- Һәр малай кеүек, мин дә бала саҡтан машиналарҙы яраттым. Был, күрәһең, мине тәрбиәләгән атайымдан, ағайҙарымдан күскәндер, улар ҙа шофер. Бөрйән һөнәрселек училищеһында тракторсы-водитель һөнәренә уҡыным, 2010 йылда иһә автобус менән идара итеү мөмкинлеҺеҙҙең хеҙмәтегеҙ мөһим! ге биргән водитель таныҡлығы алғас, Себер яҡтарында, КамАЗ-да, эшләп алдым. Һуңынан Бөрйән районының Байназар мәктәбендә автобус водителе булдым, бына әле бер йылға яҡын Учалы АТП-ыһына ҡараған Белорет колоннаһында пассажирҙар ташыу тармағында эшләйем. Водитель һөнәре - ауыр һәм яуаплы. Әгәр ҙә йөк ташыу урынына кешеләр менән эшләргә ҡарар иткәнһең икән, пассажирҙарға ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Әҙәплелек, сабырлыҡ һәм иплелек - ҡала автобусы водителенә нәҡ ошо сифаттар хас булырға тейеш. Әлбиттә, пассажирҙар араһында ла ауыр холоҡлолары осрай, ҡайһы берҙә ҡатылыҡ күрһәтергә лә тура килә, - ти Рөстәм Рәзиф улы.
Коллегалары һәм таныштары ла Белорет колоннаһының 12-се маршрут водителенең төп өҫтөнлөгө тип уның изге күңеллелеген һәм итәғәтлелек һаҡлай белеүен иҫәпләй. Һәр ҡатмарлы хәлдән ул дөрөҫ юл табырға тырыша, сөнки һәр кеше, хатта холҡо ауыр булһа ла, яҡшы мөнәсәбәткә изгелек менән яуап биреренә ышана.
- Эшенә яуаплы ҡарай, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара. Автотранспорт предприятиеһы ҡуш ҡуллапэшкә алырға әҙер булған уның кеүек әҙәпле һәм ҡуйылған бурысты теүәл үтәгән водителдәр күберәк булһын ине. Эшләгән кешегә беҙҙә хеҙмәт шарттары лайыҡлы, - ти “Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булған Учалы автотранспорт предприятиеһының Белорет колоннаһы гараж начальнигы РөстәмАралбаев тырыш водитель тураһында. - Айырыуса пассажирҙар ташыу буйынса махсуслашҡан колоннала үҙ эшен яратып башҡарған, йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарған тәжрибәле водителдәр байтаҡ. Һөнәри байрамдары алдынан нәҡ улар - Учалы автотранспорт предприятиеһының Белорет колоннаһы водителдәре Федор Михайлович Шошин, Владимир Вячеславович Гнетов - ҡала хакимиәте башлығының Почет грамотаһына, Хәниф Тимербай улы Сәйфетдинов, Рөстәм Рәзиф улы Мырҙабаев, Алексей Петрович Скворцов Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды ла инде.
Учалы АТП-ыһының Белорет колоннаһында маршрутҡа сығарыубуйынса йәмғеһе өс контролер (механиктар), ике медицина хеҙмәткәреһәм өс диспетчер эшләй. Водителдәрсоставы 15 кешенән тора. Махсусколоннала 23 берәмек автобус иҫәпләнә. Автопарк, мөмкинлеккә ҡарап,яңыртылып тора. Ике йыл элек ауылдар өсөн тәғәйен дүрт “ГАЗель Next”(19 урынлыҡ) автобусы менән тулыланды. Микроавтобустар барыһы ла“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” миллипроектына ярашлы алынды. Шулайуҡ, Белорет - Екатеринбург ҡала-арарейсы ҡулланыусылар араһында киң билдәлелек яулап өлгөргән. Көн аша йөрөгән уңайлы автобусты һайлаған пассажирҙар ҙа хәҙер байтаҡ. Белорет колоннаһы районды дүрт йүнәлеш:Үрге Әүжән, Үҙәнбаш, Шығай, Миндәк зоналары буйынса хеҙмәтләндерә.Инйәр зонаһы иһә шәхси предприятие ҡарамағында, шулай уҡ Учалы, Сибай автобус рейстары ла транзит менән Инйәр төбәге ауылдары аша үтә, шуға ла тәғәйен автобус ебәреүҙең кәрәгелә юҡ. Иң оҙон ҡала маршруттарының береһе - 12-се маршрутты уртакласлы “Вектор Next” автобустарыхеҙмәтләндерә. ПАЗ автобустары махсус ҡала, айырыуса, халыҡтың аҙ хәрәкәтсән төркөмдәре өсөн уңайлы. Автобуста айырым категория пассажирҙары өсөн пандус та бар.
Бынан тыш, миҙгелле һәм йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндергән маршруттар - 8-се (баҡсалар), 7-се (“Морат” тау саңғыһы базаһы өсөн), 14-се (Уҡшуҡ) автобустар пассажирҙар ташый.
– Бөгөн һәр кемдең үҙ шәхси техникаһы булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт автотранспорты менән йөрөгәндәр байтаҡ. Беренсенән, хәүефһеҙ ҙә, икенсенән, законлы эшләгән “Башавтотранс” ойошмаһында барлыҡ социаль мөмкинлектәр ҡаралған. Автобустарҙа социаль, мәктәп, пенсия карталары менән иҫәпләшергә мөмкин. “Алға” республика картаһы буйынса юл хаҡы кәмерәк тә сыға. Шуныһы менән уңайлы, - ти Рөстәм Мансур улы.
Юғары хәүеф объекты булған һәр техника водителенең хеҙмәте ҡатмарлы һәм яуаплы. Водителдең үҙ эшенә, техникаға нисек ҡарауынан башҡа кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере бәйле. Быны автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре аңлай һәм хәтеренән сығармай.
Байрамығыҙ менән, автомобиль һәм ҡала йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәре, ветерандары! Сәләмәтлек һәм тигеҙ юлдар һеҙгә!