Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:00

Иван Иванович МАСЬЯНОВ

1907 йылдың 12 мартында Силәбе ѳлкәһе Урал районының Красинск ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1946 йылдан ВКП (б) КПСС ағзаһы. Башланғыс белемле. Кулактарҙа батраклыҡта йѳрѳй, Тирлән урман хужалығында эшләй.1927-1929 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияның кавалерия часында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң 1929-1931 йылдарҙа Силәбе трактор заводында, 1931-1933 йылдар арауығында Байрамғол совхозында, ә артабанғы йылдарҙа Верхнеуральск ҡалаһының кейеҙ баҫыу заводында һәм Тирлән ҡалай прокатлау заводының бысыу цехында эшләй.

1907 йылдың 12 мартында Силәбе ѳлкәһе Урал районының Красинск ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1946 йылдан ВКП (б) КПСС ағзаһы. Башланғыс белемле. Кулактарҙа батраклыҡта йѳрѳй, Тирлән урман хужалығында эшләй.

1927-1929 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияның кавалерия часында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң 1929-1931 йылдарҙа Силәбе трактор заводында, 1931-1933 йылдар арауығында Байрамғол совхозында, ә артабанғы йылдарҙа Верхнеуральск ҡалаһының кейеҙ баҫыу заводында һәм Тирлән ҡалай прокатлау заводының бысыу цехында эшләй.

1942 йылдың ғинуар айында ҡабаттан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдың июленән Бѳйѳк Ватан һуғышы фронтында. Сталинград янындағы һуғыштарҙа ҡатнашып, ауыр яралана. Госпиталдән сыҡҡас, Дала фронтына ебәрелә.

193-сѳ уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 53-сѳ армия, 2-се Украина фронты), гвардия ѳлкән сержанты Иван Масьянов 1944 йылдың 2 февраленән алып 8 февралгә тиклем осорҙа Корсунь-Шевченко ҡалаһынан кѳньяҡтараҡ һуғыштарҙа бер нисә тапҡыр командованиеға дошмандың кѳстәре һәм саралары тураһында мѳһим мәғлүмәттәр еткерә, взвод составында дошман урынлашҡан ергә үтеп инә, ѳс гитлерсыны әсирлеккә ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 февралендәге указына ярашлы, гвардия ѳлкән сержанты Иван Масьянов III дәрәжә Дан ордены менән наградлана.

1944 йылдың 23 сентябрендә Украинаның Дрогобыч ѳлкәһе Полянка ауылы янында расчет менән пулеметты юҡ итә. 24 сентябрҙә Польша ҡалаһы Самборҙан кѳньяҡтараҡ урынлашҡан Береги-Гурна ауылы эргәһендә разведка тѳркѳмѳ составында эш итеп, ҡыйыу хәрби разведчик дошман пулеметын асыҡлай һәм уны расчеты менән бергә шартлата.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 26 ноябрендәге указына ярашлы, гвардия ѳлкән сержанты Иван Масьянов II дәрәжә Дан ордены менән наградлана.

193-сө уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 26-сы гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) гвардия өлкән сержанты Иван Масьянов 1945 йылдың 22-23 мартында өс разведчик менән венгр ҡалаһы Балатонфекаяр тораҡ пункты янында дошмандың бер төркөм һалдаты менән алышҡа инә һәм күбеһен юҡ итә, бер нисәүһен әсирлеккә ала. 1945 йылдың 8 апрелендәге һуғыштарҙың береһендә И.И. Масьянов һул янбашына йәрәхәт ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов I дәрәжә Дан ордены менән наградлана һәм Дан орденының тулы кавалерына әйләнә.

1945 йылдың июнендә гвардия старшинаһы И.И. Масьянов ғәриплеге арҡаһында Ҡыҙыл Армия сафынан китергә мәжбүр була. Тәүҙә Верхнеуральск ҡалаһының һуҡырҙар йәмғиәтендә, аҙаҡ Белорет ағас-таҡта әҙерләү пунктының ағас бысыу цехында балта оҫтаһы булып эшләй. Белорет ҡалаһында йәшәй. 1969 йылдың 3 мартында вафат була. Ерләнгән урыны - Тирлән.

Белорет ҡалаһындағы Геройҙар аллеяһында Иван Иванович Масьяновҡа бюст ҡуйылған. Тирлән ауылы урамдарының береһе Герой исемен йѳрѳтә.

Читайте нас: