Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Октябрь 2025, 15:44

Бар бәрәкәт - икмәктә

Ҡасандыр “Ауыл хужалығы техникаһы” ойошмаһында эшләгән атаһы - Рәил Ғәдинан улына эйәреп йөрөгән Руслан киләсәген техника менән бәйләмәһә лә, барыбер ауыл хужалығы тармағын һайлаясағын уйлағанмы икән?! Бәлки... Атаһының эш урынында йыш булһа ла, ойошма янындағы икмәкхана, мейестән яңы сыҡҡан икмәк еҫе уны һәр ваҡыт үҙенә тарта, нығыраҡ ылыҡтыра. Киләсәккә  татыу коллектив туплап, уны етәкләү, үҙ эшен асыу кеүек план-хыялдар ҙа яйлап тормошҡа өлгәшә башлаған бит.  Бөгөн иһә Руслан Абдрахманов теләге тормошҡа ашҡан йәш эшҡыуарҙарҙың береһе. Ғаилә бизнесын нәҡ күңеленә хуш килгән шөғөлдән башлауына  үкенмәй һәм был өлкәлә ең һыҙғанып эшләй. Хәҙерге юғары технологиялар заманы, көнәркәшлек үҫешкән мәлдә юғалып ҡалмай, әгәр ҙә эшең алға барһын тиһәң, билде биштән нығыраҡ быуып эшләргә лә кәрәк бит әле.  

Бар бәрәкәт - икмәктә
Бар бәрәкәт - икмәктә

2024 йыл башында эшҡыуарлыҡтың нәҡ күңеленә ятҡан өлкәһендә үҙ эшен асырға йөрьәт иткән Руслан Абдрахмановтың (өҫкө һүрәттә) “Булочка” икмәк һәм кондитер цехы Инйәр төбәге халҡын ғына түгел, башҡа ҡулланыусыларын да сифатлы икмәге, тәм-томдары менән ҡыуандыра. Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер-механик һөнәренә уҡыған Руслан баш ҡала туҡланыу учреждениеларының береһендә тәьминәтсе булараҡ тәжрибә туплаһа, кәләше технологтан администраторға тиклем үрләй. Шуға ла Инйәрҙә төпләнгән йәш ғаиләлә ниндәй тармаҡта эшебеҙҙе асырға икән, тигән һорау тыумай. Ойоштороусыларҙың береһе, бажаһы Линар Хәсәншин менән (икенсе фото), бинаны ҡуртымға алып, ҡорамалдар һатып ала, хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә ылыҡтыра һәм производствоны яйға һалыуға өлгәшә. Бөгөн икмәкханаға һәм кондитер цехына икмәк һәм десерт һатып алырға кеше күп йөрөй. Цехта көнөнә 500-ләп икмәк бешерелә. Магазин кәштәләрендә беренсе,  икенсе сортлы “Ағиҙел” икмәге, ҡомалаҡлыһы, бойҙай, кишер ҡушып бешерелгәндәре лә бар. Батон, “Ромашка”ны ла инйәрҙәр яратып ала. 
- Һәр икмәк бешереүсенең үҙ сере бар. Кемдер, ғәҙәттәгесә, үҙе белгәнсә баҫа, башҡалар ҡәтғи рецептураға ярашлы эшләй. Беҙҙең икмәкханала бешерелгән икмәк тығыҙлығы менән айырыла. Бындай икмәк туҡлыҡлы ла, тиҙ иҫкереп тә бармай. Икмәк башын да (әсетке) үҙебеҙ эшләйбеҙ.  Икмәк төрөн тағы унға арттырырға ниәтләйбеҙ, - ти эшҡыуар.
Бөгөн “Булочка”ның кондитер “багажында” тиҫтәләгән төр - бөйөрөк һәм пирожныйҙар, кекстар, торттар һәм башҡа тәмлекәстәр бар. Он, шәкәр һәм башҡа ябай, ғәҙәти аҙыҡ-түлек кондитер цехы оҫталары ҡулында шедеврға әйләнә.
Бындай эштә ҡытыршылыҡтар булырға ла тейеш түгел: пропорциялар, дөрөҫ кондитер ҡоралы, кәрәкле бешереү температураһы мөһим. Икмәкхана, кондитер цехы хеҙмәткәрҙәре был процесты ентекләп өйрәнгән. Көн һайын тиерлек улар бешергән торттар тыуған көнгә, юбилейға, туйҙарға оҙатыла. Тантаналар һәм сәй табынына стандарт рецептар буйынса бешерелгән торттар тәҡдим ителә. 
- Күптән түгел генә витриналарҙы майлы крем, бисквит һеңдерелгән торттар биҙәһә, бөгөн иһә һатып алыусылар еңел, калорияһыҙ, шулай уҡ тәмле булған татлы ризыҡтарҙы һайлай. Татлы яратыусыларға “чиз” кремлы торттар, еңел бисквиттар оҡшай. Шул уҡ ваҡытта “классик”тарын да яратып ала. Бөгөнгө “татлы” мода “Булочка”ның да ассортиментын яңыр-
тып тороуҙы талап итә. Шуға ла ҡулланыусыларға яңынан-яңы ризыҡтар тәҡдим итергә тырышабыҙ, - ти Руслан Рәил улы.   
Магазин кәштәһе ассортиментҡа бай һәм төрлөлөгө менән айырылып тора. Ҡыҙҙырылғаны, духовкала бешерелгәне, десерттар, пирогтар һәм ярымфабрикаттар... Тәм-томдарҙың ниндәйе генә юҡ бында. Трайфл, меренга рулеты, синнабон, пончик, төрлө эслектәр һәм өҫтәмәләр ҡушып бешерелгән печеньелар айырыуса тәмлетамаҡтарға оҡшаһа, бургер, шаурма, пицца кеүектәрен балалар, йәштәр ярата. Теләйһең икән магазин-кафетерийҙа төрлө салаттар, ярымфабрикаттар, тәмле компот, ҡәһүә,  автор сәйҙәре менән һыйлана алаһың, юлға ла алырға мөмкин һәм уңайлы ла. 
Икмәк бешереү, кондитер эше көндәлек хеҙмәт кенә түгел, ул оҫталыҡта камиллашыуҙың сиге булмаған сәнғәт тә. Шуға ла Руслан Рәил улы коллективта яҡшы мөхит булдырыуҙан тыш, хеҙмәткәрҙәренең профессиональ үҫеше тураһында ла хәстәрлек күрә. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә, семинарҙарҙа белемен даими нығыта. Ә етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең бындай ынтылышын хуплай ғына. Сифаты һәм тәме өсөн дә ғорурлығын йәшермәй, сөнки һатып алыусыларҙан тик ыңғай баһалар ғына килә. 
- Уңыштың сере - яҡшы хеҙмәткәр, тип уйлайым. Эшебеҙҙең алға китеүе лә хеҙмәткәрҙәрҙең сифатлы эшләүенә  бәйле. Производствоны киңәйтеп,  аяғында ныҡлы баҫып торған йәмғиәт төҙөүгә өлгәшһәк, артабан да булдырасаҡбыҙ. Ғаилә икмәкханаһы, кондитер цехы ул беҙҙең ғаиләне берләштерә. Тап тыуған еремдә, уның сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индерә, 17 ауылдашымды эш менән тәьмин итә алыуыма ҡыуанам. Продукция тәмле һәм сифатлы булһын өсөн юғары квалификациялы белгестәр, технологтар менән икмәк бешереү, кондитер изделиелары буйынса йыш кәңәшләшәбеҙ. Коллективта эшләгән хеҙмәткәрҙәр үҙ эшенең оҫтаһы, улар әҙерләгән икмәк-булка изделиелары, тәм-томдар тәмле һәм сифатлы. Ошо көндәрҙә генә Өфөнән технолог килеп, хеҙмәткәрҙәрҙе бешереү нескәлектәренә өйрәтеп китте, - тип яңылығы менән уртаҡлашты етәксе. 
Декрет ялында ултырған тормош иптәше лә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Ассортиментты киңәйтеү һәм яңыртыу буйынса төплө кәңәшен бирә, тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплай ҙа белә йәш хужабикә. Тырыш эшҡыуар Инйәрҙә оҙаҡламай эшлекле партнерҙарға (контрагент) ташыу өсөн икенсе ҙур икмәк бешереү цехы асасаҡ. Тулыһынса төҙөкләндереп, ҡорамалдар урынлаштырыу эштәре генә ҡалған. 
“Икмәк - бөтәһенә лә баш” тигән һүҙҙәр һәр кешегә бала саҡтан таныш. Икмәк баҫыуҙарҙа башланып, ғаилә өҫтәлендә тамамлана. Ә тәмле һәм сифатлы икмәк ябай кешенең өҫтәленә эләгеү өсөн әллә күпме юл үтә. Тимәк, етештереү сылбырында мөһим звено булып ойоштороусыларҙың да, икмәк бешереүселәрҙең дә тырыш хеҙмәте тора. 

Эльвира ХӘМЗИНА.
Фотолар: ғаилә архивынан. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас