Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2020, 15:00

Герой исемле мәктәп

Хәтер һәм дан йылы уңайынан, Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 75 мәктәп Советтар Союзы Геройы исемен йөрөтә башлаясаҡ. Шығай ауылы мәктәбенә лә 2-се Украина фронтының танк батальоны орудиеһы командиры, гвардия старшинаһы, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың исеме бирелде.

Ошо көндәрҙә мәктәптә Шаһи Ямалетдин улы иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына арналған муниципаль кимәлдәге семинар үтте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, районыбыҙҙан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының тормош юлы менән танышыу, Шаһи Ямалетдиновтың исемен мәңгеләштереү, уҡыусыларҙа мәғлүмәтте анализлау һәләтен үҫтереү, яугирҙарҙың киләһе быуын хаҡына ниндәй ҙур ҡаһарманлыҡ эшләүен аңлатыу, патриотлыҡ тойғоһон уятыу һәм Тыуған ил тарихына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған семинарҙа Шығай, Үткәл, Асы, Ҡаһарман, Берештамаҡ, Исмаҡай, Сермән, Мәхмүт ауылы мәктәптәренән, лицей-интернаттан уҡыусылар, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Мәктәп фойеһында сараны Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева асып, конкурстарҙың шарттары менән таныштырҙы, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Унан һүҙ мәктәп директоры Исмәғил Әбүталиповҡа бирелде. Ул уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яу ҡырында ятып ҡалған райондаштарыбыҙҙың ҡылған батырлыҡтарын, тарихҡа ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа һәм уларҙы хөрмәт итергә саҡырҙы.

Артабан секциялар эше башланды. “Яҡташ-ауылдашымдың Бөйөк Ватан һуғышында үткән ауыр юлы” тип аталған проект секцияһында уҡыусыларҙың үҙ эштәрен яҡлау барышын Гөлсинә Ғөзәйер ҡыҙы Сәхәүетдинова, Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева һәм “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Баныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова баһаланы. Иң ауыр һәм иң оҙаҡ барған конкурста V-VIII кластар араһында I урын Исмаҡай мәктәбенән Ангелина Ҡужаковаға (VI класс), II урын Мәхмүт мәктәбенән Азамат Хафизовҡа (VII), III урын лицей-интернаттан Розалина Байымоваға (VI) бирелде. X-XI кластар араһында I урынды Үткәл мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Гөлсинә Йомағужина, II урынды Шығай мәктәбенең X класс уҡыусыһы Айсилә Нурмөхәмәтова III урынды Ҡаһарман мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Уралиә Мусина яуланы.

“Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!” иншалар конкурсын тикшереү Зилә Әхтәм ҡыҙы Сәйфуллина, Маһира Абдулхаҡ ҡыҙы Сөнәғәтоваменән Гөлсинә Ғөзәйер ҡыҙы Сәхәүетдиноваға йөкмәтелде. Эштәр, конкурстың ҡарарына ярашлы, алдан, электрон почта аша ҡабул ителде. Шулай итеп, V-VIII кластар төркөмөндә I урынға Мәхмүт мәктәбенән VIII класс уҡыусыһы Айлина Камалетдинова, II урынға Исмаҡай мәктәбенән VIII класс уҡыусыһы Айгөл Фәтҡуллина, III урынға Берештамаҡ мәктәбенән VI класс уҡыусыһы Линур Ғәлимов лайыҡ булды. IX-XI кластарҙан I урынды Мирас Вәлиуллин (Мәхмүт мәктәбе, XI класс), II урынды Айсилә Нурмөхәмәтова (Шығай, X) һәм III урынды Рәмилә Динисламова (лицей-интернат, XI) яуланы.

Башҡорт шағирҙарының Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙарын тасуири һөйләү турында ҡатнашыусыларҙы Маһира Абдулхаҡ ҡыҙы Сөнәғәтова, Земфира Фирғәт ҡыҙы

Фәсхетдинова, “Урал” гәзитенән Рәсимә Марат ҡыҙы Сәлихова баһаланы. Уҡыусылар был бәйгелә шиғырҙың темаһына ярашлы кейем кейергә тырышҡан, кемеһелер талғын музыка аҫтында тасуири ятлап, шиғырҙың йөкмәткеһен тыңлаусыларға еткерергә тырышты. V-VIII кластар араһын да I урын Солтан Мансуровҡа (лицей-интернат, VII класс), II урын Гөлминаз Хафизоваға (Шығай, V класс) бирелһә, III урынды Линур Ғәлимов (Берештамаҡ, VI класс) менән Алмаз Саҙретдинов (Асы, V класс) бүлеште. IX-XI класс уҡыусылары сығышы буйынса I урынды лайыҡлы рәүештә Рәмилә Динисламова (лицей-интернат, XI класс), II урынды Эльза Ҡорманаева (Мәхмүт, IX класс) һәм III урынды үҙе ижад иткән шиғырын ятлап Гөлсинә Йомағужина (Үткәл мәктәбе, IX класс) яуланы. Яҙыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәренә иллюстрация төшөрөү - һүрәттәр конкурсына ла эштәр алдан ҡабул ителде. Әйткәндәй, был номинация буйынса эштәр бик күп, бигерәк тә Исмаҡай мәктәбе уҡыусылары активлыҡ күрһәткән. Береһенән-береһе сағыу, күҙҙең яуын алып торған, матур-матур һүрәттәр араһынан иң-иңдәрен билдәләү жюри ағзалары - Диләфрүз Исмәғил ҡыҙы Әбүталипова, Фирҙәүес Ҡунаҡҡол ҡыҙы Ғәликәйева, Гүзәл Рәис ҡыҙы Йомағужина иңенә төштө. Шулай итеп, I урынды Динара Ғибәтова (Шығай мәктәбе, X класс) менән Камила Шәрипова (V класс), II урынды Рәфилә Хафизова (Исмаҡай, VI класс) менән Айгизә Мөхәмәтйәнова (Сермән, VI класс), III урынды Фидан Ғәйнетдинов (Берештамаҡ, VIII класс) менән Аделина Рәхимова (Мулдаҡай, VI класс) яуланы.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә 1990 йылдан алып эшләп килгән мәктәп музейына сәйәхәт ҡылдылар. Унда тарих уҡытыусыһы Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхова ауыл тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, экспонаттар менән яҡындан таныштырҙы. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һәр бер тарихи ҡомартҡы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә Шаһи Ямалетдиновтың һуғыш ваҡытында танкта кейгән бирсәткәһе, кителе, боронғо көнкүреш әйберҙәре бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы.

Төшкө аштан һуң бѳтәһе лә спорт залына - йомғаҡлау сараһына йыйылды. Шығай мәктәбе уҡытыусылары башҡарыуында “Ҡайтмаған һалдаттар” йыры яңғырағандан һуң Гөлсөм Урал ҡыҙы Шаһи Ямалетдиновтың тормош юлына байҡау яһаны.

Артабан конкурстарҙа еңеү яулаған уҡыусылар Дипломдар, барлыҡ ҡатнашыусылар сертификаттар менән бүләкләнде, һәр номинация буйынса жюри ағзалары үҙ фекерен белдерҙе, теләктәрен әйтте.

Уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгән бер төркөм уҡытыусыларға мәктәп директоры урынбаҫары Зилә Әхтәм ҡыҙы Сәйфуллина – Рәсилә Нурғәли ҡыҙы Ғәниева (Мәхмүт), Нәсимә Ғофран ҡыҙы Шәғәлина (Сермән), Әлиә Рәфил ҡыҙы Ғәниева (Асы), Нияз Ғүмәр улы Хөсәйенов (Берештамаҡ), Гүзәл Нәҙерғәле ҡыҙы Мусина (Ҡаһарман), Әнисә Салауат ҡыҙы Хәйбуллина (Исмаҡай), Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина (Үткәл), Илүзә Ишбулды ҡыҙы Хәлилова (лицей-интернат), Эльза Ғәфүр ҡыҙы Сөләймәноваға (лицей-интернат) Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар III класс уҡыусыларының “Һалдат бутҡаһы”,

Гөлминаз һәм Айнагөл Хафизоваларҙың йырҙарын, Айвар Ғилмановтың “Һунарсы” һәм ҡыҙҙарҙың “Шаян бейеү”ен ҡарап ял итеп, фәһемле һәм патриотик рух биргән семинарҙы ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.

Исмәғил Хәлфә улы ӘБҮТАЛИПОВ, Шығай мәктәбе директоры:

- Мәктәпкә Шаһи Ямалетдиновтың исемен биреү буйынса эште 2014 йылда, педсовет ултырышында был тәҡдимде бөтә уҡытыусылар ҙа хуплағандан һуң, муниципаль район хакимиәтенә юллап хат яҙыуҙан башлағайныҡ. Документ эштәренә бәйле һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында, эштәр тотҡарланып торҙо. Уҡыу йылы башында эште яңынан башланыҡ һәм 27 декабрҙә Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән мәктәбебеҙгә Шаһи Ямалетдиновтың исемен биреү тураһында ҡарар килде. Ғинуар айында Устав ҡабул ителде, лицензияны, аккредитацияны алмаштырыу эштәре бара.

Был исем бирелеүе беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй һәм шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ тойғоһо ла уята. Беҙҙең маҡсат Шаһи Ямалетдин улының исемен мәңгеләштереү менән генә сикләнмәй. Уның исемен иҫкә алғанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡа ауылдаштарыбыҙҙы ла иҫкә аласаҡбыҙ, сөнки һәр береһенең тормош юлы ла, батырлығы ла бер-береһенән айырылғыһыҙ.

Киләсәктә Герой исеме менән бәйле традицион конкурс йәки башҡа төрлө саралар булдырыу тураһында уйлайбыҙ. Был мәктәптә белем алған уҡыусылар уның исеменә тап төшөрмәҫ өсөн тырышып уҡыр һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫер, тип ышанам.

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Читайте нас: