Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 21:15

Берҙәмлек тарҡалмаһын!

“Ауылымды һағынам”, “Ауылыма ҡайтҡым килә”, “Ауылыма быны эшләр кәрәк, тегене эшләр кәрәк” тигән ише һүҙҙәр йыш ишетелә. Тик ысынбарлыҡта, ярҙам кәрәк булғанда мөрәжәғәт итһәң, улар юҡҡа сыға...

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Еңеү көнө халҡыбыҙ өсөн иң бөйөк байрамдарҙың береһе. Был көндө күптәрҙең яҡындары менән бәйле моңһоу иҫтәлектәре, һуғыштан ҡайтмаған ирҙәре һәм улдары күҙ алдына баҫалыр...

Һуғыш осоронда халҡыбыҙҙың нисек йәшәүен тик ололарҙың һөйләүенән, киноларҙан һәм гәзит-журналдарҙан уҡып ҡына беләбеҙ. Эйе, беҙ, һуғыштан һуң тыуған быуын кешеләре, киләсәк быуынға һуғыштың барлыҡ тарихи ҡомартҡыларын, ысынбарлыҡты үҙгәртмәй тапшырырға тейешбеҙ. Бының өсөн илебеҙҙә, республикабыҙҙа, районыбыҙ ауылдарында күп эштәр атҡарыла.

Егәҙе ауыл биләмәһендә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында депутаттар, ауыл халҡы кѳсѳ менән таҡтаташ ҡуйылды. 2016 йылда Ботай ауылы депутаты һәм ауыл активистары яҡташ яугирҙарҙың исемлеге беркетелгән обелиск асты. 2017 йылда районыбыҙҙың иң төпкөл тип иҫәпләнгән Хәйбулла ауылында Наил һәм Рауил Вәлиевтәр тырышлығы менән обелиск ҡуйылды. Был эште улар ситтә йәшәгән ауылдаштарының ярҙамы менән бергә атҡарып сыҡты. 2018 йылда Егәҙе ауыл Советы депутаты Наил Вәлиевтең инициативаһы менән Баҡый ауылында ла яугир-баҡыйҙарға таҡтаташ ҡуйылды. Был эштәрҙең барыһы ла тантаналы рәүештә үтте.

Үрҙә телгә алынған ауылдар халҡы ҡаһарман ауылдаштарын онотмауын һәм берҙәм булыуын күрһәтте. Ауылдамы, йәки ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, йәшенән алып ҡартына тиклем аҡсалата ярҙам итте. Ауылға ҡайтҡан йәштәр таҡтаташта яҙылған олатай, ҡартатайҙарының исемен уҡып хаҡлы ғорурлана.

Өмөтбайҙан бөтәһе 80 кеше һуғышҡа алынған, шуларҙың 34-е һәләк була, 46 кеше яу ҡырынан әйләнеп ҡайта. 2003 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ѳмөтбайҙар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылды. Был эш Фуат Мырҙагилдин, Хәбрахман Даминов, Садиҡ Яныбаев тырышлығы менән атҡарылды. Межгорье ҡалаһында эшләп, ауылға алып килеп ҡуйыуға хәҙер инде 17 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ваҡыт үҙенекен итә - обелиск иҫкерҙе. 2019 йылда, “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, уның тирә-яғы заманса тѳҙѳлѳш материалдары менән кәртәләнде, майҙансыҡ тәртипкә килтерелде. Әлеге ваҡытта яугирҙарҙың исеме яҙылған таҡта бик насар хәлдә һәм уны яңыртыу кәрәк.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан бер төркөм ауылдаштар менән был турала һөйләшеү булғайны. Быға битараф ҡараусылар ҙа бар. Әлеге көндә таҡтаташтағы исемлектән 13 кешенең төшөп ҡалыуы билгеле, уларҙы ла өҫтәйһе бар. Тик һуңғы арала ошо инициативаны күтәреп алған кешеләрҙең активлығы кәмеүе эсте бошора.

Мин ауылдаштарыма һәр саҡ һоҡланам һәм улар менән ғорурланам, ҡайҙа ғына булһам да, уларҙы үрнәк итеп ҡуям. Сөнки күптәр төпкөл ауылда халыҡтың нисек йәшәгәнен, проблемаларын, ниндәй ауырлыҡтар менән көрәшеп көн итеүен бөтөнләй аңламай. Бөгөн беҙ ауылда йәшәгәндәргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ! Тап улар ата-бабайҙар нигеҙен ҡоротмай, традиция, йоларыбыҙҙы һаҡлап көн итә лә инде.

“Ауылымды һағынам”, “Ауылыма ҡайтҡым килә”, “Ауылыма быны эшләр кәрәк, тегене эшләр кәрәк” тигән ише һүҙҙәр йыш ишетелә. Тик ысынбарлыҡта, ярҙам кәрәк булғанда мөрәжәғәт итһәң, улар юҡҡа сыға.

Кешелек донъяһы, тәү сиратта, тик насарлыҡты ғына күрергә күнеккән. Йәл, ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә яҡындарыбыҙға, тыуған ауылыбыҙға изгелек эшләп ҡалыу тураһында уйлаусылар һирәк. Был бит беҙгә сауап ҡына буласаҡ. Һәм ошо ерҙә бәғзе берәүҙәрҙән: “Һин тыуған ауылың өсөн нимә эшләнең?” - тип һорағым килә. Был һорауҙы, әлбиттә, һүҙ менән генә ярҙам иткән һәм һәр эштең тик кире яҡтарын ғына күргән ауылдаштарыма тәғәйенләйем. Эшләмәгән кеше генә бер ваҡытта ла яңылышмай һәм тынлыҡта йәшәй, күрһәтмәләр бирергә ярата.

Үткәндәргә әйләнеп ҡайтып, ауыл тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәрткән, беҙҙең атайҙар оҙаҡ йылдар эшләй алмаған, уларҙың хыялында ғына булған әллә күпме эш атҡарҙыҡ тиергә була. Һәр быуындың үҙ мәсьәләһе, үҙ проблемалары бар. Өмөтбай халҡы иҫләйҙер - ҡасандыр ауылда күрше ауылдарҙағы кеүек электр уты, телевизор, һыуытҡыс ише әйберҙәр менән ҡулланырға хыяллана, ауылға машинала ҡайтырға өмөт итә генә инек...

Әлеге ауыр заманда ауылдарыбыҙға үҙебеҙ ярҙам итмәһәк, беҙҙең эштәрҙе ситтән килеп бер кем дә эшләмәйәсәге билгеле. Шуның өсөн, яҡташтарым, әйҙәгеҙ, артабан да берҙәм һәм бергә булайыҡ! Обелискыны яңыртыу мәсьәләһенә етди ҡарайыҡ һәм ошо ауылда ғүмер кисергән, ситтә йәшәгәндәрҙең һәр кеме әүҙемлек күрһәтһен, һәр кем үҙ өлөшөн индерһен. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда. Тырышһаҡ, беҙ булдырабыҙ!

Булат ЯНЫБАЕВ.

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: