

15 сентябрҙә Өфөлә йәмәғәт ойошмаһының тәүге ултырышы үтте. Ойошма эшендә республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк етәксеһе сығышында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштереү, шулай уҡ уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн бындай ойошманың мөһим булыуын әйтте.
- Йәштәр өсөн һеҙ - Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлек өлгөһө. Беҙ был мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов ойошма төбәккә ҡайтҡан хәрби операция ветерандарын йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, йәш быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә, тип билдәләне.
Ассоциация һәр муниципалитетта Берҙәм ярҙам үҙәктәрен булдырыуҙы планлаштыра, унда ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам аласаҡ, шулай уҡ эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ ителәсәк. Был үҙәктәр офистар ғына түгел, ә аралашыу, реабилитация һәм белем алыу өсөн, йәмғиәт менән бәйләнеште тергеҙеүгә булышлыҡ итеү өсөн урындар булыр тип билдәләнә.
Республиканың вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эше тураһында әйтеп үтте.
Уның составына төбәк хөкүмәте, бөтә профилле ведомстволар һәм төп йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. 2023 йылдың апреленән был комиссияның 34 ултырышы, шул иҫәптән алты күсмә ултырыш, үткән. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 217 йөкләмә төҙөлгән, шуның 173-ө үтәлгән. Бынан тыш, комиссия ҡарарҙарын иҫәпкә алып, республикала ярҙам саралары исемлеген 37-нән 54-кә тиклем киңәйтеү ҡаралған.
Вице-премьер шулай уҡ 2,4 меңдән ашыу яугирҙың хәрби хеҙмәттән китеүҙәре һәм республикаға ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр итте. Уларҙың мең ярым самаһы шифахана-курортта дауаланған. Ҡайтҡан яугирҙарҙың яртыһынан күберәге эшкә урынлаштырылған. Хәрби хәрәкәттәр эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн психологик һәм психотерапевтик ярҙамды 1 228 кеше алған. Етәксе билдәләүенсә, ҡайтҡан яугирҙарҙың барыһы ла шәхсән иҫәпкә алынған, һәр береһенә остаз беркетелгән, адреслы эш алып барыла.
Махсус хәрби операция ветерандарына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереү барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала-ра-
йондар етәкселеге менән махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәренең үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен ойоштороу мөмкинлеген өйрәнергә тәҡдим итте.
Белорет районы һәм ҡалаһының махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, махсус хәрби операция ветераны, ҡаланың педагогия колледжы педагогы Георгий Пьянков та (һүрәттә уңдан беренсе) осрашыу тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Был республиканың бөтә ҡала һәм район ассоциациялары етәкселәре йыйылған тәүге кәңәшмә булды. Радий Хәбировтың, республика етәкселегенең ассоциацияға ҙур иғтибар биреүе ҡыуаныслы. Ойошмабыҙ алдында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрбиҙәргә тыныс тормошҡа һәм эшкә урынлашыуға яраҡлашырға ярҙам итеү, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә иғтибар бүлеү кеүек мөһим бурыстар ҡуйылған.
Ассоциацияның тәүге ултырышында республика Башлығы барыһын да ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Яҡын кешеләребеҙгә, ҡан ҡәрҙәштәребеҙгә махсус хәрби операциянан һуңғы тормошҡа өйрәнеп китергә ярҙам итеү теләген төбәк етәксеһе лә хупланы, был йәһәттән дәүләт, Хөкүмәттең дә ярҙам итәсәген белдерҙе. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, мохтаждарҙы психологик һәм әхлаҡи яҡтан яҡлау, социаль ташламалар алыу тәртибен күҙәтеү, ветерандарҙың тормошон еңеләйтеү, тәрбиәүи эш алып барыу кеүек мөһим бурыстар йөкмәтелде. Ә иң мөһиме - дәүләт менән йәнәш атлау.
Бындай форматтағы ойошма ултырышы һуңғыһы булырға тейеш түгел. Эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән дә ошондай осрашыуҙарҙа уртаҡлашыр-
ға тейешбеҙ, тип уйлайым. Ойошма үҫешен, башҡа район-ҡала ассоциацияларының ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре көнитмешен яҡшыртыу өсөн ниндәй эштәр башҡарғанын да күрергә теләйбеҙ. Бындай йоғонто ил үҫешенә лә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, әлбиттә.