Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Март 2022, 15:25

«Алтын ҙур булмай!»

Лилиә Вил ҡыҙы "Урал" гәзитенең "Бәйләнештә"ге социаль тѳркѳмѳндә "Беҙҙең заман геройҙары" шәфҡәт туташтары конкурсының муниципаль этабында I урын алып, республика кимәленә сыҡты һәм "Беҙҙең Башҡортостан" платформаһында II урын яуланы.

Расима Салихова
Фото:Расима Салихова

Ҡатын-ҡыҙ ул серле йомғаҡ. Ошо йомғаҡты әкрен генә тағата башлаһаң, һәр гүзәл затта күпме кѳс, дәрт, һәләт, матурлыҡ һәм батырлыҡ барлығын күрәһең. Бѳгѳн беҙҙең редакция ҡунағы, гәзитебеҙ уҡыусыларына яҡшы таныш булған, районыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе - Лилиә Вил ҡыҙы СИБӘҒӘТОВА.

Лилиә Вил ҡыҙы "Урал" гәзитенең "Бәйләнештә"ге социаль тѳркѳмѳндә "Беҙҙең заман геройҙары" шәфҡәт туташтары конкурсының муниципаль этабында I урын алып, республика кимәленә сыҡты һәм "Беҙҙең Башҡортостан" платформаһында II урын яуланы. Хѳрмәтле ҡунағыбыҙҙы "Урал" гәзитенең хеҙмәткәрҙәре оло еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлап, еңеүсе Дипломы һәм сертификат менән бүләкләне.

- Лилиә Вилевна, һеҙҙе гәзит уҡыусылар медицина хеҙмәткәре булараҡ та, шулай уҡ Сермән хакимиәте башлығы булып эшләгән осор буйынса ла яҡшы беләләр. Шулай ҙа, үҙегеҙ менән яҡындан тыныштырып китмәҫһегеҙме?

- Үҙем Сермәндә йәшәһәм дә, Аҙналы ауылы ҡыҙымын. Бала саҡта минең хыялым уҡытыусы булыу ине. Сѳнки әсәйем Фатима Сәитғәле ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Ләкин һигеҙенсе класта уҡығанда атайым Вил Лут улы ҡаты ғына ауырып китте лә, миңә бала саҡ хыялымды үҙгәртергә тура килде. Ҡырҡа ғына медицина училищеһына уҡырға инеп киттем. 1985 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлағандан һуң, юллама менән килеп, Сермән дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй башланым. Бер нисә йылдан һуң, ѳлкән шәфҡәт туташы булып ауылдаштарыма һәм күрше ауылдар халҡына ярҙам күрһәттем. Ошо эшемдә 33 йыл эшләнем. Бынан тыш 4 йыл Сермән хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙым. Әлеге ваҡытта үҙемдең яратҡан эшемдә - Сермән врач-амбулаторияһында шәфҡәт туташымын.

Сермән врач-амбулаторияһы 4 ауыл биләмәһен хеҙмәтләндерә, кѳндѳҙгѳ стационар эшләп килә. 15 бала, 30 оло кеше ай һайын медицина ярҙамы алып тора. 2020 йылда амбулаторияға матур итеп ремонт эшләнек. Хәҙер инде бағыусыларҙы йәлеп итеп, уны йыһазландырабыҙ. Уларҙың ярҙамы менән былтыр 50 меңгә мебель алғайныҡ, ә март айында 150 меңгә мебель ҡайтарырға торабыҙ. Ҙур рәхмәт уларға. Ауыл ерендә бушлай медицина ярҙамы алыу, бик яҡшы күренеш. Сѳнки ололар тѳрлѳ дарыуҙар, укол, системаларҙы бушлай ала. Әзекәй ауыл Советы, Ишле, Олойылға, Шығай хакимиәтенән Новобельский ауылы, Сермән халҡы бик рәхмәтле, уларға ярҙам күрһәтә алғаныбыҙға үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ.

- Лилиә Вилевна, һеҙҙе халыҡ, медицина хеҙмәткәре булараҡ, бик ярата. Хатта Сермән ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән ваҡытығыҙҙа ла, күптәр, медицина ярҙамы һорап һеҙгә килгәнен дә ишеткәнебеҙ бар. Тѳп эшегеҙҙән тыш, ауырып киткән кешеләргә тәүге ярҙам күрһәткәнһегеҙ, кешеләрҙең үтенестәрен кире ҡаҡмағанһығыҙ. Медицина ѳлкәһендә эшләүегеҙ осоронда үҙегеҙҙең тармаҡ тарафынан бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеменә лайыҡ булғанһығыҙ.

- Эйе, хакимиәт башлығы булып эшләгәндә лә кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтергә йѳрѳнѳм. Сѳнки минең иң яратҡан һөнәрем бит ул. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, эшемде намыҫлы, тырышып, яратып башҡарырға тырышам.

- Һеҙ, тәү сиратта ҡатын, әсәй кеше. Һеҙҙең тырыш, эшһѳйәр ғаиләгеҙ тураһында бик матур фекерҙәр ишетергә тура килә. Шулай уҡ әүҙем йәмәғәтсе лә, бейеүгә лә, йырға ла маһирһығыҙ, ҡул эштәрен дә яратаһығыҙ. Бынан тыш, оҫта, эшлекле хужабикә лә. Мал, ҡош-ҡорт та тотаһығыҙ, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтерәһегеҙ. Йәй буйы баҡсағыҙҙы йәмләп сәскәләр үҫә, ҡышын иһә, тәҙрә тѳптәрендә гѳлдәр балҡый. Барыһына ла нисек ѳлгѳрәһегеҙ?

- Сермән ауылы егете Ислам Ҡасим улына тормошҡа сыҡтым. Матур ғаилә ҡороп ебәрҙек. Әлеге ваҡытта ул амбулаторияла водитель булып эшләй. Тормош иптәшем менән ике ул үҫтерҙек. Улдарыбыҙ Рѳстәм, Рушан икеһе лә Мәскәү ҡалаһының юғары уҡыу йорттарын тамамланы. Әлеге ваҡытта икеһе лә шунда йәшәй, һѳнәрҙәре буйынса яҡшы ғына вазифалы урындарҙы биләйҙәр. Рѳстәм улым ғаиләле, киленем Резеда функциональ диагностика (йѳрәк, ҡан тамырҙары) буйынса табип булып эшләй. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал тотмай ҙа булмай. Аты ла, һыйыры ла, һарығы ла, ҡаҙ-тауығы ла тигәндәй... Балалар йәйен ҡайтып бесән эшләп, ярҙамлашып китәләр. Ғѳмүмән, аҙыҡтүлек менән тулыһынса үҙебеҙҙе тәьмин итәбеҙ. Ҡул эштәренә килгәндә, мин сигеү сигергә яратам, сәйләндән тѳрлѳ сувенирҙар, картиналар эшләйем. Бәйләм бәйләйем, Интернетта матур ғына берәй ѳлгѳ күрһәм, бәйләп ҡарамайынса күңелем тынысланмай. Йыр-моң яратыу әсәйем Фатима Сәитғәле ҡыҙы яғынан күскәндер, улар зат-ырыуы менән йырсылар, ә атайым Вил Лут улы нәҫелендә данлыҡлы бейеүселәр бар. Атайым да оҫта бейеүсе булды. Ул клуб мѳдире булып та, ауыл хакимиәте башлығы булып та эшләне. Әүҙем йәмәғәтсе ине, ансамблдәр тѳҙѳнѳ, спектаклдәр ҡуйҙы. Мин күберәк атайыма оҡшап, уның эшен дауам итәм, күрәһең. Бала саҡтан сәхнәлә бейеп үҫтем. Яратҡан шѳғѳл ѳсѳн һәр саҡ ваҡыт табыла ул.

- Конкурста ҡатнашыуығыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтмәҫһегеҙме?

- Конкурс миңә дәрт ѳҫтәне, илһам бирҙе. Ай буйына бер тонуста тотто. Миңә ышанған, минең ѳсѳн тауыш биргән кѳйәрмәндәремә, мѳхәрририәткә ҙур рәхмәт. Конкурстарҙан ҡурҡмағыҙ, ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ. 

- Лилиә Вилевна, беҙҙең башҡорт халҡында "Алтын ҙур булмай" тигән мәҡәл бар. Был мәҡәл һеҙгә тап килеп кенә тора. "Урал" гәзитенең конкурсында ҡатнашҡанығыҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт. Артабан да һәр сарала ҡатнашып, гѳрләп, йырлап йәшәгеҙ, әүҙемлегегеҙҙе ташламағыҙ. Еңеүҙәрегеҙ алда булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: