Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 14:30

Ғүмере заяға уҙмаған

Бөйөк Ватан һуғышы һәр бер ғаиләгә юғалтыу алып килде. Йылдар үтһә лә, күңел яраларының йөйҙәре бер ҡасан да уңалмаҫ. Һуңғы ваҡытта һуғыш ветерандарының сафы кәмене, ауылдарҙа бөтөнләй юҡ тиерлек инде. Һүҙем яугирҙарҙың береһе - Абдрахман Бәҙретдин улы Мырҙагилдин тураһында.

Ул 1924 йылдың ғинуарында Өмөтбай ауылында тыуған. 18 йәше тулыу менән фронтҡа китә һәм 85- се гвардия миномет артиллерия ҡоролмаһы составына эләгә. Ауыр һуғыш юлдарын үткән, батырҙарса һуғышҡан һалдат “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби дан өсөн” наградалары менән бүләкләнә. Ҡаты алыштарҙа уның аяғы йәрәхәтләнә – снаряд ярсығы тейеп контузиялана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, ҡайтанан үҙ часына ҡайтарыла. Еңеү көнөн Берлиндан 75 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Гамбург ҡалаһында ҡаршылай. Әммә, һуғыш тамамланһа ла, Абдрахман Бәҙретдин улына тыуған яҡтарына тиҙ генә әйләнеп ҡайтырға тура килмәй. Германияның Лихен Пренцлау ҡалаһы лагерында хеҙмәт итеүен дауам итә һәм 1947 йылда ғына демобилизациялана.

Һуғыш афәттәрен үтеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу шатлығынан ҡәләм тирбәтә башлай: шиғырҙар яҙа, күңелдәге тойғоларын, һағыныу хистәренең урғылыуын көндәлек дәфтәренә теркәй бара.

Еңеү яулап ҡайтҡан ҡаһарман һалдат тыныс тормошта ла һәр саҡ алғы һыҙыҡта була. Утыҙ һигеҙ йыл Егәҙе леспромхозында эшләп хаҡлы ялға сыға. Намыҫлы хеҙмәткәргә “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә. Тормош иптәше Вәсилә Шафиҡ ҡыҙы менән, пар аҡҡоштарҙай, 55 йыл татыу ғүмер итеп, дүрт ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ветеран 2004 йылда яҡты донъя менән хушлаша.

Батыр һалдаттың ғүмере заяға уҙмаған, тыуған ерен, халҡын ҡоллоҡтан азат итеүҙә ҡатнашҡан, балаларына, ейәндәренә иң ҙур мираҫты - тыныслыҡты бүләк иткән.

Хәлиҙә БАКИРОВА,

Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” ойошмаһы ағзаһы.

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: