Быйыл һәләтле композитор, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилевкә 105 йыл тулыр ине. Ошо датаға арнап республикала төрлө мәҙәни саралар үтә. Билдәле сәнғәт әһеле булып даны таралған яҡташтарын, оло шәхесте белореттарҙың да оноторға хаҡы юҡ. Юғары исемдәргә лайыҡ булған Заһир Исмәғилев тураһында әленән-әле матур саралар, конкурстар, әҙәби кисәләр үтеп тора.
Уның исемен мәңгеләштереү буйынса ла республикала, районда күп эштәр башҡарылған. Йыр-моң оҫтаһы, башҡорт сәнғәтенең данын арттырған һәм үҫтергән шәхестең хәтер һәм ижад кисәһен үткәреү үҙе ҙур мәртәбәгә эйә. Бигерәк тә Сермән ауылы халҡы данлыҡлы улдары рухын хѳрмәтләй, уның тураһында йылы иҫтәлектәрен, матур хәтирәләрен ауылдаштары йәш быуын күңеленә һала.
Ошо кѳндәрҙә Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә ҡунаҡҡа композиторҙың ауылдаштарын - сермәндәрҙе саҡырып алды. Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының хеҙмәткәрҙәре Гөлфиә Шакирова, Зарема Дәүләтбаева, Динара Иҫәнбаева етәкселегендәге «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле, «Ағинәй»ҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Лилиә Сибәғәтова, Заһир Ғариф улы Исмәғилевтең 105 йыллығына арналған бай йѳкмәткеле сара менән сығыш яһанылар.
Сара башланыр алдынан ҡунаҡтарҙы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистары, ағинәйҙәр гармун моңо аҫтында тәбрикләү һүҙҙәре, йыр-таҡмаҡтар, бейеү, сәксәк, буҙа менән шартына килтереп матур итеп ҡаршыланы. Сәхнәлә барған күренештәр тамашасыларҙы 1917 йылдың 8 ғинуар айына алып китә. Үрге Сермән ауылында ябай урмансы Ғариф Исмәғилев ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Ғаиләлә балаға исем ҡушыу йолаһын атҡаралар. Атаһы (ролде Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто етәксеһе Наил Хәмзин башҡарҙы) ир балаға Заһир тигән исем ҡуштырыу ниәтен ауыл муллаһына (Сермәндән Рамил Хамматов) еткерә. Балаға исем ҡушҡандан һуң, кендек инәһе, өләсәйҙәр-инәйҙәр изге теләктәрен теләй, яңы ғына исемле булған Заһирға арнап көйҙәр көйләп бүләктәрен тапшыра. Ошо күренеш аҡрынлап йыр-моң сараһына күсә.
Сараны Сермәндең күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәре Гөлфиә Шакирова, «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле солисы Гөлнур Мусина бик йөкмәткеле итеп алып барҙылар. Заһир Исмәғилевтең тормош юлына, композиторҙың киң күләмле ижадына байҡау яһанылар, халыҡ яратып башҡарған йырҙары, опералары тураһында һөйләнеләр, билдәле шағирҙарҙың арҙаҡлы шәхескә арнап яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле солистары Заһир Исмәғилевтең билдәле йырҙарын «Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар», «Грузин сәйе, башҡорт балы» һәм башҡа халыҡ яратып йырлаған, популярлығын юғалтмаған йырҙарын башҡарып тамашаны тағы ла матурланы. Тамашаны Гөлфиә Шакирова, Зарема Дәүләтбаева, Диләфрүз Сафиҡова, Фәүзиә Хәйернурова башҡарыуындағы йырҙар, Лилиә Сибәғәтованың «Заһиҙә» башҡорт бейеүе айырыуса балҡытып ебәрҙе.
Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тигәндәй, әхмәрҙәр ҙә сермәндәргә үҙ йырҙарын бүләк итте. Зәлифә Фазлетдинова, Әлфиә Дәүләтова, Наил Хәмзин башҡарыуындағы йырҙар, «Наза» фольклор ансамбле сығышы, гармунсыларҙың оҫта итеп гармун һыҙҙырыуы, ағинәйҙәрҙең таҡмаҡ әйтеп бейеүҙәре үҙе бер онотолмаҫлыҡ хистәр тыуҙырҙы.
Ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова бай йөкмәткеле ижад сараһы үткәргәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм оло быуын вәкилдәренә Заһир Исмәғилев кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында балаларға, йәштәргә күберәк һөйләргә, ошондай сараларҙа ҡатнаштырырға саҡырҙы.
Иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, Ҡоҙғон-Әхмәр уңғандары ҡунаҡтарҙы тәмле аш, сәй менән һыйланылар. Заһир Исмәғилевтең йырҙарын күңелдәре булғансы бергәләп табын артында ла башҡарҙылар.
Эйе, ХХ быуаттың бѳйѳк композиторы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Заһир Исмәғилев үҙенең тыуған еренә, хозур тәбиғәтенә булған һѳйѳүен ҡурай моңо, музыка аша белдереп данланы һәм үҙе лә данланды.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Автор фотолары.