Атайсал
17 Июль , 09:19

35 йыл - һөнәргә тоғролоҡ

19 июлдә, Металлургтар көнөндә, һөнәри байрамын Белорет металлургия комбинатының  3-сө канат участкаһының арҡан ишеү буйынса машинисы Хәсән Юлышев та билдәләйәсәк. Уның өсөн был көн календарь датаһы менән генә айырылып тормай. Теүәл 35 йыл элек ул беренсе тапҡыр цех тупһаһын атлап инә һәм шул ваҡыттан алып һөнәренә тоғро ҡала.

35 йыл - һөнәргә  тоғролоҡ35 йыл - һөнәргә  тоғролоҡ
35 йыл - һөнәргә тоғролоҡ

Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Юлышевтар илебеҙгә эшсе һөнәр эйәләрен, хеҙмәт кешеһен биргән ғаиләләрҙең береһе. Ғаиләләге өлкән ағайҙары Хәсәндән олорағын үҙ юлынан - төҙөүсе булараҡ алып китһә, оҙаҡ йылдар Белорет металлургия комбинатында эшләгән Әҡсән ағаһы йәш егеттә металлург һөнәрен һайлауҙа ҙур роль уйнай. Ул да ағаһы кеүек вальцовкалаусы оператор булыу теләге менән яна, әммә ләкин атаһына мал ҡарауҙа ярҙамлашып, документтар ҡабул итеү осорон үткәреп ебәрә. Шулай ҙа 25-се һөнәрселек училищеһының канат ишеү буйынса машинист һөнәренә уҡып сығыу металлургия өлкәһендә эшләү теләгенең тормошҡа ашыуына бер аҙым була. Белорет лицей-интернатын тамамлаған Хәсән бында ла бер нисә класташы менән уҡый. Махсус уҡыу йорто, армия... Барыһы ла әле генә кеүек. Юҡ икән шул, Белорет металлургия комбинатында эшләүенә лә 35 йыл булып киткән...
Арҡан ишеү машинисының эше аныҡлыҡ, абсолют ишетеү һәләте һәм металл тураһында интуитив аңлауҙы талап итә. 3-сө участкала хәҙерге сәнәғәтте уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаған ныҡлы арҡандар (канат) барлыҡҡа килә. Тәжрибәле эшсенең ҡулы аҫтында ҡыҙыу сым ҡатмарлы инженер конструкцияһына әүерелә. Урамаларҙың  дөрөҫ ятыуы ла тростың йөк күтәреүсәнлегенә һәм уны ҡулланған кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле. Бер сменала уның станы аша саҡрымдарса ҡорос үтә, әммә әҙер продукцияның һәр метрын оҫта иғтибары аша үткәрә. Ул һәр сымдың характерын белә, ҡорамалдарҙың вибрацияһы бу-
йынса көсөргәнешлектең бәләкәй генә үҙгәреүен һиҙә һәм машинаның эшендә боҙолоуҙы приборҙар теркәгәнгә тиклем үк ишетеп билдәләй ала. Металлург планын да 130-150 процентҡа арттырып үтәүгә өлгәшә. Нәҡ ошондай белгестәр комбинаттың эталон сифатында продукция етештереүсе предприятие булараҡ репутацияһын булдыра.
Утыҙ биш йыл станок артында  -  меңдәрсә саҡрым үрелгән ҡорос еп, йөҙләгән тонна беренсе класлы арҡан һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ сменалар. Әммә Хәсән Булат улы үҙенең иң ҙур ғорурлығы тип комбинат проходнойынан ситтә булған мәлдәрҙе иҫәпләй. Икенсе яртыһы Айгөл Рәүил ҡыҙы менән 23 йыл бергә тормош кисерә. “Тылың ныҡлы икән, уңышҡа өлгәшергә мөмкин”, - ти Хәсән Булат улы. Ҡаҙаныштарым - ғаиләмдең хеҙмәте, тип иҫәпләй ул. Медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән тормош иптәше менән ике улға ғүмер биргән.  Өлкәндәре - Алмас Белорет педагогия колледжын тамамлағандан һуң ил алдындағы бурысын, атаһы кеүек, намыҫлы үтәй. Курск өлкәһен азат итеүҙә лә ҡатнаша ҡыйыу егет. Бөгөн ул Эске эштәр министрлығы сафын тулыландырҙы. Белорет эске эштәр идаралығында уңышлы эш башлап тора. Кинйәләре Алсын иһә Белорет металлургия колледжын быйыл тамамлап, ҡулына диплом алды. Атай өсөн шул түгелме ни ҡыуаныс! Сыҙамлылыҡ, бригада алдында яуаплылыҡ һәм һәр төрлө стандарт булмаған хәлдән сығыу юлын табыу - был профессиональ һыҙаттар күптән Хәсән Юлышевтың холҡоноң нигеҙе булып тора. Төп остазы тип улдары аталарын атай. Бөгөн Юлышевтарҙың улдары үҙ юлын һайлап, аталарынан хеҙмәтте ихтирам итеүҙе һәм ныҡлы ғаиләнең ҡәҙерен аңлауҙы үҙләштерә. Кем белә, бәлки, йылдар үткәс, Юлышевтар фамилияһы комбинат цехтарында яңғырар, яңы завод династияһына нигеҙ һалыр. Һөнәри байрамын билдәләгәндә, Хәсән Булат улы үҙенең шәхси рекорды 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы түгел, ә ғаиләнең ышаныслы арҡаһы икәнен яҡшы тоясаҡ. 
Ҡасандыр 18 йәшлек кенә йәш белгесте Рәмил Мөхәмәтйәров, Риф Мостафин, Шамил Ғәйнетдинов, Ирек Нәбиуллин (мәрхүм), Вил Фәхрайзин, Зилә Байегетова, Рәйлә Асраева кеүек остаздары нисек итеп үҙ ҡанаты аҫтына алғанын, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуын йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала бөгөн тәжрибәле металлург. Шулай ҙа тәүге остазы - Николай Иванович ҡулы аҫтында эшләй башлаған өйрәнсек үҙенә күп кенә өлгө, фәһем ала, тәжрибә туплай. “Бөгөн иһә мин үҙем сменала ғына түгел, цехта ла иң ололарҙың, тәжрибәлеләрҙең береһелер. Хаҡлы ялға сыҡһам да, тик ята алманым, бер аҙ баҙап та ҡалған кеүек инем. Ял итеп алғандан һуң яңы көс туплап эшкә сыҡтым, сөнки хеҙмәт тәжрибәм менән уртаҡлашырлыҡ һәм ярҙамыма мохтаж йәштәр бар әле”, - тип йылмая Хәсән Булат улы. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн уның фотоһүрәте Почет таҡталарынан төшмәне, 2008, 2012 йылдарҙа - комбинатта, 2018 йылда район һабантуйында “Һөнәре буйынса иң яҡшы”һы булараҡ билдәләнде. Былтыр Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды, хеҙмәт ветераны исемен дә йөрөтә.  
Улдар үҫеп буй еткергән, үҙ оялары төҙөлгән, әллә күпме ағастар ҙа ултыртылған. Тормоштоң, хеҙмәттең, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшә лә йәшә. Хәсән Булат улын күптәр абруйлы, тәжрибәле металлург тип кенә түгел, ижади яҡтан да белә. Музыкаль ғаиләлә тәрбиәләнгәнгәме (ағай-ҡустылары, апай-һеңлеһе төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай һәм бейей), Хәсәнде лә был талант урап үтмәгән. Буш ваҡыттарында гармунын ҡулына ала йәиһә комбинатта үткән ижади смотр-конкурстарҙа ҡатнаша.  
Дилетанттарҙың биш йылдан металлургтың кем икәнен оноторҙар тигән буш фекерҙәренә яуап итеп, ул: "Металлургия - ил иҡтисадының нигеҙе, металлургияһыҙ машиналар эшләү, төҙөлөш, тимер юлдар, авиация булмаясаҡ. Сөнки уларҙы металлургтар етештерә. Һәм тап улар Иҙел башының үҫеше өсөн яуаплы ла. Завод тарихында төрлө мәлдәр булды, әммә меңләгән ғаиләнең именлеге бөгөн дә заводҡа бәйле. Ул элеккесә ҡалабыҙҙың ҡеүәтле метиз етештереү үҙәге булып ҡала, уның ҡаҙаныштары һәм Белорет төҙөлөшөнә индергән өлөшө бәхәсһеҙ. Комбинат цехтары элеккесә эшләй, ә заводтың гудогы элеккесә ҡысҡыра... 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас