Һыҙылып ҡына таң атып килә. Ауыл-ҡалалар татлы йоҡола. Әсәйҙәренең йылы ҡосағында тәмле төштәр күреп, иҙерәп кенә балалар йоҡлай...
1941 йылдың 22 июне таңында илебеҙҙең погранзаставалар һәм объекттары, фабрикалар һәм заводтары, ҡала һәм ауылдары көслө артиллерия утына тотола, бомбалар борсағы яуҙырыла. Фашистик Германия һуғыш башлауы тураһында иғлан да итмәй, ил биләмәләрен баҫып алыу һәм талау, халҡын үҙенә буйһондороу һәм юҡ итеү тигән мәкерле ниәте менән Советтар Союзына һөжүм итә. Гитлер Хөкүмәтенең алдан төҙөлгән “Барбаросса” планы буйынса, Германия һәм Европа союздаштары СССРға һөжүм итеүгә 5,5 млн. һалдаттан торған 190 ҡораллы дивизияһын бүлә. Баҫып алыу ғәскәре лә өс төркөм - “Төньяҡ”, “Үҙәк” һәм “Көньяҡ” армияларынан тора. “Көньяҡ” армия төркөмө Украина биләмәһенә йүнәлтелә. Ҡанға туймаҫ фашист илбаҫарҙары сикте боҙоп, ауыл-ҡалаларҙы үлем утына тота.
Икенсе көнөнә дөйөм мобилизация иғлан ителә. Немец армияһы тиҙ килә, сентябрь аҙағында уҡ ҡала күләмле авиация утына тотола. Ә 1941 йылдың 28 октябрендә ҡала ҡаты оборона һуғыштарынан һуң немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Бөйөк Ватан һуғышы йәмле Краматорск ҡалаһына ошолай килә.
Ҡәһәрле һуғыш башланырҙан 2-3 йыл алда ғына етеш тормош артынан Украинаға юлланған Мөхәмәдйәновтарҙың ҡулында 3 йәшлек кенә ҡыҙҙары Гөлчирә һәм өс-дүрт төйөнсөктән башҡа бер нәмәләре лә булмай әле. Яңы ерҙә яңы тормош башлап торған ғаилә бер нисә йылдан уларҙы ҙур тормош һынауҙары көтөүен, бөтә ил менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә күтәреләсәген, ҡәһәрле һуғышта тик көслө яҡ ҡына еңеп сығырын уйламағандыр ҙа әле, ә 5 йәшлек Гөлчирә ҡәһәрле һуғыштың үҙе кеүек тиҫтерҙәренең бала сағын урлауын төшөнөп тә етмәгәндер. Хәйер, һигеҙ тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, бала саҡ хәтирәләрен тыныс ҡына хәтерләй алмай Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙы.
“Атайым Ҡорбанғәли Татарстандың Шөгер районында тыуып үҫкән, ә әсәйем Рәйхана Ютазы районы Аҙнаҡай ауылы ҡыҙы. Әсәйемдең тыуған ауылы Туймазы ҡалаһы, йәғни Башҡортостан менән сиктәш кенә. Һуғыш алды йылдары күптәрҙе эш эҙләп төрлө тарафтарға сығып китергә мәжбүр иткән. Минең яҡындарым да бәхеттәрен ситтә һынап ҡарау ниәте менән Свердловск өлкәһенә юллана һәм Асбест ҡалаһында төпләнә. Атайым Асбест шахтаһына эшкә урынлаша. Мин, тәүге балалары, 1936 йылдың октябрендә шунда донъяға килгәнмен. Бер нисә йыл Свердловск өлкәһендә йәшәгәндән һуң, улар Украинаға күсеп китергә хәл итә. Сараһыҙлыҡтың көнөнән шу лай эшләгәндәрҙер, күрәһең. Атайым яңы ерҙә лә шахтала эшләүен дауам итә. Ул Донбасс шахтаһында ташкүмер сығара. Асбестан Украинаның Краматорск ҡалаһына күсеп килгәс, тәүҙә баракта йәшәнек. Һуғыш алдынан ғына атайҙар ҡала янындағы Красногорка биҫтәһендә саман кирбестән бәләкәй генә йорт һалып сығалар. Ҡустым Сәғит 1939 йылда Краматорскиҙа донъяға килә. Рәхәтләнеп кенә йәшә ине лә бит, тик ҡәһәрле һуғыш башланып ҡына ғаиләбеҙҙең барлыҡ уй-хыялдарын бер тынала селпәрәмә килтермәһә. Һуғыш башланғас та, атайым фронтҡа ебәреүҙәрен һорап военкомат юлын тапай. Тик бушҡа ғына, шахтала алған яра үҙенекен итә. Әсәйем һөйләүе буйынса, шахтала ҙур авария булып, атайым биленән зәғифләнә. 1942 йылға тиклем атай беҙҙең менән булды. Бала сағымды томандағы кеүек кенә иҫләйем. Биштә генә түгел, ә өс йәшемдә булған хәл-ваҡиғаларҙы - ҡаласығыбыҙҙы һыу баҫыуын, Сәғит ҡустымды юғалтҡаныбыҙҙы ла әлегеләй хәтерләйем. Фашистик илбаҫарҙары илебеҙҙе баҫып алғанда бишем дә тулмағайны әле”, - ти Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙы бала саҡ хәтирәләренә бирелеп.
Немец-фашист ғәскәрҙәре Краматорск ҡалаһына 1941 йылдың 27 октябрендә инә. 1943 йылдың 5 февралендә совет ғәскәрҙәренең Ворошилов операцияһы барышында ҡала фашистарҙан азат ителә. Февраль аҙағында иһә яңынан немецтар тарафынан оккупациялана. Шул уҡ йылдың сентябрендә генә Краматорск Көньяҡ-көнбайыш фронты ғәскәрҙәренең Донбасс операцияһы барышында тулыһынса азат ителә. Ике йыл дауамында Краматорск халҡы ниндәй генә михнәттәр күрмәй. Комендант сәғәте, хеҙмәт йөкләмәһе индерелә, ҡулға алыуҙар, атып үлтереүҙәр башлана. Краматорск халҡы өсөн ҡара көндәр килә. Кемдер гестапо һәм зондеркоманда язалауҙары аша үтә, кемдәрҙер концентрацион лагерь михнәттәрен татый һәм үлемен Меловая тауының яры ситендә таба. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, оккупация мәлендә ҡалала һәм яҡын-тирә ҡасабаларҙа йәшәгән 6700 кеше баҫып алыусылар тарафынан атып үлтерелә. Шуларҙың 5500-гә яҡыны ғына ир-ат була, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарттарҙы, балаларҙы ла йәлләп тормайҙар. Күпләп атып үлтереүҙәр урыны булып Красногорка, Ясногорка янындағы, Семенов, Меловая тауҙарындағы карьерҙар хеҙмәт итә. Меловая тауында 3500 кеше атып үлтерелә. 1942 йылдың 25 ғинуарында ғына 500 кеше атыла һәм был көн Краматорск тарихының ҡара бите булып иҫтә ҡала. Меловая тауындағы концлагерь даны ла тирәяҡҡа тарала, унан бер кем дә ҡайтмай. Әсирҙәрҙе электр уты ярҙамында язалап, һуңынан атҡандар. Төнөн яралыларҙың ыңғырашыуҙары ла ишетелеп торған.
Ҡорбанғәли Мөхәмәдйәнов та фашистар Краматорск һәм эргә-тирә биҫтәләр халҡы менән ни ҡыйратҡанын белеп тә фронтҡа ашҡынғандыр инде һәм ул китә, ҡасып тигәндәй китә.
Мәкерле дошманға ҡаршы үлемесле яуға ингән ирҙәрен, атайҙарын, ағай-ҡустыларын алмаштырып, хеҙмәт вахтаһына ҡатын-ҡыҙ баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бар ауырлыҡты үҙ иңенә алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиңһеҙ хеҙмәт батырлыҡтары тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Фиҙакәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс еткеһеҙ ауырлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Улар ҡурҡыныс дошманды еңәсәктәренә ышана һәм еңеп сыға! Нығынмаған яурындарына һуғыш ауырлыҡтары ятҡан, балалығы урланған бала-саға ла ғазаптарға дусар ителә. Улар аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә, етемлектең йән өшөткөс тынлығынан яфалана. Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән тап килергә тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар - һуғыш осоро балалары дусар була.
“Фашистар бигерәк тә ир-аттарҙы аямай тигән хәбәр таралғас, атайым ҡасып фронтҡа китә. Инвалид атайыма мылтыҡ тоттормағандар, һуғыш ахырынаса еңел хеҙмәттә - хеҙмәт армияһында йөрөгән. Йәшлек дыуамаллығы менән уның ҡайҙа хеҙмәт иткәнен дә һорап ҡалмағаныма хәҙер үкенәм. 1942 йылда һуғышҡа киткәнендә уға 35 йәш була. Әсәйебеҙ ике бала менән тороп ҡала. Тылдағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар, ҡорт-ҡоролар менән бер рәттән әсәйем дә хәрби заводта, һуңынан совхозда, виноградникта эшләй. Виноград плантацияһына барып йөрөгәнебеҙҙе лә иҫләйем. Ҡаланы немецтар баҫып алған көн дә хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Бер көн совет танкылары йортҡа терәлеп тигәндәй туҡтанылар ҙа: “Китегеҙ бынан, хәҙер ҡасабаны немецтар баҫып аласаҡ!”- тинеләр. Танкистар үҙҙәре лә йәш кенәләр. Украина халҡы өсөн ҡара көндәр башланды...”
Гитлер ғәскәре бер нисә йыл йөрөткән мәкерле уйын, илебеҙгә көтмәгәндә һөжүм итеп, тормошҡа ашырһа ла, тәбиғәтебеҙ әҙерләгән һынауҙар алдында юғалып ҡала, сатлама һыуыҡтарына, оҙон ҡыштарына әҙер булмай сыға. 1941 йылдың да ҡышы ҡырыҫ, һыуыҡ һәм ҡарлы килә. Ә немең оккупанттарының өҫ кейемдәре беҙҙең ҡышҡы һалҡындарға яраҡлаштырылмаған. Үҙҙәренең именлеген ҡайғыртып, улар халыҡты талай: йылы кейемдәрен тартып ала, шәхси хужалыҡтарҙан мал, ҡош-ҡортон алып китә.
“Немецтар килеп инеп, автоматтарын беҙгә төбәп, “курка”, “яйка”, “молоко” тип, ризыҡ таптыралар ине. Ә беҙ мал, ҡош-ҡорт тотманыҡ. Уларҙың атыуына, бәлки, “холостой” ҙа булғандыр, Сәғит ҡустым менән карауат аҫтына инеп ҡаса торғайныҡ (илай - авт.). Шунан булғанын алып сығып китә инеләр. Эй-й-й, күрелде инде мәхшәрҙе. Ҡала совет ғәскәрҙәре ҡулында булғанда иркенәйеп китәбеҙ, фашистар баҫып алһа, көн бөтә...
1943 йыл булды, ахырыһы. Шулай бер ҡаланы немецтарҙан азат итер алдынан, беҙҙе: “Хәҙер бында көслө алыш башланасаҡ, йылға аша сығып ҡалығыҙ!”, - тип иҫкәртеү яһанылар. Әсәйем арыуыраҡ әйберҙәрҙе “малинник”та соҡор ҡаҙып, ҙур кәритә менән ҡаплап, шунда йәшерҙе. Бөтә ҡасаба менән йылға аша сығып (Казенный Тарец йылғаһылыр - авт.), фашистар ҡаланы ҡалдырғансы, кукуруз баҫыуы аръяғында ултырҙыҡ. Ололарҙың “Катюша”лар тип һөйләшкәнен ишетеп, ул ваҡытта нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаһам да, ваҡыт үтеү менән совет ҡоралы икәнен белдем. Тимәк, ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә данлыҡлы “Катюша”лар ҙа ҡатнашҡан. Ҡайтыуыбыҙға саман йортобоҙ урынында ҙур соҡор ғына ҡалғайны. Буш йорттарҙың береһендә төпләндек. Әсәйем заводта эшләүен дауам итте.”
Аслыҡ... Күпселеген һуғыш менән бергә йөрөй. Норма менән генә бирелгән икмәк, үҙеңде һәм ғаиләңде хәүеф аҫтына ҡуйып тапҡан ризыҡ оҙаҡҡа етмәй. Балаларҙы нисек тә үлемдән йолоп алып ҡалыу теләге әсәйҙәрҙе һуңғы сиккә этәрә. Бына әле лә ашарҙарына бөткәс, әсәйҙәре ҡайҙандыр ат тиреһе алып ҡайтты, бысаҡ менән оҙон киҫәктәргә телгеләне лә утын ағасына сөйләп, утта өтөп ғәзиздәренә ашатты. Бына ошолай иҫләй Гөлчирә Мөхәмәдйәнова аслыҡ йылдарының бер өлөшөн.
“Ҡайҙан унда аттар булған? Ошо һорау мине күп йылдар борсоно. Хәҙер уйлайым да, бәлки, шул ваҡытта башҡорт аттары тиреһе беҙҙе үлемдән ҡотҡарып алып ҡалғандыр?! Данлыҡлы Шайморатов генерал дивизияһы ла ошо ерҙәрҙән үткән бит. Өтөлгән ат тиреһе тәме лә телем осонда тороп ҡалған, шуға ла башҡа ит ашаманым.”
Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙының әсәһе һөйләүе буйынса, ир-аттарҙан, ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыш, Советтар Союзынан Германияға эшелон-эшелон аҙыҡ-түлек тә оҙатылған. Составтар Краматорск тимер юл станцияһында күпмелер ваҡытҡа туҡтап торған.
“Төнөн составтың килеүен ишетеү менән ҡатын-ҡыҙҙар тимер юл станцияһына йүгерә ине. Һаҡ та көслө булмағандыр, күрәһең. Ҡатындарҙың кемелер һаҡта торған, икенселәре вагондарға инеп, аҙыҡ-түлек алып өсөнсөләренә биргән. Бер килке үҙебеҙҙә етештерелгән сыр, икмәк ашап, игене менән файҙаланып ҡалдыҡ. Эргәбеҙҙән фронт линияһы ла үтте. Ҡайһы берҙә немецтарҙың ялан кухняһы ла туҡтай ине. Форсаттан файҙаланып, балаларға теймәйҙәр, ашарығыҙға бирерҙәр, тип әсәйҙәр ҙә беҙгә, балаларға, сеүәтә тоттороп ебәрәләр. Ысынлап та, араларында мәрхәмәтлерәктәре лә булғандарҙыр инде. Түш кеҫәләренән ҡәҙерләп һаҡлаған ғаилә фотоһүрәттәрен сығарып күрһәтерҙәр ине һәм аслыҡтан йонсоған, сеүәтәләрен тотоп мөңрәйеп кенә баҫып торған балаларға итле борсаҡ ашы һалып бирә торғайнылар."
Аслы-туҡлы, яфаланып йәшәгәндән һуң, 1943 йылда ҡала тулыһынса гитлеровсыларҙан азат ителә. Немец ғәскәрҙәре сигенгәндә ҡаланы емереклеккә әйләндерә. Мәктәп, дауахана, мәҙәни учреждениелар, йорттар шартлатыла, сәнәғәт бөтөрөлә. Краматорск халҡы аслы-туҡлы, көнө-төнө предприятие-заводтарҙа эшләһә лә аһ-зарын күрһәтмәй, ғорур баҫып алға табан бара. Ике йылдан немец баҫҡынсылары тулыһынса тар-мар ителә.
Ергә яҙ килә. Йылы ҡояш нурҙары, тәбиғәттең йоҡонан саҡ уянған ғына мәле менән бергә Еңеү килә. Тыуған иленә, йорттарына бер-бер артлы еңеүселәр ҡайта. Завод-фабрикалар аяҡҡа баҫтырыла, емереклектәр бөтөрөлә. Иң элек белем биреү учреждениелары тәртипкә килтерелә. Шулай ҙа дүрт йыл буйына туҡталып торған уҡыуҙар ҙа башланмайыраҡ тора әле. Ҡырҡ ѳсѳнсө йылда сәсенә ал таҫмалар тағып, ҡулына сәскә гөлләмәһе тотоп беренсе синыфҡа барырға тейеш булған Гөлчирәнең дә тиҫтерҙәре менән бергә парта артына ултырыу, тәүге дәресте тыңлау мөмкинлеге лә күпмелер ваҡытҡа кисектерелә. Ә күпмелер ваҡыт тигәнең өс йылға һуҙыла.
“Һуғыш тамамланғас та, бер йыл самаһы белем алыу мөмкинлеге теймәне әле. Бөтә ил менән Советтар Союзын яңынан тергеҙеү, уны төҙөкләндереү эштәре башланды. Беренсе синыфҡа 10 йәшем тулғас ҡына барҙым. Әсәйем эргәләге украин мәктәбенә бирмәне, өс саҡрымда ятҡан рус мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килде. Дәрестәрҙе ҡалдырған, һуңлап барған саҡтар ҙа булды. Талаптар ҡаты булманы, уҡытыусы ла хәлебеҙгә инде. Тәүге уҡытыусым һуғыштан яраланып ҡайтҡан сатан хәрби ағай ине. Синыфыбыҙҙа төрлө йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар белем алды. Тырышып уҡыным. Бөтә фәндән дә тик “бишле”гә генә өлгәштем, каллиграфиям ғына аҡһай ине. Ул ваҡытҡа инде атайым да табылды. Әсәйем белемле булмаһа ла, кешеләр өйрәткәнсе военкоматҡа барып, атайымды эҙләтә. Ул Башҡортостанға демобилизацияланған була. Баҡтиһәң, Краматорскиҙа ҡаты алыштар, аслыҡ булды, ҡәҙерлеләрем барыбер иҫән түгел, тип ул беҙҙе әллә ни эҙләмәгән дә. Өс сиректе Украинала уҡып өлгөргәйнем, атайыбыҙҙың ҡайҙа икәнлеге тураһында мәғлүмәт алғас, һуңғыһын уҡып торманым. Әсәйем мине, 8 йәшлек Сәғит энемде алып Башҡортостанға юлландыҡ.
1947 йылдың майында юлға сыҡтыҡ. Юл ауыр булды. Тығыҙ ғына вагондарҙа кешенең күплеге. Рузаевка тигән станцияла ике тәүлек буйына торҙоҡ. Әсәйем энемде поезд һикеһенә һала ине. Башҡа пассажирҙар уны күреп: “Был малай ғынаң ҡайтып етә алмаҫ, ахырыһы”, - тип юраны. Патока имеп ҡайттыҡ, әҙерәк булһа ла көс бирә ине ул. Юлда әсәйем, балалары хаҡына, ҡәҙерләп һаҡлаған боронғо затлы әйберҙәрен һата-һата ҡайтты. Туймазыға килеп төшкәс, һуңғы матур, затлы селтәрен аҙыҡ-түлеккә алмаштырҙы.
Ниһайәт, туғыҙ тәүлек тигәндә Туймазыға килеп төштөк. Ҙур нефть машинаһына ултырып атай эшләгән 10-сы монтажлау идаралығы алдына килеп туҡтаныҡ. Әсәй беҙҙе төйөнсөктәргә ултыртты ла, атайҙы көтә башланыҡ. Эңер төштө, ул һаман юҡ. Төнләтеп кенә командировканан ҡайтып килде. Әлбиттә, үлгән тип һанаған ғаиләһен күреү уға икеләтә ҡыуаныс ине. Ул беҙҙе фатирына алып ҡайтты.”
Бер нисә йыл эсендә генә ҡәһәрле һуғыш Ҡорбанғәли Мөхәмәдйәновтың ҡатыны Рәйхананың йөҙөнә лә һырҙар һалған, Гөлчирә менән Сәғитен ҡул араһына инерлек иткән. Атайҙарының да тормошо еңелдән булмағанлығы сал сәстәренән күренә. Ул тәүге ғаиләһен “ерләп”, икенсегә үҙенән күпкә йәшкә өйләнеп өлгөргән. Татарстанға отпускыға ҡайтҡанында димлек менән алып ҡайтҡан кәләше менән бер йыл йәшәп ҡала. Улар әбей менән ҡыҙҙа фатирҙа торалар.
“Украинанан ҡайтҡанда һөлдә генә инек, - тип иҫләй Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙы. - Тәүҙә күрше-күлән музей экспонатына ҡараған кеүек ҡарай ине. Атайҙың икенсегә өйләнеүен әсәй ауыр ҡабул итте. “Әсәйем бер үҙемде генә кеше итеп алыр әле, балаларҙы һиңә ҡалдырам да ҡайтып китәм”, - тигәйне ул әсенеп. Икенсе ҡатыны ла беҙҙе уйлағандыр инде, тиҙ генә йыйынды ла ҡайтып китте. Шулай тауыш-тынһыҙ ғына айырылып та ҡуйҙы атайым. Мине лә шул йылы атайымдың Шөгер районында йәшәгән ағаһына ҡалдырып киттеләр. Ауылға әсәйем алып барып ҡуйҙы. Энемде үҙҙәре алып ҡалдылар. Һуғышта аяғын, яңағын ҡалдырып ҡайтҡан Ғәлимйән апам скрипкасы булды. Балалары булманы. Икенсе синыфта шунда татарса уҡыным. Апамдарҙа ике йәй, бер ҡыш булып ташлағанмын. Икенсе йылына әсәйем алырға килде. “Беҙҙең балаларыбыҙ юҡ, булмаясаҡ та, ә һеҙ йәшһегеҙ, балаларығыҙ ҙа булыр”, - тип шул тиклем инәлде Сара инәйем. Әсәйем ҡалдырманы, Октябрьскиға алып ҡайтты. Мин өсөнсө синыфҡа барырға тейеш инем. Рус класына алмайҙар, ә әсәйҙең татар класына биргеһе килмәй. Шунан икенсе синыфта тағы ла бер йыл ултырырға тура килде. Синыфташтарым 1931-41 йылғы ҡыҙ һәм малайҙар ине. Алты йыл буйы энем менән бергә уҡыныҡ. Ул ваҡытта ундайҙар күп булды. Мин ете класс тамамланым, ә Сәғит энем артабан уҡыуын дауам итеп, ун класты бөттө”.
Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙы мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө китапханасылар техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, юллама буйынса Белорет районына ебәрелә. “Беҙ ике ҡыҙ Белоретҡа барырға тейеш инек. Өфө ҡыҙы Света Давыдова килеүҙе кәрәк тип тапманы. Белоретҡа килгәс, мөдир Таһиров ағай ҡабул итте. “Ну, ҡыҙыҡай, Әүжән, Әзекәй, Исмаҡай ауылдарына китапханасылар кәрәк. Мосолман ҡыҙын райондың иң яҡын ауылына ебәрәм”, - тине ул”.
Шулай итеп, 1957 йылда йәш китапханасы Әзекәй ауылына эшкә төшә. Фатирҙа кешелә йәшәй. Әзекәй ауылы егете Батырша Юнысов менән бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, уға кейәүгә сыға. Яратҡан эшендә лә дүрт йылдан ашыу хеҙмәт итеп өлгөрә. Тормош иптәше Батырша Юныс улы ла электромеханик була, оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәтендә секретарь вазифаһын башҡара. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә физика, математика фәндәренән уҡыусыларға белем бирә. 59- 60-сы йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыуҙа ла ҡатнаша.
“Эшемде ярата инем, Куловский мөдир итеп тә ҡуйҙы. Бер нисә йылдан китапхана клуб менән берләштерелеү сәбәпле, оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Ул ваҡытҡа ике балабыҙ бар ине. Ә бәләкәй балалар ҡулда саҡта һуңға тиклем эшләү мөмкин түгел. Ҡыйынға тура килде, ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыҡҡылай башланы. Шуға ла был эшемдән китергә тура килде. Бер ай ҙа ултырып өлгөрмәнем, яңынан эшкә төштөм. Аҙналынан мәктәп Әзекәйгә күсеү менән тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Мәрхүмә Шәйәт Мостафина менән алмашлап эшләнек. Алты йыл эшләгәндән һуң, Мидхәт Баймөхәмәтов: “Гөлчирә, һиңә педагогия училищеһында ситтән тороп уҡырға кәрәк, класс та бирермен” тигәс, инергә булдым. Анһат ҡына инеп, уҡып та сыҡтым. Мин уҡығанда оло ҡыҙым бәләкәйен ҡарап ҡала ине. Шулайтып күмәкләшеп уҡып сығып, дипломлы ла булдым. Һүҙҙәрендә торҙолар, класс та бирҙеләр. Мәктәптә лә 21 йыл уҡытып ташлағанмын икән", тип хеҙмәт юлына байҡау яһай ул.
Йылдар үткән һайын ғаиләгә йәм өҫтәп балалар ҙа тыуа. Тормош иптәше менән дүрт ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары ла үҙҙәре кеүек педагогик белемгә эйә. Үкенескә ҡаршы, ғаилә башлығы Батырша Юныс улы, улдары Зинаф, ҡыҙҙары Розалия ғына фани донъяла юҡ инде. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсәсәк Үҙәнбаш мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, кинйәләре Гөлфинә Боғанаҡ мәктәбендә өс тиҫтә йыл балаларға белем бирә. Дамира педагогик белемле булһа ла, икенсе юлды һайлай. Себерҙә йылға флотының ҙур йөк теплоходында оҙаҡ йылдар ашнаҡсы-матрос булып эшләп, ул да хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле әсәһе Гөлчирә апай менән донъя көтә. “Әсәйебеҙ шул тиклем белемле. Унан күп кенә мәғлүмәт алырға мөмкин. Татар туғандарына барһа, саф татарса һөйләшә, килен булып төшкән ерендә башҡортса һөйләшә, рус телен яҡшы белә. Әле күҙе насар күргәс, “Юлдаш” радиоһын ғына тыңлай”, ти ҡыҙҙары әсәйҙәре тураһында.
Оло һынауҙарҙы үткән һуғыш быуыны әле лә йәшәү дәртен, кешегә, тормошҡа һөйөүҙе, яҡты киләсәккә ышанысты юғалтмаған, күңелдәре ҡатмаған. Улар бөгөнгө ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманы, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килгән, тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән бәхетле өләсәйҙең дә бөгөн ете ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре бар.
Сәғит, 1949 йылда тыуған Сәлих ҡустылары ла апайҙарына ҡунаҡҡа килгеләй. Улар - нефтселәр. Һуғыш михнәттәрен күргән Сәғит ҡустыһы ла ике юғары белемле. Нефть институтын тамамлай. Улар менән дә ғорурлана Гөлчирә Ҡорбанғәли ҡыҙы. Ә бала сағын урлаған Украинаны әллә ни иҫләргә яратмай ул, ундағы хәл-торош менән дә хәбәрҙар...
Һуғыш осоро балалары, аталары һуғышҡа киткәндә бәләкәй генә булып ҡалған балалар бөгөн инде ауыр хеҙмәттән һаулыҡтары ҡаҡшаған оло йәштәге өләсәй-олатайҙар. Ҡыйынлыҡтар уларҙы ныҡ булырға, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә, эш һөйөргә, уҡырға өйрәткән, хеҙмәткә сыныҡтырып үҫтергән. Ул быуын кешеләре үҙ-үҙҙәренә юл ярып, ниндәй булһа ла һөнәргә эйә булып, илебеҙҙең бөтә мөйөштәренә таралып эшләгән, донъя көткән, балалар үҫтергән, оло тормош юлына баҫтырған. Күбеһе хәҙер күптән хаҡлы ялдағы 80-85 йәшлек оло быуын вәкилдәре. Уларҙың тормош юлы ауыр булһа ла, үкенесле түгел. Улар ил, балалары алдында үҙ бурыстарын үтәгән. Ҡыҫҡаһы, һынаған уларҙы был тормош! Уттарына ла һалып яндырған, боҙҙарына ла һалып туңдырған. Әммә һындырмаған уларҙы был донъя! Ә бит һындырырҙай итеп һынаған…