Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Декабрь 2022, 10:39

Файҙалы һәм күңелгә ятышлы осрашыу

Башҡорт ѳйѳ түрендә урын алған гармундар барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Бәләкәйерәк гармундың тарихы 1980 йылғы Олимпиадаға барып тоташа.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Үткәл ауылының "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмаһы башҡарған матур эштәр тураһында гәзитебеҙҙә йыш яҙҙыҡ. Был ойошмаға ауылдың абруйлы инәйҙәре тупланған. 
Һәр береһе тел, йыр-моң һағында торған, башҡорт халҡының ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, йолаларын яҡшы белгән, уларҙы тергеҙеү ѳҫтѳндә эшләгән, ҡул эштәренә, аш-һыуға, милли ризыҡтарҙы әҙерләүгә лә бик оҫта булған уңған ағинәйҙәр улар. Эйе, ағинәйҙәрҙең өҫтөнә бик күп бурыстар һалынған. Улар быны аҡылдары, күңелдәре менән аңлап эш итә. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә ағинәйҙәр ҙур роль уйнай. Ағинәйҙәр араһында абруйлы уҡытыусылар ҙа, матур балалар тәрбиәләгән йорт хужабикәләре, башҡа һѳнәр оҫталары ла бар. 2013 йылда ағинәйлек бурысын иңдәренә һалған Үткәл инәйҙәренең яңы ойошҡан ағинәйҙәргә әйтер һүҙҙәре лә, бирер кәңәштәре лә, уртаҡлашыр тәжрибәләре лә бар. Ошо кѳндәрҙә уларҙан кәңәш һорарға, тәжрибә тупларға тигән ниәт менән Тимер юл ауылының ағинәйҙәре килде. Үткәл ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Фәрзәнә Хәйбуллина Тимер юл ағинәйҙәренең ниәттәрен бик хуплап ҡабул иткән. Тиҙ арала үҙ ағинәйҙәрен йыйып, осрашыу сараһына әҙерләнергә, ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһы буйынса матур ҡаршылау ѳсѳн сценарий ҙа әҙерләгән.
Тимер юл ауылының ағинәйҙәрен бик ҙурлап ҡаршы алды үткәлдәр. Йола буйынса ошо ерлектәге таҡмаҡтар, йыр-моң менән Үткәл ағинәйҙәре етәксеһе Фәрзәнә Хәйбуллина, Дилә Йомағужина, Фатима Хәлилова, Рима Ғәлиастанова, Фәйрүзә Мѳхәмәтғәлина, Рәшиҙә Мѳхәмәтғәлина, Таңһылыу Мѳхәмәтдинова ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп Башҡорт ѳйѳнә әйҙәне. 
Тимер юл ағинәйҙәре Клара Вәлиева, Зилә Мѳсәлимова, Флюра Ғарипова, етәкселәре Зәйлә Хәлилова менән берлектә Башҡорт ѳйѳнә тупланған экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Борон ѳләсәйҙәр ҡулы менән баҫылған  кейеҙҙәр, балаҫтар һаман тѳҫѳн юймаған. Ҡорама менән тышланған эргә юрғандар матур итеп һандыҡ ѳҫтѳнә ѳйѳп ҡуйылған. Ә һандыҡты балта оҫтаһы, ағас эштәре менән мауыҡҡан, ошо матурлыҡтарҙы тыуҙырыусы Ришат Хәйбуллин эшләгән. Бынан тыш башҡорт ѳйѳндә оҫтаның тырышлығы менән барлыҡҡа килгән урындыҡ, әрмәк һуға торған станок, күҙҙең яуын алып торған ѳҫтәл балҡып ултыра, улар янында хужаның һуҡҡан әрмәктәре ябылған ултырғыстар урын алған. Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы тырышлығында элек беҙҙең инәйҙәр яратып ҡулланған һәм ситтәренә биҙәк тегелгән тәҙрә ҡорғандары, сигелгән таҫтамалдар, ѳләсәй-инәйҙәрҙең элек яратып кейгән таҫмалыҡай итәкле күлдәктәре, тәңкәле камзулдарынан торған күргәҙмә барыһы ла үҙен элекке башҡорт йортондағы кеүек хис итте. Боронғо мейес янында ҡул тирмәне, элек ѳләсәй-инәйҙәр яратып ҡулланған ағастан эшләнгән һауыт-һабалар тупланған.
 Башҡорт ѳйѳ түрендә урын алған гармундар барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Бәләкәйерәк гармундың тарихы 1980 йылғы Олимпиадаға барып тоташа. Уның тарихын бик ҡыҙыҡлы итеп Ришат Хәйбуллин һѳйләп ишеттерҙе. Баҡһаң, 1980 йылда Аҙнағол ауылы янындағы яланда Олимпиадаға арналған ҙур һабантуй уҙа. Унда райондың бар хужалыҡтары ла ҡатнаша. Был тарихи ваҡиғаға, 22-се йәйге олимпия уйындарына 42 йыл ваҡыт уҙып киткән икән. Ул был гармунды шул һабантуйҙа һайғау буйлап осона тиклем йығылмай үткәне ѳсѳн алған. 

- Бәүелеп торған һайғау аша үтеүе бик еңел булманы. Күптәр яртыһына ла етә алманы, ә мин осона тиклем барып еттем,
тип һѳйләй Ришат Хәйбуллин.

Тимер юл ауылы ағинәйҙәре бар эштәрҙе лә ҡыҙыҡһынып ҡараны. Сѳнки үҙҙәре лә ошо кѳндәрҙә башҡорт ѳйѳн булдырыу ѳҫтѳндә эшләйҙәр. Сосновка ағинәйҙәре етәксеһе Земфира Кәримова ла ағинәйҙәргә матуртеләктәрен еткерҙе. Үткәл ағинәйҙәренә һоҡланыуын белдерҙе.
"Урал" гәзитенең баш мѳхәрриреСатура Жәүәт ҡыҙы милли матбуғатты һаҡлап ҡалыу тураһында һѳйләне.Районда башҡорт телендә сыҡҡан"Урал" гәзитен һәр башҡорт ғаиләһеалдырһын ине тигән теләк белдерҙе.
Артабан ҡунаҡтарҙы мул итеп әҙерләнгән ѳҫтәл янына саҡырҙылар. Уңған ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән милли аштарҙан ѳҫтәлһығылып торҙо. Сәй табыны артындала ағинәйҙәр үҙҙәренең тәжрибәләременән уртаҡлашты. Фәрзәнә Хәйбуллина ағинәйҙәрҙең киләһе йылға планлаштырылған эштәре менән дә таныштырып үтте. Һарыҡ йѳнѳнән юрған күбеү тураһында ла һүҙ алып барҙы ағинәйҙәр. Киләһе йылға балалар ѳсѳн байрам ойоштороп, уларға онотолоп барған уйындарҙы ѳйрәтеү, башҡорт ѳйѳ менән таныштырыу, уларға станокта әрмәк һуғыуҙы күрһәтеү кеүек эштәр тураһында әңгәмәләштеләр.
Тимер юл ағинәйҙәренә кәңәштәр бирҙеләр. Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы һәм Дилә Әхтәм ҡыҙы етеп килгәняңы йыл менән ҡотлап ҡунаҡтарға бүләктәр таратты.
Илебеҙгә именлек теләп, Украинала һуғышта йѳрѳгән ир-егеттәрҙең иҫән-һау үҙ ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуына аят доғалары уҡып, ошондай күңелле осрашыуҙар ҡабатланып торһон тигән теләктә тамамланды был  матур сара.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: