Социаль өлкә
9 Июня , 04:31

Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?

"Берләштерә торған тел: сленг нисек беҙгә берҙәм булырға ҡамасаулай" тигән яңы мәғрифәт ролигы тамашасыларға уйланырға тәҡдим итә: хәҙерге заман һөйләү манераһы йәмғиәттең берҙәмлегенә кәртә булып тормаймы?  

Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?
Сленгмы әллә дөйөм мәҙәниәтме?

Видео авторҙары: рус теле - аралашыу өсөн һүҙҙәр йыйылмаһы ғына түгел, ә милли мәҙәниәттең, үҙенсәлектең нигеҙе һәм берләштереүсе фактор. Әммә сленгты контролһыҙ ҡулланыу, аҡланмаған алынмалар һәм һөйләм штамптары, улар фекеренсә, үҙ ара аңлашыуға ирешергә ҡамасаулай – көндәлек тормошта ла, мәҙәни-ара диалог дәрәжәһендә лә.

Роликта грамоталы, таҙа һәм сәнғәтле һөйләмдең үзеңә һәм тирә-йүндәгеләргә хөрмәт ҡоралы булыуына айырым баҫым яһала. Нәҡ бына ул милләт-ара ныҡлы бәйләнештәр булдырырға, белемдәрҙе тапшырырға, традицияларҙы һәм сәнғәтте һаҡларға ярҙам итә. Кешеләр аңлайышлы, матур рус телендә һөйләшкәндә, улар яҡыная һәм көслөрәк була.

"Әйҙәгеҙ, рус теле беҙгә аңлашылмаусанлыҡ сығанағы түгел, ә бөтәбеҙҙе лә берләштереүсе көслө сара булып хеҙмәт итһен өсөн эшләйек", - тип өйдәй роликты булдырыусылар.

Автор:
Читайте нас