Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Апрель 2022, 14:35

Улар фатирлы булды

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Улар фатирлы булды
Улар фатирлы булды

Элеонора Ғәлиуллина менән Игорь Кудряшовҡа ҡаланың Крупская һәм Косоротов урамдарында урынлашҡан йорттарҙан фатир асҡыстарын район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тапшырҙы. Ул йәштәрҙе тормоштарындағы мөһим һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға менән ҡотлап үтте, киләсәктә ғаиләләре менән балалар тәрбиәләп, лайыҡлы йәшәүҙәрен һәм уларҙың балаларының бер ҡасан да етем ҡалмауын теләне, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ай һайын даими рәүештә түләп тороуҙарын һораны.

Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған Игорь сварщик булып эшләп йөрөй. Тормош иптәше менән бер бала тәрбиәләйҙәр. “Бәләкәсебеҙгә тиҙҙән бер йәш туласаҡ. Хәҙер инде үҙ мөйөшөбөҙ булғас, ғаиләбеҙҙе ишәйтеү тураһында уйлайбыҙ. Фатирҙы барып ҡараным, бик оҡшай, бөгөндән йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар, коммуникациялар бар”,  - ти ул.

Фатир алыу өсөн 2016 йылдан алып сиратта торған Элеонора мәктәптән һуң Магнитогорск технология колледжының “Ер-милек мөнәсәбәттәре” факультетын тамамлаған. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетында “Картография һәм геоинформатика” бүлегендә II курста уҡый. “Миңә бирелгән фатир яҡты, йылы. Тиҙерәк унда күсеп, үҙемә оҡшаған дизайн буйынса ремонт эшләү тураһында хыялланам һәм үҙ йортом булыуға бик шатмын”, - ти ул.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: