Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Января 2025, 10:25

Еңеү яҡынайтҡан “бөркөт”тәр

Халҡыбыҙ берҙәмлек рухы һәм еңеүгә ынтылыш менән йәшәй. Үҙ байрағы аҫтына көслө һәм ҡыйыуҙарҙы йыйған “Халыҡ фронты” яугирҙарыбыҙҙы заманса саралар менән тәьмин итеү өсөн арымай-талмай эшләй.  Аң-зиһен һәм тилбер, һиҙгер бармаҡтар эшләгән дрондар хәҙерге шарттарҙа мөһим ҡоралға әйләнгән. 

Еңеү яҡынайтҡан “бөркөт”тәрЕңеү яҡынайтҡан “бөркөт”тәр
Еңеү яҡынайтҡан “бөркөт”тәр

Һауа ярҙамсылары технология ғына түгел - улар һуғыш яланындағы күҙҙәр һәм ҡолаҡтар ҙа. Сик һаҡсыларына иң ҡатмарлы бурыстарҙы теүәллек һәм һөҙөмтәлелек менән башҡарырға ярҙам итә, мәғлүмәт тарата, разведка тәьмин итә, дошманды күрә һәм һалдаттарға ышаныслы эш итергә мөмкинлек бирә. 
Халыҡ фронтының махсус хәрби операция өсөн матди ярҙам күрһәтеп, дрондарҙы урында йыйыуҙы тәьмин итеүен, уны алғы һыҙыҡҡа оҙатыуын күреп, һәр бер ҡорамал механизм ғына түгел, ә кеше батырлығына һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға нигеҙләнгән ҙур системаның бер өлөшө булыуын аңлайбыҙ. Был эш батырлыҡ һәм берҙәмлек билдәһе булып тора, ул бергәләп беҙ көслөрәк булыуыбыҙҙы һәм һәр беребеҙҙең, шул иҫәптән оҫталарҙың, конструкторҙарҙың һәм инженерҙарҙың, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергәнен күрһәтә. 
Ошо көндәрҙә изге башланғыс инициаторы Данис Йыһаншин сираттағы, яугирҙар өсөн ҡиммәтле йөк,  гуманитар ярҙам менән оҙон юлға сыҡты.  Ул махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәргә икенсе партия - 53 “ҡошсоҡ”то шәхсән тапшырасаҡ. Дрондар яугирҙарҙың һорауы буйынса (7 һәм 10 дюймлы, көндөҙгө һәм төнгө камералар, камикадзе кеүек тә һәм ташлау системаһы менән) эшләнгән. “Бөркөт”тәр барыһы ла һынау үткән һәм фронттың билдәле бер йүнәләшендә эшләргә әҙер. Тәүге партия дрондар үҙҙәрен эштә күрһәткән дә инде. Яугирҙар Белоретта йыйылған дрондарҙы яуҙа ла, алғы һыҙыҡтағыларға аҙыҡ-түлек, һыу кеүек кәрәк-яраҡтар алып барыу өсөн дә ҡуллана.
Данис Сәйетмырҙа улы был юлы ла изге миссияны шәхсән үҙе үтәй. “Егеттәр менән туранан-тура аралашырға һәм үҙ-ара бәйләнеш булдырырға кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, дрондарҙы йыйыу ғына етмәй, уларҙы техник яҡтан фронттың айырым подразделениеһына, айырым участкаһына ярашлы итеп көйләргә кәрәк. Уртаҡ эшебеҙ мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.  Махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарға ярҙам итеү йәһәтенән кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын, ихлас, асыҡ, ярҙамға килергә әҙер кешеләрҙең күп булыуын аңлай башланым. Был проектта ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Ул ябай халыҡтың ярҙамы, ышанысы менән генә дауам итә. Бер ниндәй ҙә фондтар, төрлө гранттар һәм башҡалар ярҙам итмәй. Бөтә йыйымдар - һеҙҙең ярҙам менән йыйылған аҡса. Шуға күрә беҙ теләгәнебеҙҙән әкренерәк барабыҙ. Ә шулай ҙа барабыҙ...” - тине ул. 
Миссияның дауамы - Макеевкалағы хәрби госпиталь. Белореттарҙан - гуманитар ярҙам, Өфөлә йәшәүсенән - кейем, тәм-том һәм дарыу кеүек кәрәк-яраҡтар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән Яңы йыл бүләктәре тапшырырға кәрәк. Сермән мәктәбе сәксәк һәм уның менән тыуған йорт йылыһы ла биреп ебәрҙе.  Күрше учалыларҙан да маскировка селтәрҙәре, дрон детекторы тапшырыласаҡ. 
Халыҡ фронты ярҙамы менән йы-
йылған дрондар Ватанды һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра. Һәр төҙөлгән дрон - тыныслыҡҡа табан бер аҙым, фронтта хеҙмәт иткән һалдаттар өсөн өмөт. Бергәләп беҙ күп нәмәгә өлгәшә алабыҙ һәм был берҙәмлек рухы беҙгә һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Әле “бөркөт”тәрҙең өсөнсө партияһы өсөн аҡса йыйыла башланы. Кемдәр яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә әҙер, рәхим итегеҙ!
Сбербанк картаһы: 4279060015596729. ("Поддерживаю своих").

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас