Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 14:10

Оҫта ҡуллы булды

Олатайым Лотфулла Нафиҡ улы МӘҺӘҘИЕВ Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Иҫке Һәйет ауылында тыуған.

Уҙған быуаттың 1947 йылының декабренән алып Белорет районының Туҡан ауылында йәшәне. Башҡорт ауылынан, нисәмә тау артылып, урыҫтар араһына килеүенең сәбәбе - ишле ғаиләһенең (ә улар ете бала) артабанғы яҙмышын уйлау. Ул ваҡытта Туҡанда ФЗО мәктәбе эшләгән, рудниктың гөрләп торған осоро була. Ир-ат әҙ, эшселәр күпләп кәрәк - ә ауылда артель генә. Иң оло ҡыҙы (әсәйем) Мәстүрәгә 17 йәш, ә кеселәре Жәүдәт ағайға 5-се ай ғына. Күсеп килгәс тә ат һарайына эшкә урынлаша. Тәүге осорҙа рус телен насар белеүе арҡаһында көлкөгә лә ҡалып бөтә, әммә тырыш кешегә был ҡамасау булмай. Уның оҫта ҡуллы булыуын күреп, тиҙ арала балта оҫтаһы итеп күсерәләр.

Эйе, уның оҫталығына һоҡланырлыҡ ине. Өйҙәге барлыҡ әйберҙәр: өҫтәл, ултырғыс, карауат, буфет, китап кәштәһе, йырлап асыла-ябыла торған һандыҡ һәм башҡа бөтә нәмәне үҙе эшләгән ине. Туғандарыбыҙҙың балаларына һәм беҙгә ағастан төрлө уйынсыҡтар эшләп бирер булды. Әле булһа һемәге, ҡолағы ла булған самауыр, уйынсыҡ һауыттарыбыҙ өсөн кәштә, ҡустымдың Салауат Юлаевтыҡы кеүек ике урындан бөгөлгән, туҙ йәбештерелгән, уҡтарына ҡанат ҡуйылған уҡ-һаҙағы иҫтә. Малайҙар был уҡтан атып ҡарар өсөн талашып бөтөр ине. Көйәнтәләр иһә һәр беребеҙҙең буйына тап килтереп, тимер ырғаҡтар ҡуйылып, буяу һалынғас ҡына иңдәребеҙгә ятты. Саналарыбыҙ һуң? Тимер табанлы, кашауайға оҡшатып ҡанатлы ине.

Өҫтәүенә олатай тимерсе лә булды. Эшкә ярарҙай ҡалайҙар тас-биҙрәгә, фото рамына, уйынсыҡтарға әйләнер ине. Кемдең самауыры йәки торбаһы тишелгән - барыһы ла олатайыма алып килде.

Ул эшләгән ҡумыҙ, ҡурайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Ҡумыҙҙы бүләккә бирергә яратты. Иҫке Һәйеткә ҡунаҡҡа барыр булһа, һәр туғанына инселәп алып китер ине. Беҙ барһаҡ: “Бына, быныһы еҙ телле, быныһы тотоп уйнарға йәпле”, - тип, һәр береһен сиртеп күрһәтер ине.

Һис эшһеҙ торманы. Сәғәтен дә йүнәтте, ағас ҡурай тиҙ һына тип, еҙ көпшәнән дә яһаны. Бер заман ат менән бесән йыйғыс тырма эшләп ҡуйҙы. Лотфулла олатайым иҫән саҡта арба-сана һатып алманыҡ. Уң ҡулының һуҡ һәм урта бармағы юҡлығы ла быға ҡамасау булманы.

1978 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, икенсе йылына кире эшкә төштө. Яҡты донъянан эш өҫтөндә китеп барҙы.

Олатайым һуғышҡа Маҡар военкоматы тарафынан 1941 йылдың 12 декабрендә саҡырыла. Өләсәйем биш бала менән бер үҙе тороп ҡала. Иң өлкәне - әсәйем 11 йәштә, Флүрә апай имсәк бала ғына була. 1942 йыл башында яраланып, йүнәлгәнсе ауылға ҡайтаралар һәм ғинуарҙан апрелгәсә фронт өсөн саңғылар эшләргә ярҙам итә.

Һуғыш тураһында һөйләмәне ул. Уның тураһында белмәгәнегеҙ яҡшы, тип һүҙҙе ситкә борор ине.

Олатайым һуғышта уҡсы-автоматсы булған. Яуҙан һуң ҡалған гильзаларҙы йыйып, тылға оҙатыуҙарын һөйләгәне булды. Уң ҡулының ике бармағы өҙөлгәс, уны санчасҡа күсерәләр. Кенигсберг өсөн барған һуғыштарҙа яралы һалдатты һөйрәп килгәндә үҙе лә яралана - пуля үксәһен онтай. 1945 йылдың 9 апреленән 6 майға тиклем госпиталдә ята. Тик 1945 йылдың 15 ноябрендә генә демобилизациялана.

Кенигсбергты алған өсөн, Германияны еңгән өсөн, Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдары менән наградланды.

Их, олатайымдың ҡурай, ҡумыҙ көйөнә тағын берҙе бейергә ине, тип уйлап ҡуям. Ихлас күңелле, ейән-ейәнсәрҙәре ыңғайына үҙе лә бала кеүек уйнаған олатайға ҡарап өләсәйем: “Һай, ҡыйбыҡ, был тиклем дә ҡыйбыҡ булыр икән”, - тип һуҡранып ҡуя торғайны. Улар татыу, матур ғүмер итте. Олатайымды һағынып иҫкә алам һәм уның менән бәйле хәтирәләр күңелемдә тик яҡты нур булып һаҡлана.

Миңлегөл ТӨХВӘТУЛЛИНА.

Ботай ауылы.

Читайте нас: