1907 йылдың 19 сентябрендә Белорет Заводы ҡасабаһында (хәҙерге Белорет ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған. 1938 йылдан ВКП(б) КПСС ағзаһы. 1919 йылда мәктәптең IV класын тамамлай. 1919-1921 йылдарҙа Белорет тимер юлында, 1921-1925 йылдарҙа Белорет металлургия заводында, 19251928 йылдарҙа сым-сѳй заводында эшләй.
1928 йылдың сентябренән Ҡыҙыл Армия сафында. 1931 йылда Ҡазан пехота мәктәбен тамамлап, 1932 йылдың июненә тиклем Волга буйы хәрби округында пехотала хеҙмәт итә. 1932 йылда Ырымбур летчик-күҙәтеүселәр хәрби авиация мәктәбен тамамлай. Белорус хәрби округының хәрби-һауа кѳстәрендә строевой частарҙа штурман булып хеҙмәт итә. 1935 йылда Ейск диңгеҙ летчиктары хәрби авиация мәктәбенең штурмандар курсын тамамлай. 12-се тиҙлекле бомбардировка авиация полкы эскадрильяһының отряд штурманы була. 1938 йылдың 30 мартынан 1 сентябренә тиклем Ҡытайҙа япон илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнаша. Авиаэскадрилья штурманы булараҡ, СБ бомбардировщигында 28 хәрби осош яһай (69 сәғәт хәрби һѳжүм). Т.Т. Хрюкин командалыҡ иткән экипаж составында япон карабына (авианосец) ҡаршы авиаһөжүмдә алдынғылар рәтендә була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы, хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн полковник Иван Степанович Суховҡа Советтар Союзы Геройы исеме менән Ленин ордены бирелә. 1940 йылда батыр штурман “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән наградлана. Полковник И. С. Сухов Башҡортостанда тыуған геройҙар араһында иң беренселәрҙән булып СССР-ҙың юғары дәрәжәләге наградаһын ала, әммә “Алтын Йондоҙ” миҙалының һаны буйынса - ул өсөнсө.
1938-1939 йылдарҙа И.С. Сухов - авиаполк штурманы (Мәскәү хәрби округы). 1939 йылдың сентябрендә Көнбайыш Белоруссияны азат итеү походы ҡатнашыусыһы. 1939 йылдың ноябренән - Ҡыҙыл Армия Хәрби-һауа көстәре идаралығы штурман-инспекторы. Ошо вазифала 1939-1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.
1940 йылдың сентябренән алып - Балтика буйы хәрби округында 8-се авиация дивизияһы штурманы. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы: 1941 йылдың июнь-август айҙарында - Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 8-се ҡатнаш авиация дивизияһы штурманы; 1941 йылдың авгусынан - Алыҫ араға оса торған 81-се авиадивизияның өлкән штурманы ҡарамағында; 1942 йылдың ғинуар-апрель айҙарында - авиаэскадрильяның 433-сө разведка авиацияһы полкы штурманы; 1942 йылдың апрель-ноябрендә - Хәрби-һауа көстәренең 26-сы армия (Карелия фронты) штурманы; 1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың мартына ҡәҙәр - Карелия фронтының 259-сы истребителдәр авиадивизияһының өлкән штурманы; 1943 йылдың мартынан 1945 йылдың майына тиклем - 1-се Украина фронтының 5-се истребителдәр авиация корпусының баш штурманы.
И.С. Сухов һуғыштан һуң да Хәрби-һауа көстәренең строевой частарында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылдың май айынан ул - запаста. 1946-1950 йылдарҙа - 51-се һанлы авиазаводтың штурман-һынаусыһы (Реутов ҡалаһы), 1950-1958 йылдарҙа - Самолет ҡорамалдары ғилми-тикшереү институтының штурман-һынаусыһы (Жуковский ҡалаһы). Ли-2, Ил-12, Ил-14, Ил-28 самолеттарында төрлө самолет ҡорамалдарын һынауҙа ҡатнаша. Мәскәү ҡалаһында йәшәй. 1976 йылдың 11 октябрендә вафат була. Мәскәү ҡалаһының Ваганьков зыяратында ерләнгән.
Ленин ордены (1939 йыл), Ҡыҙыл Байраҡ (1945 йыл), I дәрәжәләге Ватан һуғышы (1944 йыл) ордендары, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940 һәм 1944 йылдар) ордены, миҙалдар менән наградланған.
Герой исеме менән тыуған ҡалаһы Белоретта урам аталған, Геройҙар аллеяһында Иван Степанович Суховҡа бюст ҡуйылған.