамланы, был уҙған йылға ҡарағанда 24%-ҡа күберәк.