Бөтә яңылыҡтар
3 Июль 2020, 13:58

Еңеү көнөнә - автосәйәхәт

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, һауа-десант ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүенең 90 йыллығына арналған “Салют, Еңеү!” автосәйәхәтендә ҡатнашыусылар ҡалабыҙҙа булып китте.

Сара “Башҡортостандың һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ун туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Уның барышында республиканың ҡала һәм ауылдарында төрлө саралар үтә. Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар быйыл биш көн дауамында 2 023 саҡрым юл үтәсәк. Белорет икенсе туҡталыш ҡына, артабан улар Әбйәлил районы үҙәге - Асҡар ауылына юл тоттолар; Сибай, Аҡъяр, Күмертау, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Асҡын, Яңауыл, Ағиҙел, Туймазы, Октябрьский, Бәләбәй, Раевка, Дәүләкән, Шишмә йүнәлешендә сәйәхәт итеп, Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡтар.

Автосәйәхәт Өфөнөң “Тулҡын” паркынан башланып китте. Ветерандар хәрби бурысын үтәгәндә вафат булған Башҡортостан десантсыларына арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Сәйәхәт итеүселәр юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә айырым иғтибар бирә һәм уларға Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығынан ярҙам күрһәтелә.

Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары менән ҡаланың Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек утҡа венок һәм сәскәләр һалыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе начальнигы Рәшид Таһиров ҡатнашты. “Башҡортостандың һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Марат Әҙеһәмов Андей Ивановичҡа ойошма исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар ДОСААФ автомәктәбенең музейына барҙы (һүрәттә), бер төркөм буласаҡ хәрби водителдәр менән осрашты. Рәшид Хәмзә улы егеттәрҙе автосәйәхәтселәр менән таныштырып, киләсәктә улар кеүек батыр һәм ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсылары булыуҙарын теләне, автомәктәптә алған белемдәренең Ватанды һаҡлағанда ғына түгел, тормошта ла кәрәк булыуын белдерҙе.

Автосәйәхәт итеүселәрҙе барыһы ла хәйерле юл һәм матур осрашыуҙар теләп оҙатып ҡалды.

Марат Шәүҡәт улы ӘҘЕҺӘМОВ:

- Маршрут төҙөгәндә һәр кемдең теләге иҫәпкә алынды. Командала йәмғеһе 7 машина һәм 20 кеше. Автосәйәхәттә ветерандарҙың ғаилә ағзалары ла бар, һәр ауылда һәм ҡалала төрлө саралар үткәреү планлаштырылған.

19 йыл эсендә Белоретты бер генә тапҡыр ҙа урап үткәнебеҙ юҡ. Беҙҙе бында һәр ваҡыт ихлас ҡаршылайҙар. Ҡалала республика кимәлендәге өлгөлө ДОСААФ автомәктәбе бар, бында егеттәргә хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үтәү өсөн яҡшы белем бирәләр. Быйыл уның бик күп хәрби экспонаттар тупланған музейын күреү бәхете тейҙе. Белореттарҙың үҙ халҡының үткәненә һаҡсыл ҡарашта булыуы һоҡландырҙы.

Читайте нас: