

Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов эш сәфәре менән Туҡан ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа булып, тораҡ пункттың хәл-торошо, көнитмеше, юлдар торошо менән танышты, карьерҙы ҡараны, китапханала ауылдың тарихи үткәне менән ҡыҙыҡһынды, ә һуңғараҡ хакимиәт ауылдары халҡы менән осрашты. Отчет йыйылышында хакимиәт башлығының архитектура, төҙөлөш һәм юл эшмәкәрлеге буйынса беренсе урынбаҫары Сергей Поляков, район Советы секретары Альберт Азаматов, мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова, “Башкиравтодор” филиалы - Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы начальнигы Александр Калинин, “Водоканал” предприятиеһы һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы вәкилдәре ҡатнашты.
1888 йылда тимер рудаһы сығарыу буйынса эшсе таусылар ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән Туҡанда бөгөнгө көндә 999 кеше йәшәй, хакимиәткә ҡараған ауылдарҙа иһә 216 кеше теркәлгән. Тораҡтың демографик хәле, тотош район кеүек үк, халыҡтың тәбиғи һәм механик (миграция) кәмеүе арҡаһында халыҡ һаны кәмеүе менән характерлана. Ауыл биләмәһендә төрлө категориялы граждандар йәшәй, уларҙың күптәре ташламалар менән файҙалана. 2004 йылдың декабренә тиклем эшселәр ҡасабаһы статусына эйә булған тораҡ пункттың урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, дарыуханаһы, мәҙәниәт йорто, китапханаһы, янғын һүндереү хеҙмәте, почтаһы, банк бүлексәһе, метеостанцияһы, урман хужалығы, ветеринария участкаһы, тиҫтәләгән магазины, ике ярымфабрикаттар әҙерләү, ике икмәк бешереү цехтары бар, күмер етештереү производствоһы һәм пилорамалар эшләй. Ҡыҫҡартыуҙар, әлбиттә, участка дауаханаһын да ситләтеп үтмәне. "Һаулыҡты һаҡлау" милли проекты буйынса 2025 йылда "Дөйөм практика табибы офисы" төҙөлөп, 2026 йыл башында Туҡан участка дауаханаһы яңы бинаға күсерелә, унда дөйөм практика табибы, акушер, теш табибы һәм педиатрия участкаһы шәфҡәт туташы ҡабул итә. Ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Урындағы үҙидаралыҡтың эшенең төп йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙы ҡабул итеү, ғариза-мөрәжәғәттәр менән эшләү тора. Граждандар мөрәжәғәттәрендә йыш ҡына урамдарҙа лампаларҙы алмаштырыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, юлдарҙы таҙартыу, һыу колонкаларының боҙолоуы һәм һыу үткәргес селтәрҙәрендә өҙөклөктәр тураһында мәсьәләләр күтәрелә. Хакимиәт тарафынан мөрәжәғәттәр контролгә алына, уларҙы билдәләнгән ваҡытта ҡарау буйынса эш ойошторола. Отчет осоронда запаста булған граждандарҙың һәм призывниктарҙың иҫәп мәғлүмәттәренә үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм сығарыу кеүек саралар үткәрелә, иҫәп буйынса отчеттар хәрби комиссариат бүлегенә тапшырыла. Ауыл биләмәһендә ғаилә именлеген боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм эшләй, ул асоциаль тормош алып барған ғаиләләргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итә. Иҫәптә торған ғаиләләр менән профилактик эштәр, әңгәмәләр алып барыла, рейдтар ойошторола. “Айыҡ ауыл”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” кеүек республика программаларында ҡатнашыу, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Рәсәй Геройы Дмитрий Плотников иҫтәлегенә еңел атлетика кросы һәм башҡа байрам саралары урындағы үҙидаралыҡта киң билдәләнһә лә, ауыл хакимиәтенең төп эш йүнәлештәренең береһе булып халыҡтың тормошон яҡшыртыу, йәшәү һәм кеше сәләмәтлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу тора.
2025 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса дөйөм оҙонлоғо 400 метр тәшкил иткән насос һәм артезиан скважинаһы бинаһы кәртәләнеп алына, зыяратты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр үткәрелә. Йыл һайын янғынға ҡаршы өҙөклөктәр, ауыл биләмәһе сиктәрендә минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу, юлдарҙы йыл әйләнәһенә тәртиптә тотоу, ҡарҙан таҙартыу, юл билдәләре урынлаштырыу, Беҙәк-Әхмәр зыяратын кәртәләү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр алып барыла. Йырматауҙа трансформатор ремонтлана, Мәйгәшлелә ағас терәүҙәр яңыртылған, Йырматауҙа икәүһен алмаштырыу планлаштырыла. Совет урамында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн контейнер майҙансығы төҙөкләндерелгән. Былтыр колонкалар һәм магистралдәрҙән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса ағымдағы эштәр башҡарылған.
Урындағы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән отчет йыйылышы ла эшлекле шарттарҙа үтте. Туҡан ауылы хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәре тураһында отчет доклады менән сығыш яһағандан һуң халыҡ үҙен борсоған мәсьәләләргә ҡағылды. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар юлдар торошо, юл билдәләре, урам юлдарын төҙөкләндереү, электр яҡтыртҡыстары ҡуйыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. “Ҙур йөк машиналары күпләп йөрөү, ағас ташыу һөҙөмтәһендә юлдарҙың торошо ныҡ насарайҙы. Ауылға ингән икенсе юлды ла тейешле кимәлгә еткереп, ҙур йөк машиналары шунан йөрөһә, был мәсьәлә ыңғай хәл ителер ине”, - тиҙәр туҡандар. Олораҡ апай-ағайҙар медицина өлкәһенә, атап әйткәндә, флюорография, тиҙ ярҙам, кисәнге сығарылыш уҡыусыларына маҡсатлы йүнәлтмә биреү кеүек һорауҙар бирҙе. Ауыл халҡы шулай уҡ йәштәрҙең машиналарҙа, мотоциклдарҙа елдереп йөрөүен, был йәһәттән участка оперуполномоченныйҙарының мәсьәләне хәл итмәүен билдәләне. Почта эше, банк хеҙмәте, газ баллоны ташыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу кеүек мәсьәләләрҙе етәкселәр хөкөмөнә сығарҙы. Ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы юл, обелиск, уларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрен дә әйтте.
Дөйөм алғанда, проблемалар һәр ауылда, һәр өлкәлә лә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың тырышлығы, берҙәмлеге менән уларҙы хәл итеп булыуын билдәләне район етәксеһе Азат Салауат улы һәм халыҡты әүҙем булырға, бер маҡсат менән алға ынтылып йәшәргә саҡырҙы.
Әйткәндәй, туҡандарҙы ауыл урамдарының торошо тейешле кимәлдә булмауы ла борсой. Урамдарға ҡырсынташ түшәп, уны тигеҙләү күптән талап ителә ине. Был мәсьәләне район етәкселәре урында уҡ хәл итеүгә өлгәште. Бөгөн Туҡан ауылының үҙәк урамдарына ҡырсынташ түшәлә. Техникалы ауыл йүнселдәре, райондың “Үҫеш идаралығы” муниципаль ҡаҙна учреждениеһының, Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығының махсус техникалары таш түшәү менән мәшғүл. Башҡа мәсьәләләр ҙә етәкселәр тарафынан иғтибар үҙәгенә алынды.