1942 йылдың февралендә Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла. 1942 йылдың май айынан хәрәкәт итеүсе армияла. 25-се гвардия уҡсылар полкының (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сѳ армия, Үҙәк фронт) взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия ѳлкән сержанты Александр Серебренников Орлов-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Яраланып сафтан сыҡҡан взвод командирын алмаштырып, Александр Серебренников дошмандың һигеҙ ҡаты һѳжүмен кире ҡағыу менән етәкселек итә. 1943 йылдың 8 июлендә, дошман автоматсылары тѳркѳмѳ позицияға үтеп ингән иң киҫкен мәлдә, ҡыйыу йѳрәкле гвардия ѳлкән сержанты взводты һѳжүмгә әйҙәп, хәлде кѳйләй, әммә үҙе һәләк була. Ул Курск ѳлкәһенең Поныров районы Ольховатка ауылында ерләнә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы Указы менән А.Г. Серебренниковҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул шулай уҡ Ленин ордены менән наградланған.
Герой исеме менән Белорет ҡалаһында һәм Курск ѳлкәһенең Поныров районындағы Ольховатка ауылында урамдар аталған. 1965 йылдың декабрендә Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһы янында А.Г. Серебренниковҡа һәйкәл асыла, ә Геройҙар аллеяһында уның бюсы ҡуйыла. 1972 йылдан бирле Советтар Союзы Геройы иҫтәлегенә Белорет ҡалаһында традицион саңғы ярыштары уҙғарыла.