Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Сентябрь 2022, 15:24

Киләсәк - уҡытыусылар ҡулында

Ҡала Мәҙәниәт һарайында ҡала - район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе үтте.

Киләсәк - уҡытыусылар ҡулында
Киләсәк - уҡытыусылар ҡулында

Ул “Муниципаль райондың мәғариф системаһын үҫтереүҙә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү - мөһим йүнәлеште ғәмәлгә ашырыу ” темаһына арналды һәм уның барышында уҡытыу-тәрбиә процесында өлгәшкән уңыштар, һөҙөмтәләр барланды, киләсәккә маҡсаттар, был өлкәлә эшләнәһе эштәр, бурыстар билдәләнде.

Конференцияла Рәсәй Дәүләт Думаһының VIII саҡырылыш депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Таипов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, уның беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнашты.

Эльвира Ринат ҡыҙы Рәсәй Федерацияһында белем биреү өлкәһендәге төп үҙгәрештәр тураһында, Зәки Арыҫлан улы тәрбиәсе һәм уның үҫеп килгән быуында мөһим роль уйнауы, кадрҙар мәсьәләһе, уларға ҡытлыҡ булдырмау юлдары, йәш белгестәргә уңайлыҡтар булдырыу тураһында сығыш яһаны.

Андрей Иванович йыл һөҙөмтәләрен барлап: “Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында балаларға уҡыу, түңәрәктәргә йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Был маҡсаттарға йыл
һайын район бюджетынан финанслауҙы арттыра барабыҙ. Мәҫәлән, 2020 йылда белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға, төҙөкләндереүгә һәм матди-техник базаһын нығытыуға район бюджетынан 3,5 миллион, 2021 йылда - 24 миллион, ә 2022 йылда 37 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ республика бюджетынан 2022 йылда 16 миллион һумға яҡын аҡса бирелде.

Был сумма Ишле мәктәбенең ҡаҙанлығын ремонтлауға, Туҡан мәктәбенең ҡыйығын алмаштырыуға, Шығай һәм Тимер юл ауылдары мәктәптәренә тәҙрәләр ҡуйыуға, ҡаланың 16-сы мәктәбенең һыу системаһына һәм ашханаһына ремонт эшләүгә, 10-сы мәктәптең авария хәлендәге спорт залын ремонтлауға, 2-се һәм 21-се балалар баҡсаларының йылылыҡ һәм Ломовка ауылы балалар баҡсаһының йылытыу системаһын ремонтлауға тотонолдо.

Бөгөнгө көндә ҡаланың 8-се мәктәбе реконструкциялана. Эштәрҙе киләһе уҡыу йылына тиклем тамамларға иҫәп тотабыҙ.

2022 йылдың ғинуарынан муниципалитет мәктәптәрҙе ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программала ҡатнаша. Программа 4 йылға иҫәпләнгән. Райондан унда 9 мәктәп ҡатнаша. Шуларҙан быйылғы йылда Тирлән ауылындағы башланғыс кластар өсөн мәктәп һәм ҡаланың 13-сө мәктәбе ремонтлана.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә барлыҡ “Үҫеш нөктәһе” булған биналарҙа ремонт эшләнә, уларҙың һаны әлегә - 21. Яңы уҡыу йылында Үҙәнбаш, Манышты, Ҡағы, Боғанаҡ, Егәҙе, Йөйәк ауылы мәктәптәрендә ошондай уҡ үҙәктәр эшләй башлай.

 

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең  35-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: