Эфирҙың темаһы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы эшмәкәрлегенә бәйле булды. Унда ҡунаҡта, райондаштарыбыҙҙан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Йәрмуллин менән Дәүләт статистика федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин ҡатнашты.
Асия Рим ҡыҙы халыҡ иҫәбен алыу башланғандың беренсе көнөндә үк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ҡушылып, социаль селтәрҙәрҙә был әһәмиәтле сарала ҡатнашырға әйҙәп, ғаиләләре
менән төшкән видеоролик һалғайны. Унда II класта уҡыған Зөлхизә Наилә Хәмбәлиеваның “Мин башҡорт” тип аталған шиғырын ятлағайны. Ул тура эфирҙа Рауил Бикбаевтың поэмаһынан да өҙөк ятлап ишеттерҙе.
- Халыҡ иҫәбен алыу башланғас, кампанияның тәүге көнөндә үк социаль селтәрҙәрҙә ғаиләбеҙҙең видеояҙмаһын һалдым. Был ролик күп тармаҡтарҙа ҡулланыу өсөн төшөрөлдө. Башта Наилә Хәмбәлиеваның ошо
шиғыры шул тиклем күңелгә ятҡайны, һуңынан район кимәлендәге “Тере һүҙ” шиғри бәйгеһендә ҡатнашҡайныҡ. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы эшләй башлағас, милләттәштәремде саҡырыу һәм өндәү маҡсаты менән яндым.
Үҙебеҙ әлегә иҫәпләнмәгәнбеҙ, Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү сайтын ҡулланмай, халыҡ иҫәбен алыусылар йортҡа килгәс, ошо эштең яуаплы һәм кәрәкле икәнлеген балаларға аңлатып, байрам төҫө индереп иҫәпләнәсәкбеҙ.
Был кампанияла ҡатнашыу бик мөһим һәм кәрәкле тип һанайым, сөнки был эштә беҙҙең милләтебеҙ, телебеҙ, илебеҙ яҙмышы хәл ителә. Әгәр был эшкә яуаплы ҡараһаҡ, бәлки, киләсәктә яңынан-яңы башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары, мәҙәни усаҡтар һәм яңы проекттар барлыҡҡа килер. Үҙебеҙҙең милләтебеҙҙе дөрөҫ күрһәтергә һәм башҡортлоғоңдан, телеңдән оялмаҫҡа кәрәк.
Бөгөн күп башҡорт ғаиләләре өсөн көнүҙәк тема - нисек балаларҙа туған телгә һөйөү уятырға тигән һорау тыуа... Балалар үҙ-ара рус телендә аралаша. Олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренең туған телен белмәүенә борсола. Туған телгә өйрәтер өсөн эште ябай башҡортса аралашыуҙан башларға һәм балаларҙа башҡорт рухын уятырға кәрәк. Һәр ғаиләлә телгә һөйөү тәрбиәһе нигеҙләнһә, бала үҙенең “башҡорт” булыуынан һис оялмаҫ.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа ситтә тороп ҡалмағыҙ һәм аралашыу теле башҡорт икәнлеген күрһәтергә онотмағыҙ, - тине Асия Рим ҡыҙы.