Социаль өлкә
16 Апрель , 12:14

Сосновкалар комплекслы медицина тикшереүе үтте

Башҡортостанда “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Профилактик кампания иң төпкөл тораҡ пункттарына күсмә медицина комплекстарын ебәрҙе. “Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса юлға сыҡты һәм республиканың бөтә муниципаль райондарын солғап алды. Алты маршруттың береһе - Белорет районында башланды һәм медицина комплексын тәүгеләрҙән булып Сосновка ауыл биләмәһе ҡаршы алды.

Сосновкалар комплекслы  медицина тикшереүе үттеСосновкалар комплекслы  медицина тикшереүе үтте
Сосновкалар комплекслы медицина тикшереүе үтте

Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова акцияны тантаналы асып, Сосновка ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Ағиҙел һылыуҙары” ансамбле ауыл халҡын, табиптарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алғандан һуң тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүҙәр башланды.
- УЗИ үтергә килдем, неврологта ла булырмын тим. Ике йыл элек Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында, Өфөлә ҡаралған инем. Бөйөрҙә биҙ бар. Шуға ла тикшерелеп торорға кәрәк. Белгестәрҙең урында ҡабул итеүе, әлбиттә, уңайлы. Күптәр бит баш ҡалаға бара алмай, - ти Рәсимә Хәмитова.  
Акцияға ярашлы өс көн дауамында Сосновка биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы Һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә, терапевта, педиатрҙа булды. Ауыл халҡы офтальмолог, оториноларинголог, акушер-гинекологта ике көн дауамында, хирург, невролог, психолог, психиатр-нарколог, травмотологта бер көндә сәләмәтлеген тикшерҙе. Шулай уҡ халыҡ консультацияларҙы Белорет дауаханаһы белгестәренән генә түгел, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы белгестәре - эндокринолог, ревматолог, онколог, ҡан тамырҙары хирургы, уролог һәм УЗИ белгесенән алды.
Медицина десанты Сосновка ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡын өс көн дауамында ҡараны. Врач амбулаторияһында 1711 өлкән һәм 18 йәшкә тиклемге 548 бала иҫәпләнә. Акцияға ярашлы табиптар 501 кешене, шул иҫәптән 92 баланы ҡабул итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаиләләре (28 кеше) комплекслы медицина тикшереүе үтте.Тар профилле белгестәр 268 кешене ҡабул итһә, 121 кеше ультратауыш тикшерелеүендә булған. Йәмғеһе 335 кеше УЗИ, флюорография, маммография үткән. Яңынан тикшерелергә 109 кеше, рентгенографияға 20 кеше ебәрелде. Сермән врач амбулаторияһында ла өс көн дауамында республика табиптары - ревматолог, эндокринолог, уролог ҡабул итте. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы микроавтобусында сосновкаларҙы алып барҙы. 14 кеше ревматологта, 12-һе эндокринологта һәм бер кеше урологта булды, - тине Сосновка врач амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы Лариса Шәрәфетдинова.  
Шулай уҡ быйыл республика етәксеһе ҡушыуы буйынса профилле белгестәр менән бергә райондарға медицина колледждарының өлкән курс студенттары ла юлланды. Улар табиптарға ярҙам да итәсәк, эш тәжрибәһен дә үҙләштерәсәк. Белорет медицина колледжы студенттары ла үҙ сиратын көткәндәргә сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре, көн режимын тотоуҙың мөһимлеге, хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм һаулыҡ һаҡлауға бәйле башҡа темалар тураһында һөйләне.
Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” Үткәл ауылында ауыл халҡын ҡабул итә башланы.

Эльвира ХӘМЗИНА.
Наил ШАКИРОВ фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас