Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 15:21

Етемдәргә - фатир асҡыстары

Муниципаль район хакимиәтендә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙы.

Етемдәргә - фатир асҡыстары
Етемдәргә - фатир асҡыстары

Оксана Ғәлиуллина Тирләндә тыуған һәм уны өләсәһе тәрбиәләп үҫтергән. Оксана хәҙер үҙе әсәй - ҡыҙына дүрт ай. Йәш ғаиләнең үҙ фатирҙары булыуҙары уларға ҙур ярҙам булып тора.

Земфира Шайморатова фатир асҡысын алырға өлкән апайы менән килгән. Ул ҡыҙға әсәй урынын алмаштырған, Земфира ашнаҡсы һөнәренә уҡыған саҡта ярҙам иткән.

Фатирҙар ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Улар санитар-техник ҡорамалдар, иҫәп-хисап приборҙары, плитә менән йыһазландырылған. Яңы хужалары уларҙы алдан барып күргән һәм ҡәнәғәт ҡалған.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: