Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Август 2022, 10:41

Бәхетле тормошҡа егәрлеләр генә лайыҡ

Ул ваҡытта күп егеттәрҙе тимер юлы эше үҙенә тарта. Сѳнки эш хаҡы һәйбәт, тырышып эшләгәндәргә һәр саҡ иғтибар ҙур, тѳрлѳ социаль ѳҫтѳнлѳктәр ҙә күп.

Был донъяла һәр кем яҡшы эштәре менән үрнәк күрһәтергә, матур йәшәргә һәм үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырырға тейештер. Ауылдаштары, уны уратып алған яҡын кешеләре хѳрмәтендә, ихтирамында йәшәгән Йѳйәк ауылы ир-уҙаманы Әбүзәр Солтанбәков тап бына шундай кешеләрҙең береһе.
Йөйәк мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлағас, Ѳфѳгә Йылға училищеһына уҡырға инә. Унан һуң армияла егетлек бурысын үтәй. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Рәсәй тимер юлына эшкә урынлашырға ҡарар итә. Ул ваҡытта күп егеттәрҙе тимер юлы эше үҙенә тарта. Сѳнки эш хаҡы һәйбәт, тырышып эшләгәндәргә һәр саҡ иғтибар ҙур, тѳрлѳ социаль ѳҫтѳнлѳктәр ҙә күп. Әбүзәр ошо эшкә тѳшкәндән һуң, үҙен башҡа һѳнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмай. Ошо эшкә ғүмерен бағлай һәм бына 36 йыл үҙенең хеҙмәтенә тоғро ҡала. 
Әбүзәр Зияитдин улы эшендә генә түгел, өйҙә лә өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, олатай ҙа. Балалары ла тормошта үҙ урындарын тапҡан. Хәҙер инде ейән ейәнсәрҙәре олатай-өләсәйгә арҡаланып, уларҙың кәңәштәрен тотоп үҫә.
Әбүзәр Зияитдин улы ауыл сәхнәләренә сығып йырламаһа ла, йыр-моңға ғашиҡ кеше. Башҡорт халыҡ йырҙары "Райхан", "Рамай"ҙы бик оҫта башҡара. Ҡумыҙ, ҡурай ҙа яһай. Хоҙай уға бар һәләтте лә умырып биргән! "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", - тип Әбүзәр Зияитдин улы кеүектәргә әйтелгән дә инде. Ул эштән бушаған ваҡыттарында һис тик тормай. Ике трактор, өс квадроцикл йыйған. Эштәрен һанап сығыуы ғына еңел, ә күпме ваҡыт, күпме көс, һәләт, аҡыл кәрәк был иҫ китмәле ауыр эштәргә... Ауыл ерендә көн итеүҙең ни тиклем ауыр икәнен күреп, кисереп йәшәгәндәр генә аңлар быны. Көндәлек йорт эштәре өҫтөнә ҡышҡылыҡҡа утын, бесән әҙерләргә һәм үҙ хужалығыңдағы башҡа эштәргә лә ѳлгѳр генә. Әле Әбүзәр Зияитдин улы ейәне Тимербулатҡа квадроцикл йыя башлаған. Шулай эшләгән эштәрең менән кешеләрҙе һөйөндөрөп, артабан да матурлыҡ өләшеп йәшәгеҙ, Әбүзәр Зияитдин улы. Һеҙҙән ауылыбыҙҙың башҡа ир-уҙамандары ла ѳлгѳ алыр, тигән матур уйҙа ҡалам.
Сәүиә СОЛТАНОВА.
Автор фотоһы. 
Йѳйәк.

(Тулы мәҡәлә "Урал" гәзитенең 33-сѳ һанында).

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: