1941 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан алып Бѳйѳк Ватан һуғышы яугиры. 979-сы уҡсылар полкының (253-сѳ уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) взвод командиры, старшина П.В. Кудимов Днепр аша сыҡҡан саҡта ҡупҡан яуҙа ҙур батырлыҡ күрһәтә.
1943 йылдың 26 сентябрендә ул беренсе булып Украинаның Киев ѳлкәһе Миронов районы Ходоров ауылы янындағы йылғаның уң яҡ ярына сығып, взводты һѳжүмгә күтәрә һәм бейеклекте яулай. Һалдаттар бер нисә дошман һѳжүмен кире ҡағып, үрҙе һаҡлап ҡалалар. Шуның менән полктың бүтән подразделениеларына ла юл асалар. Дошман ике тиҫтәнән ашыу һалдат һәм офицерҙарын, ике пулемет нѳктәһен юғалта.
Ҡыйыу взвод командиры П.В. Кудимов 1943 йылдың 27 октябрендә батырҙарса һәләк була. Ул Киев ѳлкәһенең Ходоров ауылы янында ерләнгән.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 29 октябрендәге Указына ярашлы, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм илбаҫарҙарға ҡаршы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы ѳсѳн Павел Васильевич Кудимовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул шулай уҡ Ленин орденына лайыҡ була.
Герой исеме менән Үрге Әүжән ауылында урам аталған; Белорет ҡалаһының Геройҙар аллеяһында уның бюсы ҡуйылған.