Билдәле булыуынса, ниндәйҙер бинаға капиталь ремонт үткәреү, реконструкциялау, урында йәшәгән халыҡ өсөн кәрәкле объекттарҙы төҙөү, шулай уҡ ҡорамал, техника һатып алыуҙы тап ошо программа сиктәрендә тормошҡа ашырырға мөмкин.
Егәҙе ауыл хакимиәте лә йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” дәүләт программаһында ҡатнашып, урындағы халыҡ менән йыйылыштар үткәрә, уларҙың фекерен иғтибарға алып, ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырыу өсөн бағыусыларҙы йәлеп итеүҙә, инициатив төркөм менән конкурсҡа документтар әҙерләү эштәрендә активлыҡ күрһәтә.
Бөгөнгө көндә был дәүләт программаһы ситктәрендә Егәҙелә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап ҡуйылған һәйкәлгә ремонт эшләнә. Подрядсы ойошма үҙ бурыстарын атҡарырға октябрь урталарында тотонған һәм эштәрҙе сифатлы, килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытҡа ярашлы үтәй.
Яңы стелала Егәҙе, Баҡый, Ботай, Өмөтбай һәм Хәйбулла ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙарҙың исеме яҙыласаҡ.
Уларҙың исемлеген эҙләү һәм туплау эштәрен китапханасы Галина Михайловна Аверьянова атҡарған. Хакимиәткә ҡараған ауылдарҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың исем-шәрифтәрен асыҡлау өсөн 7-96-58 (китапхана), йәки 8-927-339-78-69 телефон һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Кәрәҙле телефон һандары шулай уҡ инициатив төркөмдөң ремонт өсөн аҡса йыйыу картаһына бәйле. Бөгөнгө көндә программаның сығымдарын тулыһынса финанслауға 40 мең һум аҡса талап ителә. Тыуған илебеҙҙең именлеге өсөн баштарын һалған ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгелләштереүҙә һәм һаҡлауҙа һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә ашығығыҙ.