Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Апреля 2025, 10:04

“Герой партаһы” яҡты иҫтәлек һаҡлай

Шығайҙа “Беҙҙең заман геройҙары” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы  дүрт “Герой партаһы”н асыу тантанаһы үтте.  

“Герой партаһы” яҡты иҫтәлек һаҡлай“Герой партаһы” яҡты иҫтәлек һаҡлай
“Герой партаһы” яҡты иҫтәлек һаҡлай

Парталар Шығай мәктәбен тамамлаған, махсус хәрби операцияла яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар - Нур һәм Вадим Әмировтарҙың, Айрат Ғибәтовтың һәм Альфред Лоҡмановтың яҡты иҫтәлегенә булдырылған.  
Мәртәбәле сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, мәғариф идаралығы начальнигы Эдуард Камалов, махсус хәрби зонаһына даими гуманитар ярҙам алып барған, “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булған ирекмән Фәймә Ишморатова, ауыл хакимиәте башлығы Миләүшә Сәлмәнова, мәктәп директоры Исмәғил Әбүталипов ҡатнашты. 
Балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙ үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡан сараны асып, район етәксеһенең беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова акцияға ҡушылған барлыҡ белем учреждениеларын хуплауын белдерҙе. 
- Бындай акциялар уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухы, дуҫтарса мөнәсәбәт, илебеҙҙе һөйөү, тормошто ҡәҙерләү сифаттарын тәрбиәләй. Мәктәптә үк был төшөнсәләрҙе йәш быуын күңеленә һеңдерергә бурыслыбыҙ. Балаларҙың күҙҙәренә бағып  ҡына ла тыныслыҡ ҡиммәтен, ерҙә тиҙерәк именлек урынлашыуы кәрәклеген  беҙ, ололар, аңлайбыҙ. Улар ҙа ниндәй юғалтыуҙар аша был Еңеү яуланғанын белеп үҫһендәр. Тылдағыларҙың именлеге хаҡына  махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙҙың, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәрби бурысын лайыҡлы үтәүен дә беләбеҙ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың исемдәре хәтерҙә мәңге һаҡланыр, - тине Зөлфиә Басир ҡыҙы.      
Шығай батырҙары тураһында яҡындары, уҡытыусылары бик күп йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте, улар ауылдаштарының хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәп йылдары, маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һөйләне. 2022-2023 йылдарҙа, әгәр беҙ түгел икән, кем һуң, тип махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән юлланған һәм неонацистарға ҡаршы яуҙа батырҙарса һәләк булған ауылдаштары менән шығайҙар ғорурлана. Нур Мансур улын, Вадим Ғәҙел улын, Айрат Хәмит улын, Альфред Фәрит улын намыҫлы, тоғро, ҡаһарман, игелекле, изгелекле ауылдаш һәм яугир итеп хәтерендә һаҡлаясаҡ. Батырҙарҙың ҡаһарманлығын Рәсәй һәм республика Хөкүмәте лә юғары баһалай һәм билдәләй. Нур Әмиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов, Батырлыҡ (үлгәндән һуң) ордендары, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Рәсәй тимер юлдарының маҡтаулы тимер юлсыһы” (үлгәндән һуң) миҙалдары менән наградланған. Вадим Әмировтың ҡаһарманлығы ла Батырлыҡ ордены менән баһаланған. Рядовой Айрат Ғибәтовтың махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы Батырлыҡ ордены һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Альфред Лоҡмановты 11 йәшенән тәрбиәләп үҫтергән инәйе Клара Сәхәүетдинова ла туғанының тырыш, намыҫлы, игелекле һәм илһөйәр икәнен билдәләне.  
“Герой парталары” артында ултырыу хоҡуғын уҡыу алдынғылары - VII класс уҡыусыһы Алтынай Һибәтуллина, VI кластан Эвелина Сорағолова, III класс уҡыусыһы Мирсаф Мостафин һәм IV кластан Зилиә Хажина алды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Еңеү көнө алдынан Шығай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары йыйылыусыларҙы йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. 
Шығайҙан Айнур Әмировтың, ауылдашы Айзилә Мортаева мөхәррирлегендә, яҡташы Илназ Үҙәнбаев башҡарыуында, ҡустыларына арнап яҙылған “Һалдат йыры” күптән инде махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙҙың гимнына әүерелде. “Ҡайталмаһам, онотмағыҙ, яҡты хәтер һеҙ һаҡлағыҙ!” - тигән юлдар ҙа бар унда. Онотмаҫбыҙ! Һеҙҙең турала хәтер ауылдаштарығыҙҙың күңелендә, туғандарығыҙҙың йөрәгендә, исемегеҙ яҙылған парталарҙа ултырған уҡыусылар хәтерендә мәңге һаҡланыр.   

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас