Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 17:00

Степан Александрович ПУГАЕВ

Степан Александрович Пугаев 1910 йылдың 1октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡасабаһында (Йүрүҙән тимер юл станцияһында) эшсе ғаиләһендә тыуған. 7 класс белемле. 1930-1932 һәм 1936-1941 йылдарҙа Тирлән тимер юл станцияһында стрелочник, станция буйынса дежур булып эшләй.

1932-1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1941 йылдың авгусынан - хәрәкәт итеүсе армияла. Уҡсылар полкының отделение командиры (180-се уҡсылар дивизияһы, 38-се армия, Воронеж фронты) өлкән сержант Степан Пугаев 1943 йылдың 27 сентябрендә Украинаның Киев өлкәһе Вышгород районы Яңы Петровец ауылы янында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Һуғышта батыр яугир дошмандың ике пулемет нөктәһен юҡ итә, ошоноң менән үҙенең ротаһының уңышлы алға барыуын тәьмин итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 29 октябрендәге Указына ярашлы, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн Степан Александрович Пугаевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1776) тапшырыла.

1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлаған Степан Александрович фронтҡа офицер булып әйләнеп килә. 1944 йылдың 28 декабрендә, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙарҙың береһендә, Степан Александрович Пугаев батырҙарса һәләк була. Ул Фелединец (Словакия) тораҡ пунктында ерләнгән.

Тирлән ауылында С.А. Пугаевтың исеме менән урам аталған. Белорет ҡалаһының Геройҙар аллеяһында батыр яҡташыбыҙға бюст ҡуйылған.

Читайте нас: