Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 23:00

Үткәнде киләсәккә бәйләп

Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, һинең уйҙарыңды, идеяларыңды ҡеүәтләгән һәм уны атҡарып сығарғанда берҙәм, дәртле кешеләрҙең эргәңдә булыуы мөһим. Тап бер команда һәм уның башында командиры, әйҙәүсеһе булғанда ғына, әмерҙәр тейешле кимәлдә үтәлгәндә генә алға ҡуйған маҡсаттарға ирешеп була. Ошо көндәрҙә Манышты һәм Телмәй ауылы халҡы ла үҙҙәренең тырыш, һәр саҡ алдан барған команда булыуҙарын иҫбатланы - улар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан үҙҙәренең көсө менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман ауылдаштарына, золом ҡорбандарына һәм хеҙмәт ветерандарына арналған скульптура ансамблен төҙөп ҡуйҙы.

Алтын төҫөндәге һәйкәл, Мәңгелек ут, яугир-яҡташтарының исем-шәрифтәре яҙылған стела Манышты ауылының ҡап уртаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, скульптура ансамбленең был урында урынлашыуы юҡҡа түгел - тап ошо урында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен һуғышҡа оҙатҡан.

Үрҙә яҙған команданың командиры кем тиһегеҙме? Был идеяны халыҡҡа тәҡдим итеүсе, эштәрҙе ойоштороусы һәм контролдә тотоусы булып ауылдаштары, запастағы хәрби офицер, подполковник Азамат Хызыров тора. Тыуған ауылында Бөйөк Ватан һуғышына арнап ҡуйылған обелиск элек мәктәп эргәһендә була һәм иҫке мәктәпте һүткәндә уны ла алып ташлайҙар. Ауылында һуғышта ҡатнашҡандарға, хеҙмәт ветерандарына һәм репрессия ҡорбандарына арнап һәйкәл эшләү уның күптәнге хыялы була. “Батырҙарҙы, репрессия ҡорбандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, беҙ улар алдында мәңге бурыслы. Сөнки улар беҙҙең өсөн, яҡты киләсәгебеҙ, илебеҙ яҙмышы өсөн әҙ ҡан ҡоймаған. Ошо уйҙар миңә бер ҡасан да тынғы бирмәне”, - ти ул.

Азамат Мәсәғүт улының был теләге Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашҡан һайын арта ғына бара һәм уҙған йылдың майында ауылдаштарының шиғырҙары тупланған “Тау йылғаһы ауазы” китабының исем туйына ҡайтҡанында был фекерен яҡташтарына еткерә. Халыҡ шундуҡ хуплап ҡабул итә һәм 16 ноябрҙә беренсе йыйылыш үткәрелә. Унда Манышты, Телмәй ауылы халҡы, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов, танылған йырсы Нәркәс Сиражетдинова, полиция полковнигы Айҙар Йомағужин, полиция подполковнигы Рөстәм Миһранов һәм башҡалар ҡатнаша. Йыйылыш барышында һәйкәлдең урыны билдәләнә, актив һайлана. Кәңәшмәгә шулай уҡ Өфө ҡалаһынан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев менән Совет һәм Рәсәй скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлилов та саҡырыла, улар тәҡдим иткән проекттар ҡарала. Һәр эш, һәр деталь халыҡ менән кәңәшләшеп, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнелә. Өсөнсө йыйылышта Мәүлитбай Рамазан улы тәҡдим иткән проект барыһына ла оҡшай: уның үҙәгендә барельеф менән эшләнгән һалдат һәм ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнгән. Бер ҡулы менән балаһын ҡосҡан, ҡарынында яңы йән эйәһе яралған ҡатын ирен һуғышҡа оҙата. Уртала 27 тажлы ҡурай. Таждарҙың иҫәбе һуғышта яу ҡырында ятып ҡалған ауылдаштарҙың һанына тиң. Әйткәндәй, ҡурай менән бәйле серле хәл була: уны урынлаштырғас, тажы ауыл зыяраты яғына ҡарай бер аҙ эйелә. Был яугирҙарҙың: “Шунда ҡайтып ята алманыҡ бит!” - тип үкенгәне кеүек тойола…

Стелала йәмғеһе 216 кешенең исеме яҙылған. Тимер рәшәткәләр менән уратып алынған скульптура ансамбленең иҙәненә плиткалар түшәлгән, уртала - Мәңгелек ут урын алған. Халыҡ менән кәңәшләшкәс, исемлекте “Еңеү менән ҡайтҡандар”, “Яуҙа ятып ҡалғандар”, “Хеҙмәт ветерандары” һәм “Репрессия ҡорбандары”на бүләләр. Бер генә кешене лә төшөрөп ҡалдырмау йәһәтенән архивҡа, хәрби комиссариатҡа хаттар яҙыла.

Эштәр башланғас, сифатлы, шул уҡ ваҡытта артыҡ ҡиммәт тә булмаған гранит, мәрмәр, лемезит таштарын табыу ауырға төшә. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар килеп тыумаһын, “Ҡалған эшкә ҡар яуа” тип, ике аҙна элек дәррәү эшкә тотоналар. Пандемия осоронда ауылда йәштәр ҙә, ир-егеттәр ҙә етерлек. - Эш барышында бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырыштыҡ. Ауылда ситтән килгән кеше юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙекеләр. Карантин осоронда эшкә, аралашыуға зарыҡҡан халыҡ өсөн был файҙаға ғына булды. Бәлки, был эш кемдәрҙелер насар ғәҙәттәргә тарыуҙан ҡурсалағандыр. Эш барышында бер генә эскән кеше лә булманы.

Иртә таңдан кискә ҡәҙәр барыһы ла тырышып эшләне. Ир-егеттәр үҙҙәренең техникаһын, инструменттарын ҡулланды. Ерҙе тигеҙләү өсөн йылға-тауҙарҙан әллә күпме таш, тупраҡ ташылды. Ғөмүмән алғанда, ер һәм бетон эше күп булды. Һуңынан егеттәр дәртләнеп китеп, үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерә башланы, әммә уларҙың барыһын да эшләп бөтөү мөмкин түгел ине. Ҡатын-ҡыҙҙар эшселәрҙе көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән һыйланы: өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Аллаға шөкөр, иртәгә 9 май тигәндә, ике аҙна эсендә эштәрҙе тамамлап ҡуйҙыҡ. Вәғәҙәне үтәнек, тип иҫәпләргә була!

Барлығы 700 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Манышты, Телмәй ауылы халҡынан тыш, башҡа тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ, хатта Үзбәкстан, Красноярск, Мурманск һәм башҡа өлкәләрҙән да аҡса күсереүселәр булды. Халыҡ менән күпселек ватсаптағы төркөм аша аралашып торҙом, иҫәп һәр ваҡыт халыҡҡа асыҡ булды, ҡайҙа күпме сарыф ителгәне тураһында мәғлүмәт бирелде. Сумманың дүрттән бер өлөшөн муниципаль район хакимиәте менән Инйәр ауыл хакимиәте бүлде. Инйәр ауыл хакимиәте шулай уҡ техника менән дә ярҙам итте. Рәхмәт уларға!

Эштәрҙең уртаһында ҡайнаған, төп ойоштороусыларҙың береһе, бетон ташыу, таш ташыу кеүек практик эштәрҙе ойоштороусы - ауыл старостаһы Ғаян Абдрахмановты, Өфөнән килеп, ал-ял белмәй эшләгән скульпторыбыҙ Мәүлитбай Хәлиловты, халыҡты әйҙәп йөрөгән ауылдашыбыҙ Рәйлә Мөлөкованы, полиция подполковнигы Рөстәм Миһрановты, Ғайса Мәғәфүровты, Динис Юнысовты, Юнир Ғилмановты, актив секретары, ауыл китапханаһы мөдире Гөлфиә Шәйхитдинованы, Миңлегөл Ғәббәсованы, Рәшиҙә Байрамғәлинаны, Әхәт Сәйетовты, Илфар Хызыровты, Айгиз Йомағужинды, Ғимран Абдрахмановты, Руслан Асҡаровты, Салауат Яздановты, таш менән ярҙам иткән шәхси эшҡыуар Ислам Ғәйнитдиновты, Белоретта таштарҙы, кәртәләрҙе эшләүҙе контролдә тотҡан, ярҙам иткән Памир Ваһаповты һәм башҡаларҙы айырым билдәләп, рәхмәт әйтеп үткем килә. Ғөмүмән, был эштәрҙә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Берҙәм, тырыш, әүҙем булғанығыҙ маҡтауға лайыҡ һәм башҡалар өсөн үрнәк булып тора. Барығыҙҙың да, бер нәмәгә ҡарамай, ихлас эшләүенең һөҙөмтәһе был. Рәхмәт һеҙгә, яҡташтарым!”, - тине Азамат Мәсәғүт улы.

Проект буйынса эштәр тамам. Еңеү байрамы көнөндә Манышты һәм Телмәй ауылы халҡы йәнә өмәгә сығып, һәйкәлдең тирә-яғын мал-тыуарҙан һаҡлау маҡсатында, ағас ҡойма менән уратып алды, яугирҙар иҫтәлегенә сәскә-веноктар һалынды. Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар матур сәскәләр ҙә ултыртасаҡ. Әлегә тантаналы асыу бер аҙ кисектерелә, унда төрлө яҡтан ҡунаҡтар саҡырыласаҡ, бүләктәр, йырмоң менән һуғарылған сара булыр тип көтөлә.

Бына шулай рухлы, берҙәм халыҡ үҙ көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тарихта ҡалырлыҡ күләмле эште атҡарып сыҡҡан. Тимәк, был команда ла, башлығы ла бер маҡсатта эш иткән.

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: