Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Сентября 2025, 09:28

Яугирҙарға тыуған яҡ ризығы

- Һалма баҫыуҙың да үҙ нескәлектәре бар бит, йоҡа итеп йәйә белергә лә оҫталыҡ кәрәк. Үҙем йәйәм, тип барыһынан алда үҙ теләгемде белдермәһәм дә,  махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың тыуған яҡ йылыһы ҡушып баҫылған өй һалмаһынан ауыҙ итеүҙәрен бик тә теләйем һәм изге ғәмәлгә ихлас ҡушылдым. - Ҡыҙҙар, кемегеҙҙең йәймәһе оҙонса килеп сыҡты, ундайҙар өсөн махсус шиғри юлдар ҙа бар... - Илебеҙгә тыныслыҡ килеп, ир-егеттәр тиҙерәк яҡындарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын.

Яугирҙарға тыуған яҡ ризығыЯугирҙарға тыуған яҡ ризығы
Яугирҙарға тыуған яҡ ризығы

Ошолай күтәренке кәйефтә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, белем учреждениеһы директоры Зилә Миңгәрәева етәкселегендә, каникул мәлендә туҡталып торған изге ғәмәлдәрен яңынан тергеҙҙе. Тәү нәүбәттә оҫта хужабикәләр булған уҡытыусылар коллективы һәм әсәйҙәр бер нисә сәғәттә һалманы ҡырҡып та ҡуйҙы. Ауыл йомортҡаһынан, тоҙ һәм ондан ғына баҫылған өй һалмаһы ныҡлап киптерелгәндән һуң махсус пакеттарға һалынып, хәрби операция зонаһындағы яҡташ яугирҙарға оҙатыласаҡ.

Бөгөн үҙебеҙ генә түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә өйҙәге ризыҡты ҡырҡылған һалмаһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Гүзәл заттар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡындарына ҡырҡылған һалма ебәрә башлағас, уның популярлығы тағы ла артҡан. Тимәк, ирекмәндәр ризыҡ ҡына түгел, йылылыҡты һәм ярҙамды һәр яугирға тапшыра ла инде.

- Гимназия коллективы, әсәйҙәр ҡырҡҡан һалманы махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташ яугирҙарға тәғәйенләп, бер нисә тапҡыр оҙаттыҡ та инде. Тәүгеләрендә 15 килограмдай әҙер һалма ебәрһәк, бөгөн 6 килограмм ондан ҡырҡтыҡ. Бынан тыш, мәктәп ашханаһында сәк-сәк тә бешереп, гуманитар ылау менән оҙатҡан инек. Гимназияла башҡарылған изге ғәмәлдәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Милли аш-һыу әҙерләүҙән тыш, уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла  ҡатнаша. Маскировка селтәре, браслет үреүҙә әүҙемдәр. Яңы уҡыу йылы башланыу менән яугирҙарға кәрәк-яраҡтар йы-

йыуҙы яңынан тергеҙҙек. Һәр ваҡыт ярҙам итергә, Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу өсөн тырышҡан атай-әсәйҙәргә рәхмәтлебеҙ. Бындай ярҙамдың мөһимлеген улар аңлай. Сөнки һәр кемебеҙҙең яҡыны махсус хәрби операция зонаһы яугиры. Нәҡ улар беҙҙең, балалар именлеге өсөн неонацистарға ҡаршы көрәшә, - тине гимназия директоры Зилә Рәхим ҡыҙы.

Эйе, ярҙам ниндәй генә булмаһын, ул ысын күңелдән, киләсәктең тыныс булыуына өмөт бағлап башҡарыла. Быны махсус хәрби операция зонаһындағы һәр яугир ҙа, тылда изге ғәмәл башҡарған һәр кеше лә аңлай...

Эльвира ХӘМЗИНА.

Автор фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас