Тырыш та, маҡсатлы ла...

Ҡасандыр ғүмерен медицина менән бәйләргә теләгән Фәниә Миһран ҡыҙы йәшлек хыялын өлкән ҡыҙы Әлиәлә тормошҡа ашырған, күрәһең. Ғүмерен кешеләргә – матурлыҡ, тирә-йүнгә йәшеллек өләшеү, киләсәктә үҙен тәжрибәле баҡсасы итеп күргән ҡыҙ ҙа әсә һүҙен йыҡмай, документтарын Белорет медицина училищеһына тапшыра. Ҡәҙерле кешеһенең теләген йыҡмайым тип кенә ҡабул ителгән ҡарарҙың күптән инде яратҡан эшенә әйләнгәненә лә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән... “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, “Асы” шифаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Әлиә Айрат ҡыҙы МӨХӘМӘТКИЛДИНА утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажының 24 йылын яуаплы вазифаға бағышлап, туған коллективына тоғро хеҙмәт итә. Ипле, баҫалҡы булыуы, кешене иғтибар менән тыңлай белеүе, кәңәштәре аша коллективына ғына түгел, ял итеүселәргә лә дәрт һәм өмөт өҫтәүе, әлбиттә, уның үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан, грамоталы белгес икәнлеген иҫбатлай.

Тырыш та, маҡсатлы ла...Тырыш та, маҡсатлы ла...
Тырыш та, маҡсатлы ла...

Ул 1992 йылда медицина училищеһының “Шәфҡәт туташы” бүлеген тамамлап, Инйәр дауаханаһының терапия бүлегендә һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Белемен артабан да камиллаштырыу ниәте менән 1996 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Шәфҡәт туташы эше менеджеры” факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон ситтән тороп тамамлауға, юғары белемле белгесте “Асы” шифаханаһына эшкә саҡыралар.

- 2000 йылда шифахана төҙөлөшөнөң ойоштороу эштәре башланды. Тәүҙә шәфҡәт туташы һәм кадрҙар бүлегендә яртышар ставкаға эшләһәм, һуңғараҡ, штат та үҫкәс, өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләнеләр.

Бөгөнгө көндә республикала билдәле дәүләт учреждениеларының береһе булған “Асы” шифаханаһы административ, дауалау һәм ял итеүселәр өсөн тәғәйен йоҡо корпустарынан тора. Йәмғеһе 10 корпус, бында 300- 400-ләп кеше ял итә, төрлө дауаланыу процедуралары ала. Коллективта иһә 10-лап табип, 60-лаған шәфҡәт туташы (массажистар ҙа инә) һәм хеҙмәтләндереүсе персонал иҫәпләнә. Шифахананың өлкән шәфҡәт туташына кадрҙарҙы эшкә алыу, уларҙы уҡытыу, эске һәм тышҡы күҙәтеү, документтар, Роспотребнадзор менән эшләү кеүек бурыстар йөкмәтелгән. Хәҙер шифаханала ла эшләү күпкә еңелерәк. Хеҙмәткәрҙәрҙе Инйәр һәм Йөйәктән уңайлы микроавтобустар йөрөтә. Ситтән килеп эшләгәндәргә бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡхана, лайыҡлы эш хаҡы тәҡдим итәбеҙ. Эшләһендәр, тип кенә торабыҙ. 24 йыл элек хеҙмәт юлымды шифахана хеҙмәткәре булараҡ башлап торғанда, электричка, осраҡлы машиналар менән йөрөргә тура килә ине. Шифахана төҙөлә башлаған ғына йылдар, документтар менән дә күп эшләргә тура килде. Шуға ла оло ҡыҙым менән генә декрет ялында ултырырға өлгөрҙөм, һуңынан улым һәм кинйә ҡыҙымды ҡалдырып, эшкә сыҡтым. Улар үҫкәнендә әсәй наҙы ла әҙерәк эләккәндер инде. Дәртле, эшебеҙҙе мөкиббән китеп яратҡан белгестәр булғанбыҙ. Тырышып эшләнек. Төп бурысым персонал, документтар менән эшләүгә генә ҡағылһа ла, юғалып ҡалғандарҙан түгелмен һәм был миңә ҡамасауламай ҙа. Кемдәргәлер ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелгән эш, миңә еңел бирелә. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары пациенттың ҡан тамырҙарына эләгә алмаһалар, “Әлиә Айратовна”, тип миңә йүгереп киләләр. Ярҙам итеп ебәрергә һәр ваҡыт шатмын, - ти өлкән шәфҡәт туташы.

Сираттағы отпускыһында Әлиә Айрат ҡыҙы “Беренсе тирмә” проекты буйынса хәрби госпиталдәрҙә яргирҙарға ярҙам итеп ҡайтҡан. Республика проекты тураһында социаль селтәрҙән уҡып, унда таныш коллегаһының да ике аҙна эшләп ҡайтыуын ишетеп, һорашҡандан һуң, ныҡлы ҡарар ҡыла.

- Был проектҡа эләгергә теләүсе ирекмәндәр күп булһа ла, мин үҙемдең медицина хеҙмәткәре, етмәһә, отпускыла булыуым һәм мине тотҡарлыҡһыҙ ебәреүҙәренә күндерә алыуыма шатмын, - тип дауам итә Әлиә Айрат ҡыҙы.

Вахта ысулы менән эшләп йөрөгән тормош иптәше, балалары менән кәңәшләшеп, Луганск Халыҡ Республикаһында урынлашҡан хәрби госпиталдә яралыларға ярҙам итеү теләге менән юлға сыға. Тик ике йыл элек махсус хәрби операцияла ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәһе менән атаһына ғына әйтеп тороуҙы кәрәк, тип тапмай. Белеп ҡалһалар, ебәрмәҫтәре көн кеүек асыҡ. “Ҡыҙҙар менән ял итергә киттек”, - тип кенә әйтергә көс таба ул. Шулай итеп, 9-сы төркөмдө Ҡырмыҫҡалы районынан ике мәктәп директоры, Туймазынан мәғариф бүлеге начальнигы, Учалынан адвокат, Өфөнән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белгес, Шишмәнән магазин администраторы менән бергә оҙон да, ауыр ҙа, хәүефле лә 18 көнлөк юлға сығалар.

- Бәләкәйҙән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильмдар ҡарарға, китаптар уҡырға яраттым. Тиҫтерҙәрем менән баррикадалар ҡороп уйнай инек. Икенсе донъя һуғышы йылдарына эләкһәм, һис шикһеҙ, партизан булыр инем, тип уйлай торғайным. Хатта төштәремә лә партизан отрядтары, уларҙың батырлыҡтары инде. Махсус хәрби операция башланғас та, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыштым һәм тырышам. Гуманитар ярҙам йыйыу тураһында иғландарҙы күреү менән аҡсалата ла, әйберләтә лә ярҙам ебәрәм. Ҡустым Алик Шәрәфетдинов (батырҙарса һәләк булған - автор) махсус хәрби операция зонаһында булғанда таныштар, туғандар менән ярҙам итергә тырыштыҡ. Был беҙҙең изге бурыс, тип иҫәпләйем. Ирекмән сифатында хәрби госпиталдә эшләүгә килгәндә иһә, ҡатмарлы булды ул. Ғүмеремдәге был ауыр мәлде ҡайтҡас та хәтеремдән юйып ырғыттым кеүек. Шулай ҙа, төрлө тармаҡта вазифауи урындар биләүенә ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән һоҡланыуымды йәшермәйем. Луганск Республикаһына юлланғанда барыбыҙҙың да күҙҙәрендә шом, тик быны беребеҙгә лә һиҙҙермәҫкә тырыштыҡ. Автомат рәүештә һаҡланыу механизмы эшләп киткәндер инде. Күңел дә тик патриотик йырҙар йырларға ғына тартылды. Барғас та операция залына тәғәйенләнеләр, хирург ассистенты булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙың аяғын ҡырҡырға тура килде. Бында ла алған белемем, тәжрибәм ярҙам итте. Тиҙ үк һәр операция инструментының нимәгә кәрәклеген иҫкә төшөрҙөм.

Төркөм иң ҡатмарлы, ауыр яралылар ятҡан “Рязань” бүлексәһендә эшләне. Яугирҙарҙы яу яланынан тапҡыр беҙҙең госпиталгә килтерҙеләр, алма төшөр урын да булмай китә ине. Барыһының тиерлек аяҡ-ҡулы яралы, күптәренекен ҡырҡырға тура килә. Яугирҙарҙың сәстәрен дә алдыҡ, тырнаҡтарын да ҡырҡтыҡ,ҡулһыҙҙарын ашатырға, йыуындырырға ла,диагностикалау, УЗИ, компьютер томографияһы үтергә лә ярҙам итергә кәрәк. Поликлиникаларҙа улар менән бергә сиратта тораһың. Әиң мөһиме, яралы яугирҙарға күңел йылыһынбирергә тырыштыҡ. Улар менән аралаштыҡ,уларҙы тыңланыҡ... Тырышып эшләнек, арыған,йонсоған йөҙөбөҙҙө береһенә лә күрһәтергә тырышманыҡ, - ти ирекмән.

Башта Башҡортостандан яралы яугирҙар булмаһа ла, һуңынан улар ҙа күпләп госпиталгә эләгә. Яугирҙар ҙа тыуған яҡтарынан ярҙамға килгән ирекмән апай-һеңлеләрен ихтирам итә. “Һеҙбулғанда, беҙ үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ”,- ти улар ҡыуанып. Башҡа милләт яугирҙары ла“Башкирочка, беҙ һине ғүмеребеҙҙең ахырынасаонотмаясаҡбыҙ”, тигән рәхмәттәрен еткерә. Былар барыһы ла йөрәк түренән, ысын күңелдәнәйтелгән һүҙҙәр, әлбиттә. Ураҙа айына тура килгәс, эш хаҡтарына тәмлекәстәр һатып алып, тараталар. Башҡа төбәк һалдаттары, шулай буламы ни, үҙе теләп отпускыһында эшләргә килгән,тигән ғәжәпләнеүен дә йәшермәй... Эйе, булла икән шул. Бынан тыш, яралыларҙың, Башҡортостандан булғандарҙың, тыуған көндәрен дә билдәләп үтергә ваҡыт таба ирекмән гүзәл заттар. Сыуаш милләтенән булған яҡташы, Кузьменко атлы яугирға, “Уфтанма” йырын русса йырлапта бүләк итә Әлиә Мөхәмәткилдина. 60 йәшлекяугир күҙҙәренә йәш алып, онотолмаҫлыҡ тыуған көнө өсөн рәхмәттәрен еткерә.

- Свердловск политехник институтын тамамлаған атайым - Айрат Хәйерзаман улы ғүмерентимер юлы төҙөүгә арнаны. Бәләкәй БАМ - Белорет-Шишмә тимер юлын төҙөүҙә лә ҡатнаша,әсәйем Фәниә Миһран ҡыҙы ла төҙөлөштә келәтмөдире булып эшләне. Минең Луганск Халыҡ Республикаһына тәүге барыуым ғына түгел икәнлеген иҫләп ҡалдым. VII класта уҡығанда барғанмын икән. Яҡшы уҡыусы булараҡ атайымдың эшенән путевка менән бүләкләгән инеләр. Ровеньки, Ворошиловград, Дондағы Ростов, Краснодон кеүек ҡалаларҙа булып,“Йәш гвардиясылар” эҙенән йөрөгәнем иҫемәтөштө. Ҡалалар ҙа 1986 йылдан бирле үҙгәрмәгән кеүек, шул уҡ һәйкәлдәр, шул уҡ скверҙар...Рәсәйгә ҡушылғас ҡына, төҙөлөш эштәре башланғаны күренеп тора.

Шәфҡәт туташының һаулыҡ һағындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, башҡа ойошмаларҙың Маҡтау грамоталары һәм башҡа күп төрлө Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Был йәһәттән Әлиә Айрат ҡыҙы етәкселеккә, туған коллективына һәм коллегаларына рәхмәтле. Уларҙың кәңәше, ярҙамы булмай тороп, бындай уңыштарға өлгәшеп булмаҫ ине, тип иҫәпләй ул.

Әлиә Айрат ҡыҙы шәхси тормошонда ла бәхетле, һөйөклө ҡатын, әсәй. Татыу, һәр кем өсөн өлгө булырлыҡ Мөхәмәткилдиндәр ғаиләһендәөс бала буй еткереп, оло тормошҡа юлланған,барыһы ла юғары белемгә эйә булған. Әйткәндәй, оло ҡыҙҙары ла әсәһе юлынан китеп, медицинаны һайлаған. Өфө перинаталь үҙәктәренең береһендә бүлек мөдире булып эшләй ул.

Бар булмышын донъялағы иң изге, шәфҡәтлеһөнәргә бағышлаған Әлиә Мөхәмәткилдинаныңкүп йыллыҡ тырыш хеҙмәтенең татлы емештәрен тирер мәле... Ә әлегә ул коллегаларын Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлай, иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас